ТАП
1. Нимәлер тейеүҙән, буялыуҙан ҡалған эҙ. □ Пятно; след. Ҡоро тап. Буяу табы. Тап тейеү. Тапты бөтөрөү. ■ [Тарауыл ҡарт:] Һай, аҡ күрҙем, аҡ күрҙем, аҡта ҡара тап күрҙем. «Аҡбуҙат». Һуңғы ҡар таптары менән сыбарланған дала башлана. А. Абдуллин. Бысраҡтың табы ҡалмай буламы һуң? М. Кәрим.
2. Ай һәм Ҡояш йөҙөндә күренгән тимгелдәр. □ Пятно (на Солнце, Луне). Ҡояштағы тап. ■ Ер үҙе лә булмай соҡорһоҙ, Ҡояштың да бар бит ҙур табы. М. Хәй. • Ҡояшта ла тап бар. Мәҡәл.
3. күсм. Оят килтерерҙәй, хур итерҙәй нәмә; кер. □ Пятно (например, на репутации). Күңелдәге тап. Ҡара man. ■ Йәш килендәр һәм һөйгән һылыу ҡыҙҙар, күңелебеҙ-ҙе биҙәп торған йондоҙҙар! Ныҡ булығыҙ, өмөткә тап төшмәһен, саф тотоғоҙ мөхәббәттең шишмәһен. М. Кәрим. Бар кешегә лә лагерҙан ҡасып, ҡара табын юйырға тура килмәне шул. И. Абдуллин. Бындай хәл ихтилалдың абруйына ҡара тап булып яғыласаҡ. М. Ғиләжев. [Закир:] Гөлйыһандың, гонаһһыҙ сабыйҙың, тәү бөрөләнгән саф тойғоһона ундай ҡара тап булып төшөргә теләмәйем мин. 3. Биишева.
♦ Тап төшөрөү хурлыҡ килтереү, оятлы итеү. □ Запятнать, опозорить кого, что, бросить тень на кого, что. Исемгә тап төшөрөү. Намыҫҡа тап төшөрөү. В Комиссия ағзалары, бик ентекләп тикшерһәләр ҙә, Көҫәпҡоловтың исеменә тап төшөрөрлөк ҙур кәмселектәр тапманылар. Ф. Әсәнов. һөйләгән дә кеше һөйләй бирһен, тап төшөрмәм нурлы йөҙөңә. Халыҡ йырынан.
ТАП II (табы) (Р.: щепка; И.: splinter, chip; T.: yonga) и.
Үткер нәмә менән сапҡанда, юнғанда йәки бысҡанда төшкән ағас киҫәге. □ Щепка. Ҡарағас табы. Ҡоро тап. Тап йыйыу. ■ Ат төндә аунаған, арҡаһына бысҡы табы, бысраҡ йәбешкән. Р. Өмөтбаев.
ТАП III (табы) (Р: группа людей; И.: troop, band; T.: bir grup kişi) и. иҫк.
Халыҡ төркөмө. □ Группа людей. ■ Кире аҙамат йорт көтһә, таптың йөҙөнә төкөрөр. Ҡобайырҙан.
ТАП IV (Р: как раз, точь-в-точь; точно; И.: just, exactly, precisely; T.: tam) р.
1. Һөйләмдә ниндәйҙер бер һүҙгә, фекергә баҫым яһап, уның мәғәнәһен көсәйтә; нәҡ.
□ Как раз, точь-в-точь, точно. Тап үҙе. Tan ошо урын. Тап ошо йыр. ■ Ләкин донъялағы иң күңелле, иң бәхетле туй ул тап бында! Р. Ғарипов. Башҡаға тоҫҡалған уҡ та тап миңә тейгән кеүек. Г. Әхмәтҡужина. Уның [ҡояштың] ҡыҙғылт нурҙары Димдең тап Ағиҙелгә ҡушылған еренә килеп йәйелә. С. Агиш. Төн уртаһы еткәндә, Сәйет батырҙары тап Аҡмәмбәт йылҡыһы ятҡан ергә барып сыға. Легенданан.
2. Сағыштырыу, оҡшатыуҙы көсәйтеп килә; тас, нәҡ. □ Как раз, точь-в-точь, точно. Тап боронғоса. Тап йәштәрсә. Тап арыҫлан кеүек. Я Тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, ағас тирмәндә тартып эшләнгән милли ризыҡтың тәме лә, шифаһы ла, көсө лә башҡаса. «Башҡортостан», 16 ғинуар 2015.
♦ Тап өҫтөнә баҫыу һүҙҙе, хәбәрҙе ысынбарлыҡтағы хәлгә тура килтереп кенә әйтеү.
□ Точно угадать.
ТАП V (Р: стук при ударе чего-л:, И. : onomatopoeic word; T: tak) оҡш.
Артыҡ ауыр булмаған нәмә ҡаты урынға төшкәндә йәки һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Стук при ударе чего-л. Тап итеп ҡалыу. Тап итеп килеп төшөү. Тап итеп иҙәнгә бәрелеү.
ТАПАҒЫС и. диал. ҡар. тапауыс. Салғы тапағыс. Балта тапағыс.
ТАПАЙТЫУ (тапайт ) к. диал. ҡар. тупайтыу. Тапайтып ҡарау. Күҙҙәрен тапай-тып ҡарап ултыра.
ТАПАҠАЙ с. диал. ҡар. тәпәш I. Тапаҡай кеше. Тапаҡай бала.
ТАПАЛАҠ (тапалағы) (Р: жмурки; И.: blind man's bluff; T: körebe) и. диал. ҡар. һәпәләк.
Күҙ бәйләп уйнай торған балалар уйыны.
□ Жмурки. Тапалаҡ уйнау. Тапалаҡ уйнарға өйрәнеү. ■ Тапалаҡ уйнағандағы кеүек һәр мөйөшкә һырығып ҡасып, һөйрәшелеп сығып уйнай торғас, ярты көн үтте. С. Ильясов.
142