Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 144 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАПАНДЫ
[Ныязғолдоң] күңелен тынысландырманылар. Һ. Дәүләтшина. Өй артында иген сабырға әҙерләнеп ҡуйылған лобогрейка менән иген һуға торған өр-яңы тапам машинаһы уҙ ваҡыттарын көтөп ултыралар. Ғ. Дәүләтшин.
ТАПАНДЫ I (Р.: пастбище; И.: pasture; T.: otlak) и. диал.
1. Мал көтә торған ер; көтөүлек. □ Пастбище. Малдарҙы тапандыға ҡыуыу. Тапанды урыны. ■ Әхмәди, һыу буйлап килеп, Ташбатҡан ауылының урге осондағы тапандыға, мал утлай торған типһәнгә, килеп сыҡты. Ж. Кейекбаев.
2. Тапалып таҡырланып бөткән ер. □ Потрава. ■ Хәким .. муйыл курепте ығыштыра-ығыштыра аяҡтарын боҙлауыҡлы тапандыға әйләнгән ҡарға терәне. С. Шәрипов. Йәйләу хужаһының уҙен йомоҡ тотоуы килеүселәрҙе һағайтты, шуға һөйләшеү башта бормалы һуҡмаҡтарҙан йүрмәләне: йылдың ҡоро килеүе, көтөүлектәрҙең тапандыға әйләнә барыуы, һалҡын, буранлы ҡыш көтөлөүе... Б. Рафиҡов. Гел бер тирәлә утлағас, ундай үләнлерәк урындар көҙгә табан тапандыға әйләнде. Н. Мусин.
ТАПАНДЫ II (Р: укатанный; утоптанный; И.: trampled down; T.: çiğnenmiş) c.
1. Тапап таҡырланған. □ Укатанный, утоптанный. Тапанды урын. Тапанды ер. Тапанды һуҡмаҡ. ■ Йыл да күпереп, әҙәм биленән йәшел үлән үҫкән сәскәле Ҡырҡты йәйләүҙәре тапанды саңдауға әйләнә. Р. Өмөтбаев.
2. Мал ашап тапағандан ҡалған. □ Оставшийся. Тапанды һалам. Тапанды бесәнде тырмап алыу.
ТАПАНДЫҠ (тапандығы) (Р: объедки; И.: leftover; leavings; T: kuru ot artıkları) и. диал. ҡар. һандыҡ IL
Мал ашағандан ҡалған эре-торо бесән йәки һалам. □ Объедки (сена, соломы). Бесән тапандығы. Мал аҫтына тапандыҡ һалыу. Тапандыҡ һалам. М [Әсәһе — Ихсанбайға:] Беҙгә әйтмәй-нитмәй, ҡушағаңды тапандыҡ тибендән алырға ҡарар иткәнһең икән, улым. Т. Ғарипова.
ТАПАНЫУ (тапан-) (Р.: топтаться; И.: stamp; T: yerinde saymak) ҡ.
1. Аяҡтарҙы бер урында алмаш-тилмәш баҫҡылау. □ Топтаться. Ҡапҡа төбөндә тапаныу. ■ Сардарҙарҙың аттары бер ни аңламай ярһып бер урында тапанды.
3. Ураҡсин. Ишмәмәт торған ерендә тапанып алды. Т. Ғарипова. Нәбир ашыҡманы, тиҫкәре малай һымаҡ урынында тапанды. Р. Байбулатов.
2. кусм. Алға китмәү, бер урында ҡалыу (эштә, тормошта Һ.6.). □ Топтаться на месте; стоять (о делах); быть в застое. ■ Берәүҙәр көндән-көн үҫә, камиллаша, яҡшыра, яҡтыра бара, ә берәүҙәр .. баҫҡан урынында тапанып тороп ҡала. 3. Биишева. Беҙҙең заманда бер урында тапаныу — артҡа мәтәлләү тигән һүҙ. Д. Исламов.
ТАПАТЫУ (тапат-) (Р: заставлять топтать; И.: make tread (on); T: çiğnetmek) ҡ.
1. Ниҙеңдер өҫтөндә йөрөтөү, тапарға мәжбүр итеү. □ Вынуждать, заставлять, велеть, просить топтать. Бесәнлекте тапатыу. Сәсеүлекте тапатыу. ■ Эйе, проблемалар — быуа быуырлыҡ: ерҙе ашламалар, гербицидтар менән ағыулау, урынһыҙға һөрөү, малдан тапатыу. Л. Якшыбаева. Барон кешеләре башҡорттарға төрлөсә ҡыҫым-йәбер ҡылғандар, туғайлыҡтарын, иген баҫыуҙарын тапатҡандар, солоҡтарын ҡыйратҡандар. Ғ. Хөсәйенов. Ауылдарға яҡын урындарҙағы сабынлыҡ, яҙғылығын күсенеп йөрөүҙең төп дәлиле итеп һаналып, ундағы үләндәрҙе малдарҙан тапатыу һәм көтөүлек йөрөтөү ҡырҡа тыйыла. Я. Хамматов.
2. иҫк. Ырҙынға түшәлгән көлтәләр өҫтөнән ниҙер йөрөтөп, ашлыҡ һуғыу. □ Молотить хлеб (катком). Иген тапатыу. Арыш тапатыу. ■ Ул [Рәшиҙә] үрге ҡатламдарҙағы йомшаҡ ҡарҙарҙы тракторҙар менән ныҡлап тапатып, махсус валдар төҙөттө. Ғ. Аллаяров. Иген йыйылып, өйөлөп бөткәс, зилский уны тапатып алыу ҡайғыһына төштө. Ғ. Дәүләтшин. Түңәрәк өҫтөндә һыбайлы Мифтахетдин, балаҡтары ту быҡ-тарынаса төрөлгән ялан аяҡтары менән ат
144