Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 150 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАПЛЫ
ТАПЛЫ (Р.: запятнанный; И.: spotted; stained; T.: lekeli) с.
Тап төшкән. □ Испачканный, с пятнами, загрязнённый пятнами, испачканный. Таплы кулдәк. Таплы алъяпҡыс.
ТАПЛЫҠ (таплығы) и. диал. ҡар. утынлыҡ. Таплыҡҡа утын өйөу. Таплыҡты йыйыштырыу. Таплыҡҡа туңгәк тәгәрәтеу.
ТАПМА (Р: малярия, лихорадка; И.: fever; T.: sıtma) и.
Бер өшөтөп, бер яндырып ҡалтырата торған йоғошло, дауамлы ауырыу. □ Малярия, лихорадка. / Малярийный, лихорадочный. Тропик тапма. Тапма серәкәйе. Тапма киҙеуе. Н Тапма булһа, бетеу яҙып, өшкөрөп имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАПМА ТОТОУ (тапма тот-) (Р: заболеть лихорадкой; И.: fall ill with fever; T.: sıtma krizi) ҡ.
1. Тапма ауырыуы эләгеү, тапма өйәнәге сығыу. □ Заболеть лихорадкой. // Приступ малярии. И Ышаныуҙар буйынса, тапма тотһа, кеше дерелдәй, ҡалтырай; тәне ҡыҙа йә өшөй. «Башҡорт мифологияһы»нан.
2. кусм. Ҡапыл ҡыҙып, ныҡ ярһыу. □ Разъяриться, горячиться, вспылить. Тапмаһы тота ла китә. Ҡыҙыу кеше ул, тапмаһы тоторға ғына тора.
ТАПОЧКА [рус.] (Р: тапочка, тапочки; И.: slipper, slippers; T.: terlik) и.
Өйҙә кейә торған еңел аяҡ кейеме. □ Тапочка, тапочки. Резина тапочка. Йомшаҡ тапочка. Тапочка кейеу.
ТАПРЫҠ (тапрығы) (Р.: пах; И.: inguen; T: kasık) и. диал. ҡар. сат.
Бот төбө менән ҡорһаҡ аҫтының араһы.
□ Пах. Тапрыҡ һөйәге. Киң тапрыҡ.
ТАПСЫҠ (тапсығы) и. диал. ҡар. тап II.
Тапсыҡ йыйыу. Ҡоро тапсыҡ. Тапсыҡ яғыу.
ТАП-ТАҘА (Р: безукоризненно чистый; И.: very clean; T: tertemiz) с. артыҡл. дәр. ҡар. таҙа. превосх. степ, от таҙа.
Ныҡ таҙа. □ Безукоризненно, совершенно чистый; здоровый. Тап-таҙа һыу. Тап-таҙа кейем. М Тап-таҙа зәңгәр куктә ҡап-ҡара болот пәйҙә булған да, ер менән тоташып, тирә-яҡҡа яман шом һалған. Р. Солтангә-
рәев. Мастер Төхвәтуллин инде май ағыҙыу өсөн бетон һауыт әҙерләргә, насос, компрессор һәм тап-таҙа резина итектәр, комбинезондар килтерергә бойорғайны. Ә. Байрамов. Тап-таҙа шишмә сылтырап ағып ята. М. Иҙелбаев.
ТАП-ТАҠЫР (Р: совершенно гладкий; И.: dead-level; T: dümdüz) с. артыҡл. дәр. ҡар. таҡыр, превосх. степ, от таҡыр.
Бөтөнләй таҡыр. □ Совершенно гладкий, ровный. Тап-таҡыр юл. Тап-таҡыр баш. ■ Оберштурмфюрер Брайтус тап-таҡыр башлы йәш кенә ирҙе куреп ҡалды, уның куҙҙәрендә яуызлыҡты белгертеп тороусы яман сатҡылар уйнаны. Ә. Байрамов. Тормошта тап-таҡыр тура юлдар юҡ. Яр. Вәлиев. Мәхмут Мөслим эйелеп торған тәңгәлгә ҡараны һәм улән араһынан һуҙылып киткән тап-таҡыр һуҡмаҡты курҙе. Р. Ғабдрахманов.
ТАП-ТАМАН (Р: такой, что впору; И.: to a nicety; T: tam) с. артыҡл. дәр. ҡар. таман. превосх. степ, от таман.
Ныҡ таман. □ Точно, как раз. Тап-таман кулдәк. М Рафиҡтың өсөнсө юллау ы тап-таман ваҡытта тура килде. Ғ. Хисамов.
ТАП-ТАР (Р: очень узкий; И.: very narrow; T.: dar) с. артыҡл. дәр. ҡар. тар. превосх. степ, от тар.
Ныҡ тар. □ Очень узкий, тесный. Таптар кулдәк. Тап-тар булмэ. Тап-тар юл. Ж [Рәйес] сэсдй-сдсдй һаһылдап туйғас, көҙгө себештеке кеуек тап-тар кукрәген киреп, бармағын Ирназарҙың маңлайына тоҫҡаны. Ә. Хәкимов.
ТАПТАУ (Р: окрестные деревни; И.: surrounding villages; T.: çevredeki köyler) и. диал.
Тирә-яҡ ауылдар. □ Окрестные деревни. Таптауҙа йөрөп киләм. Таптауҙан йыйылғандар.
ТАП-ТОП I (Р.: щепки и стружки; И.: chips and shavings; T.: yonga) и. йыйн.
Ағастан юнылып төшкән төрлө киҫәк, төрлө тап. □ Щепки и стружки. Тап-топ йыйыу. Тап-топ яғыу. Тап-топ менән тоҡандырыу.
150