ТАПАУ
бөйөрөн типкесләп, баҫып тапатып йөрөй. Й. Солтанов.
3. Балсыҡ, тиҙәктең өҫтөнән йөрөтөп иҙҙереү, йомшартыу. □ Топтать (глину, навоз). ■ [Айытбай — Сәлихкә:] Өлгөрә алһаҡ, бер ыңғайҙан һинең тиҙәкте лә тапатып алырбыҙ. С. Агиш.
4. Нимә менәндер баҫып үтеү, имгәтеү, һәләк итеү. □ Задавить кого-л. (лошадью, машиной и т. д.). Ат менән тапатыу. Трактор менән тапатыу. ■ [Кәримов] машинаһы алдына йүгереп сыҡҡан баланы тапатмайым тип, күперҙән ҡолаған. Р. Әхмәтов. Бер нисә танк ебәреп, плацдармдағыларҙы гусеницалар менән тапатып, иҙҙереп ташларға уйланылар немецтар. И. Ғиззәтуллин.
5. Арҡа, бил ауыртҡанда аяҡ менән баҫып массаж яһатыу. □ Топтать спину. ■ Ауыр эштән биртенгән билде баш йәки кинйә баланан тапатып бөтөрәләр. «Башҡорт мифологияһы » нан.
ТАПАУ I (тапа-) (Р.: топтать; И.: trample; T: çiğnemek) ҡ.
1. Үткәндә йәки йөрөгәндә өҫтән баҫып үтеү. □ Топтать, вытаптывать, утаптывать. // Вытаптывание, утаптывание. Аяҡ менән тапау. Кейемде тапап йөрөү. ■ Уның [һарайҙың ] түшәме тәпәш кенә, иҙәненә күп тапауҙан ваҡланып бөткән арыш һаламы түшәлгән. Л. Якшыбаева. Яңы яуған ҡарҙы тапап, урам буйлап ҡалайсылар килә. Ә. Байрамов. Кыштыр-ҡыштыр япраҡ тапап, палатканы бер урап сыҡты [Йәнтимер]. М. Кәрим.
2. Өҫтән ҡабат-ҡабат баҫып, өҫтөндә йөрөп тығыҙлау. □ Уплотнять, трамбовать, утрамбовывать. // Уплотнение, трамбовка, утрамбовка. Бесәнде тапап тейәү. ■ Матросов, шәп-шәп атлап, ҡарҙы тапай, винтовкаһын әленән-әле бер ҡулынан икенсеһенә күсерә. Ә. Бикчәнтәев. [Әсәһе — Кинйәбайға:] Мин кәбән башында торам, уның [атайыңдың] ырғытҡан бесәнен тапап өлгөрә алмайым хатта. Н. Мусин.
3. Өҫтөндә йөрөп иҙеү, боҙоу. □ Затаптывать, потравить. // Потрава (хлебов, лугов). Бесәнлекте тапау. Сабынлыҡты мал тапай. Сәсеүлектәге игенде тапау. М [Кәбир] тү
бәнгә бер нисә һәнәк бесән ырғыта ла, төшөп, мал тапап тәләфләмәһен өсөн, уны көрәп өйөлгән ҡар өҫтөнә таратып һала. Н. Мусин. Арынбаҫаров, ҡатынын тертләтеп, аяҡ аҫтындағы эре-эре ҡыҙыл еләктәрҙе тапап иҙеп, ырғыны ла торҙо. Д. Бүләков.
4. Өҫтөндә йөрөп бысратыу, эҙ ҡалдырыу.
□ Затаптывать, пачкать. Иҙәнде тапап бөтөрөү. Н [Петров] кибеп тә бөтмәгән иҙәнде тапап, аяҡ кейемен дә сисмәй уҙ бүлмәһенә инеп китте. «Башҡортостан», 17 декабрь 2011.
5. күсм. Нимәнеңдер ҡәҙерен белмәү, иғтибар итмәй ҡәҙерһеҙләү. □ Топтать. ■ Ерҙә торғанбыҙ, байлыҡты тапап йөрөгәнбеҙ. Б. Бикбай.
6. күсм. Мыҫҡыллау, хурлау; түбәнһетеү.
□ Топтать; унижать. Хис-тойғоларҙы тапау. ■ Нуриханов башбаштаҡлыҡ күрһәтә, халыҡ мәнфәғәттәре менән ҡыҙыҡһынмай, аяҡ аҫтына һалып тапай, тигәндәр. Д. Бүләков. Был — Бибекәйҙе алдаған, уның намыҫын, иң ҡәҙерле, иң саф хистәрен тапап, мәсхәрәләп ҡасҡан Әмир Зәйни үҙе бит! Ғ. Лоҡманов.
7. Өҫтөнән баҫып үтеп имгәтеү, һәләк итеү. □ Задавить кого-л., наехать на кого. Ат тапаған. Машина менән тапау. М [Малдар] бер-береһен тапарҙай булып өркөшөп, күлгә сумышып бөткәндәр ҙә ҡуйғандар. «Аҡбуҙат». Которонған айыу яңғыҙ тороп ҡалған Ғиндулланың башынан эләктереп ала, күкрәген тапарға тотона. Ғ. Аллаяров.
8. иҫк. Һаламлы игенде өҫтөнән ни менәндер йөрөтөп орлоғон төшөрөү; баҫыу. □ Молотить (катком). Арыш тапау. Кәлтә тапау. Тапауға кеше эҙләү. ■ [Зилский] ғүмере буйына батраклыҡта йөрөгән Ирғәли менән Хәниҙе, иген тапап бөткәнсе ирҙәренә бишәр, ҡыҙ-ҡатындарына өсәр бот арыш хаҡына ялланы. Ғ. Дәүләтшин.
9. Балсыҡ, тиҙәктең өҫтөнән йөрөп иҙеү, йомшартыу. □ Топтать ногами (глину, навоз). Тиҙәк тапау. Балсыҡ тапау. Тапап йомшартыу.
10. Ниндәйҙер урында күп тапҡыр булыу, ниндәйҙер урындан ҡабат-ҡабат үтеү. □ Много ходить, ездить. // Постоянная ходьба,
145