ТАПҠЫР
«Урал батыр». Хатта бер айлыҡ юҡ миндә байлыҡ. Тапҡан-таянған — халыҡтан алған. X. Назар. Ғаиләһен, тапҡан-таянғанын тейәп, ҡайҙалыр күсеп китә Самат. Ә. Хәкимов.
ТАПҠЫР I (Р.: место или местность, расположенные напротив чего-л:, И: place or area located opposite smth:, T.: bir şeyin karşıtı (yer) и.
Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡаршы ятҡан урын, кемдеңдер йәки нимәнеңдер тураһы; тәңгәл. □ Место или местность, расположенные напротив чего-л. Тау тапҡыры. Ауыл тапҡыры. Мәктәп тапҡыры. Н Сэми-ғулланың өйө тапҡырына етер саҡта, ҡапҡанан бәләкәй генә бер ҡыҙ бала йүгереп Сөнәғәткә ҡаршы сыҡты. Ж. Кейекбаев.
ТАПҠЫР II (Р.: прямой; И.: straight; T.: düz) с.
1. Ситкә тайпылышһыҙ; тура. □ Прямой. Тапҡыр юл. Тапҡыр һуҡмаҡ. Тапҡыр юл менән ҡайтыу.
2. Мәғәнәһе менән тура килеп торған үткер эстәлекле. □ Меткий, остроумный. Тапҡыр мәҡәл. К Маҡтаусы кеше, үҙенсәлекле һәм тапҡыр һүҙ әйтергә ынтылған хәлдә лә, сама тигән нәмәне онотмаҫҡа тырыша. М. Садиҡова. Ибрай тапҡыр яуап менән беҙҙең иҫте китәрмәксе булды. М. Кәрим.
3. Зирәк аҡыллы, йор һүҙле, сос. □ Находчивый, остроумный. Тапҡыр егет. ■ Сәлмән эшкә өлгөр, йомошҡа тилбер, һүҙгә тапҡыр, уйға отҡор булған. Әкиәттән. [Барсынһылыу:] Батыр егет, матур егет, тапҡыр егет, Алпамыша. Алғаҫап торған буҙ толпар һинеке булһын, Алпамыша. «Алпамыша».
ТАПҠЫР III (Р: прямо; И.: straight; Т.: düz) р.
1. Тура, ситкә тайпылмай. □ Прямо. Тапҡыр сығыу. ■ Был ат иленә тапҡыр ҡайтманы, ти, башта ашаған еренә барҙы, ти. Әкиәттән.
2. Үткер эстәлекле итеп. □ Метко, остроумно. Тапҡыр әйтеү. Тапҡыр яуап биреү. N «Ағас күрке — япраҡ, кеше күрке — сепрәк» тип беҙҙең халыҡ бик тапҡыр әйткән. Р. Камал.
ТАПҠЫР IV (Р: раз; И.: time; T: defa) и.
Һан, һорау алмаштары, ваҡыт рәүештәре менән килеп, эш-хәлдең башҡарылыш, үтәлеш иҫәбен белдерә; мәртәбә, ҡабат. □ Раз. Күп тапҡыр. Бер нисә тапҡыр. Өс-дүрт тапҡыр. ■ Барсынбикә бер ни ҡыла алмай: йылы йомғаҡ булып күкрәгенә һыйынған балаһы, үҙенән әллә нисә тапҡырға ҙурыраҡ тауыш сығарып, һил төндө яңғырата. Т. Ғарипова. Ултыртҡайным алма ағасы баҡсам түренә. Бөгөн уны тәүге тапҡыр күрҙем бөрөлә. Р. Назаров. [Йософ:]Ике тапҡыр илемә килдегеҙ һеҙ, беҙҙән күпме ҡәҙер-хөрмәт күрҙегеҙ һеҙ һәм тоҙ-икмәк килгән һайын ейҙегеҙ. «Ҡиссаи Йософ». • Ете тапҡыр үлсә — бер тапҡыр киҫ. Мәҡәл.
ТАПҠЫРЛАУ I (тапҡырла-) (Р: взять курс; И.: take the course; T: ...-e doğru gitmek) ҡ.
1. Йүнәлеште билдәле бер нәмәгә тура-лау; тәңгәлләү. □ Взять курс, держать направление прямо на что-л. Кәбәнгә тапҡырлап барыу. Юлға тапҡырлап барыу. Н Ҡулына сәкмәнен тотоп, кеше күренгән яҡҡа тапҡырлап барған Кинйәғолға оҙаҡ барырға тура килмәне. А. Таһиров.
2. Хәрәкәт йүнәлешен билдәләү. □ Нацеливаться на что. Тапҡырлап атыу. ■ Фронттың ҡайһы яҡҡа киткәнен тапҡырлау ҡыйын. А. Таһиров.
ТАПҠЫРЛАУ II (тапҡырла-) (Р: умножать (на какое-л. число); И.: multiply by; T: çarpmak) ҡ. мат.
Билдәле бер һанға ҡабатлау; арттырыу. □ Умножать. // Умножение (на какое-л. число). Дүрткә тапҡырлау. Унға тапҡырлау. Биште бишкә тапҡырлау. Тапҡырлау ғәмәле.
ТАПҠЫРЛАШ (Р: находящиеся напротив друг друга; И.: facing; T: karşı) с. һөйл.
Үҙ-ара ҡара-ҡаршы булған. □ Находящиеся напротив друг друга. Тапҡырлаш йорттар. Тапҡырлаш баҡсалар. Тапҡырлаш өйҙәрҙә йәшәйҙәр улар.
ТАПҠЫРЛАШЫУ (тапҡырлаш-) (Р: доходить до чего-л:, И: come, run up; T: ulaşmak) ҡ.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер тапҡырына килеү, тәңгәленә етеү. □ Доходить до
148