Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 146 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАПАУ
езда куда, по чему. Был ерҙәрҙе куп тапаныҡ инде. М Ғилман, Йөҙшишмә ауылы һыртына йәнә бер башня ҡуяйыҡ тип, район юлын куп тапаны, хатта Өфөгә лә барып ҡайтты бер нисә рәт. Д. Бүләков. Сөгөлдөрсө Нәғимә, пенсияға ауылда сығырға өлгөрмәгәнлектән, Яңы йылға тиклем район уҙәге менән ҡала араһын тапаны ла ҡуйҙы. Ә. Әминев.
11. Һөйгәндә яурын йәки арҡаға ҡул менән йомшаҡ ҡына һуҡҡылау, ҡағыу. □ Похлопывать кого. Арҡанан тапау. Яурындан тапап иркәләу. Тапап һойөу. ■ Ҡарт, илап, балаһын ҡосаҡланы, маңлайынан упте лә бәләкәс балалар кеуек итеп арҡаһынан тапап һөйҙө. Ғ. Дәүләтшин. Сабый саҡтарымда ошо ҡулдар тапап һөйҙө етем арҡанан. Р. Бикбаев. Ғумәровтың ҡалған балаларын кемдәр тапап, кем һөйөр? Халыҡ йырынан.
12. Сүкеш менән салғының йөҙөн йоҡартыу. □ Точить, отбивать. // Заточка, отбивание, отбой, отбивка. Салғы тапау. Ш Хөснулла Батыргәрәйҙең таң тишегенән салғы тапағанын ишетте. Ә. Әминев. [Заһит:] Тимертуштә сың-сың салғы тапап ултырғанымда, кемдер арттан килеп куҙемде ҡапланы. Й. Солтанов.
13. Үткер нәмә менән сапҡылап ваҡлау. □ Рубить, разрубать. // Рубка. Ит тапау. Кәбеҫтә тапау. Йәшелсә тапау.
14. Көй ыңғайына кәүҙә, аяҡ-ҡулдар менән хәрәкәттәр яһау; бейеү. □ Танцевать. ■ [Бибей:] Бер-ике тапап алығыҙ, иптәштәр. М. Тажи.
♦ Алып маҡтарлыҡ, һалып тапарлыҡ түгел маҡтарлыҡ та, яманларлыҡ та түгел, уртаса тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Средне, ни шатко ни валко, не бог знает как, так себе, посредственно, не бог весть как, ни хорошо ни плохо. Алып маҡтарлыҡ, һалып тапарлыҡ ту гел был эш. Аяҡ аҫтына һалып тапау һанға һуҡмай, юҡҡа сығарыу, юҡ итеү. □ Не считаться с кем, чем, отвергать чьё-л. мнение. Һуҙҙәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапау. ■ Үҫәргән кантонында Башревком курһәтмәләрен аяҡ аҫтына һалып тапаған, ҡораллы ҡаршылыҡ курһәтергә маташҡан партячейка таратып ебәрелде, куптәре һаҡ аҫтына
алынды. Р Байымов. Батша кешеләре Иҫ-кебей һөйләшеп килешкән ярлыҡты аяҡ аҫтына һалып тапанылар, Сәйет батырға биргән вәғәҙәләрен оноттолар. Н. Мусин. Урам тапау эшһеҙ урам ҡыҙырып йөрөү. □ Слоняться по улице, бездельничать. Көнө буйы урам тапау. ■ Беҙҙең Мәхмузә эшкә тотонорға бер ҙә уйламай, биҙәнеп-төҙәнеп ала ла урам тапай. Д. Исламов. [Сәғит:] Былай итеп юҡҡа урам тапағансы, яланға барып, аҙыраҡ кәлтә бәйләп киләйем, ярҙам булыр. И. Ғиззәтуллин.
ТАПАУ II с. диал. ҡар. тапанды II, 2.
Тапау бесән. Тапау һалам.
ТАПАУ III и. диал. ҡар. тапауыс. Салғыны тапау менән уткерләу. Тупаҫ тапау. Тапау утмәҫләнгән.
ТАПАУ БАҪЫУ (Р: паровое поле; И.: lea; T.: nadas) и. диал.
Пар баҫыуы. □ Паровое поле. Тапау баҫыуында эшләу. Тапау баҫыуына барыу. Тапау баҫыуына сәсеу.
ТАПАУҒЫС (Р: тяпка; И.: chopper; T.: bıçak) и. диал.
Ит тураҡлай торған тәпке. □ Тяпка (для рубки мяса). Тапауғыс менән ит турау. Тимерҙән тапауғыс эшләу. Тапауғыс уткерләу.
ТАПАУСЫ (Р: человек, который стоит на стоге при стоговании; И.: person assisting in hay-making; T.: tınazda duran kimse) u. диал.
Кәбән башында торған кеше. □ Человек, который стоит на стоге при метании стога. Тәжрибәле тапаусы. Тапаусы кәбән уҙәген тапай. Тапаусыны кәбән башынан арҡан менән төшөрөу.
ТАПАУЫС (Р: молоток; И.: small hammer for beating a scythe; T.: tırpan çekici) и.
1. Салғы сүкей торған сүкеш. □ Молоток (для отбивания кос). Ҙур тапауыс. Үткер тапауыс. Тапауыс менән сукеу.
2. Үткер йөҙлө, бәләкәй көрәк рәүешендәге ит, йәшелсә тапап ваҡлай торған ҡорал. □ Тяпка (для рубки мяса, овощей). Ит тапауысы. Йәшелсә тапауысы. Тапауыс менән ваҡлау.
146