Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 143 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАПАМ МАШИНАҺЫ
ТАПАЛАМА (Р.: подушка; И.: pillow; T.: yastık) и. диал. ҡар. мендәр.
Эсенә мамыҡ йәки башҡа йомшаҡ нәмә тултырып баш аҫтына һалыу өсөн яһалған урын ҡаралдыһы. □ Подушка. Тапаламаға баш терәу. Ҡаҙ йөнөнән тапалама. Тапалама тышы.
ТАПАЛАН и. диал. ҡар. тапам 1. Тапа-ланда улән ҡалмаған, мал ҡырып ашап бөткән. Малды тапаланға ҡыуыу.
ТАПАЛАНЫУ (тапалан-) ҡ. диал. ҡар. тапалыу. Тапаланып ҡалыу. Аяҡ аҫтында тапаланыу. Тапаланған иҙән.
ТАПАЛАТЫУ (тапалат-) (Р.: гоняться за кем-л:, И.: chase; T.: kovalamak) ҡ. диал. ҡар. баҫтырыу II.
Арттан төшөп ҡыуыу. □ Гоняться за кем-л. Арттан тапалатыу. Тапалатып килеу. ■ Ул арала [аҡтарҙы] ҡыҙылдар тапалатып килеп, сығарып ебәргән. Ғ. Дәүләтшин.
ТАПАЛАУ (тапала-) (Р.: утаптывать; уминать; И.: tramp; knead; T.: ayakla basa basa sıkıştırmak) ҡ. һөйл.
1. Өҫтән ҡабат-ҡабат баҫып, өҫтөндә йөрөп тығыҙлау; тапау. □ Утаптывать, уминать. Кәбәнде тапалау. Тапалап өйөу.
2. Нимәнеңдер өҫтөнә баҫып үтеү, өҫтөндә йөрөү, тапау. □ Топтать; растаптывать. Сәскәне тапалау. Ерҙе тапалама. Юл тапалау. Үләнде тапалау. ■ [Гөлбоҫтан балалар тураһында:] Шаршау артына йәшенеп, шунда йәшенмәк уйнап, тапалап, ылҡаһын ҡалдырмай, бауҙарын өҙгәләп бөттөләр. Ғ. Дәүләтшин. Баҫынҡыны тапалап китергә йөрөуселәр куп була ул. һ. Дәүләтшина.
3. диал. ҡар. тапау I, 11. Арҡаһынан тапалап яратыу. Тапалап ҡуйыу.
ТАПАЛҒАН БАЛАУЫҘ (Р: магазинный воск; И.: readymade wax; T: balmumu) и. диал.
Умартаға ҡуйыу өсөн әҙер балауыҙ. □ Магазинный воск. Тапалған балауыҙ һатып алыу. Тапалған балауыҙ насар булған. Рамға тапалған балауыҙ йәбештереу.
ТАПАЛТАҠ с. диал. ҡар. тәпәш I. Тапалтаҡ кеше. Тапалтаҡ бала. ■ Аҡбулат уҙе-нең тапалтаҡ, ләкин ныҡ төҙөлгән көслө
кәуҙәһенә уҙенең эш кейемен кейеп алды. Ғ. Дәүләтшин.
ТАПАЛЫУ (тапал-) ҡ. төш. ҡар. тапау I, 1-10,12,13. страд, от тапау 1,1-10,12,13. Иҙән тапалған. Тапалған ер. Тапалған салғы. Арбаға тапалыу. ■ һуҡмаҡтың ярылып та-палыуына ҡарағанда, ҡоралайҙар бында көтөуе менән йөрөгән. Ә. Ғибәҙәтов. Ҡайын төбө тапалып, ырҙын табағы шикелле таҡырайғайны. Яр. Вәлиев. Төргәк эсенән Әми-нә теге саҡта ауыр итек менән тапалып иҙелгән вәғәҙә балдағын килтереп сығарыр төҫлө тойолдо. Р. Байымов.
ТАПАМ (Р.: вытоптанное поле; И.: trampled field; T: çiğnenmiş kır) и.
1. Мал йөрөгән урын, тапанды ер. □ Вытоптанное поле (на которое пустили стадо). Тапамда йөрөу. Малды тапамдан алып ҡайтыу. ■ [Кешеләр] шунда уҡ был тапам ерҙе ташлап, һырт биреп киттеләр. Ғ. Ибраһимов.
2. иҫк. Иген һуғыу эше (ғәҙәттә, ту-шәлгән иген өҫтөндә ниҙер йөрөтөу юлы менән башҡарылған). □ Молотьба (катком). ■ [Зилский] уҙе тапамда машинала эшләргә кешеләре етмәгәнгә, ауыл буйынса кеше эҙләргә китте. Ғ. Дәүләтшин. Иртәгеһенә өс-дурт өй бергәләшеп, Гөлйөҙөм, ваҡ балаларын әбейҙәргә тапшырып, Тимербулатты ат ҡыуырға алып, ҡарт-ҡамҡылар менән тапам эшенә тотоноп киттеләр. Һ. Дәүләтшина.
ТАПАМА I и. ҡар. тапам 2. Тапама эше. Тапамаға сығыу. Тапамаға саҡырыу.
ТАПАМА II с. диал. ҡар. тапанды II, 2. Тапама бесән. Тапама һалам. Быҙау аҫтына тапама бесән һалыу.
ТАПАМА III и. диал. ҡар. көмбәҙ II, 1. Тапама баҫылған елән. Кулдәккә тапама тегеу.
ТАПАМ МАШИНАҺЫ (Р.: молотилка; И.: threshing-machine; thresher; T.: harman makinesi) и.
Ашлыҡ һуға торған машина; һуҡҡыс. □ Молотилка. Тапам машинаһы һатып алыу. Яңы тапам машинаһы. ■ Тапам машиналары менән тулып ултырған киң ихаталар, оҙатылған меңәр бот игендәр ҙә уның
143