ТАПҠАН-ТАЯНҒАН
3. Ит, йәшелсә һалып тапай торған оҙонса ағас һауыт. □ Корытце. Яңы тапауыс. Тапауыс яһау.
ТАП БУЛЫУ (тап бул-) (Р.: встречаться на пути с кем, чем; И.: meet on the way; T.: raslamak) ҡ.
Кем йәки нимәлер осрау, юлда тура килеү. □ Встречаться на пути с кем, чем; натыкаться на кого, что. Күршегә тап булыу. ■ Байтаҡтан бирле бындай уҡ етди енәйәткә тап булмаған прокурор менән тикшереусе эшкә кереште, хәрби трибунал хәрәкәткә килде. М. Кәрим. Тимер ғәскәренең хәбәргирҙары тауға ҡаса алмай ҡалған кескәй генә башҡорт кусенә тап булды. Ә. Хәкимов. Тормошо гел йылмайманы, ҡайғыһы ла тап булды. Т. Йосопов. • Буренән ҡасҡан айыуға тап булған. Мәҡәл.
ТАПЁР [фр. tapeur] (Р.: тапёр; И.: tapeur; T.: piyanocu) и.
Туйға, кисәгә саҡырылған, ресторандарҙа уйнаусы түләүле музыкант. □ Тапёр. Тапёр сығышын тыңлау. Тапёр репертуары.
ТАПИР [фр.] (Р: тапир; И.: tapir; T: tapir) и. зоол.
Америка һәм Көньяҡ-көнсығыш Азия тропигында йәшәй торған оҙон итләс томшоҡло, йомро тояҡлы һөтимәр хайуан. □ Тапир (лат. Tapirus). Тапир һурәте. Тапирҙар хаҡында документаль фильм.
ТАП ИТЕҮ (тап ит-) (Р: повстречать; И.: meet; T: raslaşmak) ҡ.
Осратыу, тура килтереү. □ Повстречать, встретить на пути. Юлда тап итеу. Поезда тап итеу. ■ Үгәкте өйөндә man итмәһәләр — Йәшендең йәйләуенән, Йәшенде өйҙә осратмаһалар, Үгәк ҡашында эҙләгәндәр. Б. Рафиҡов. Әхмәтша, хәрби хеҙмәттән һуң институт тамамлап, колхозда эшләп йөрөгәндә, осраҡлы ғына тәуге мөхәббәтен район уҙәгендә тап итте. М. Хужин.
ТАП КИЛЕҮ (тап кил-) (Р: совпадать с чем; И.: align with; coincide with; T: Taslamak) ҡ.
1. Ниндәйҙер эш-хәлдең урынына, ваҡытына тура килеү. □ Совпадать с чем. Туй байрамға тап килде. Эш ваҡытына тап килеу. ■ Колола буталыш башланыу каруанға
бәйле тугелме, шул ике ваҡиға осраҡлы ғына тап килгәнме? Б. Рафиҡов. [Гөлшандар] ҡот осҡос куренешкә тап килеп, таш бағанаға маңлайҙары менән бәрелгән кешеләй, шаңҡып туҡтап ҡалдылар. Д. Бүләков.
2. Сифат, рәүеш йәһәтенән тура килеү. □ Подходить, соответствовать; быть как раз, быть впору. Тулыһынса тап килеу. Өлөшләтә man килеу. ■ Улар [аттар] төҫтәре менән генә тугел, ҡылыҡтары менән дә тап килгән. Б. Бикбай. Ваҡыт иҫәбен юғалттым, йопмо, әллә таҡ килә. Кайһы саҡта инәйҙәрҙең юрауҙары тап килә. Т. Йосопов. Радионан аҡрын ғына ағылған тылсымлы моң Сер-гейҙың кәйефенә тап килде һәм уны бейеккә кутәреп алып менеп китте. А. Абдуллин. Мәскәу һынлы Мәскәуҙә Зәйнәп атлы кешене табыуҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәуен дә аңланы Мәликә. Т. Ғарипова.
3. Осрашыу, тап булыу. □ Повстречать, встретить. Каршыға тап килеу. Яҡшы юлдаш тап килеу. Юлда машина тап килеу. ■ Боғара Һабрауҙың яңғыҙ сығып китеуен хупламаны, Урҙа армайҙарына тап килеуенән хәуефләнде. Ә. Хәкимов. [Байыҡ сәсән:] Салауат тигән исемең ишетеп беләм ҡолаҡтан, исемеңде ишетеу — белеу тугел йөрәктән. Юлыма тап килгән һуң, әйтә торған һуҙем бар. Ҡобайырҙан.
ТАПҠАҠЛАУ (тапҡаҡла-) (Р: отбивать копыта (о лошади); И.: hurt hooves (of horse); T.: toynağı incimek) ҡ.
1. һөйл. Тояғы ашалып атлай алмаҫ булыу. □ Отбивать копыта (о лошади). Тапҡаҡлаған тай. Тапҡаҡлаған ҡолонсаҡ.
2. диал. ҡар. тубырлау I. Малайҙың аяҡтары тапҡаҡлаған. Аяҡ тапҡаҡлауынан йонсоу.
ТАПҠАН-ТАЯНҒАН (Р: всё приобретённое; И.: acquired property; T.: mal-mülk) и. йыйн.
Эшләп тапҡан, йүнләгән бөтә мал-мөлкәт. □ Всё приобретённое, заработанное, нажитое. Тапҡан-таянғанды бөтөрөу. Тапҡан-таянғанды кәлгә осороу. М [Карт — Шулгәнгә:] Тапҡан-таянған бары һис айырым булмаҫҡа; көслөнөкө — байман, тип, еҫерҙе сит курмәҫкә .. тигән илдең анты бар.
147