Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 151 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАПШЫРЫУ
ТАП-ТОП II (Р: топ-топ; И.: pit-a-pat; T.: tak tak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тап иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Топ-топ (подражание звуку тяжёлых шагов). Тап-топ иткән тауыш. Тап-топ йугереу. Тап-топ һикереу. Тап-топ ҡасыу.
ТАПТЫБАЙ и. диал. ҡар. тәбейә. Тап-тыбай бигерәк тәмле булған. Иртәнге ашҡа таптыбай бешереу.
ТАПТЫР-ТОПТОР оҡш. ҡар. тапыр-топор. ■ Ҡолаҡ төбөндә иләмһеҙ яңғыраған һөрәндән, йәнә таптыр-топтор иткән ат тояғы тауышынан Мәҙинә саҡ һуштан яҙманы. Т. Ғарипова.
ТАПТЫРЫУ (таптыр ) ҡ. йөкм. ҡар. табыу 1,3,4,8. понуд. от табыу 1,3,4,8. ■ [Насир:] Теге Нурмәтте эләктерһәм, хөддәһенә сығам мин уның, ҡатын менән улымды барыбер таптырам мин унан. 3. Ураҡсин. Эшселәр икмәк таптырҙы, һуғышты туҡтатыуҙы талап итте. Ғ. Хисамов. • Ҡунаҡ һорамай — таптыра. Мәҡәл.
ТАПШАУЫР (Р: медлительный; И.: slow; T.: yavaş) с. диал.
1. Мыштыр, ығыш; яй. □ Медлительный. Тапшауыр кеше. Тапшауыр бала. Тапшауыр яуап биреусе.
2. Эште яй, ләкин еренә еткереп эшләүсе; бөтмөр. □ Аккуратный, пунктуальный. Тапшауыр ир. Тапшауыр уҡыусы. Тапшауыр килен.
ТАПШАУЫРЛАУ (тапшауырла-) (Р: возиться; И.: dawdle; T: çok uğraşmak) ҡ. диал. ҡар. мыштырлау.
Йәһәт-йәһәт кенә эшләмәй, һуҙмаҡайланыу. □ Возиться, копошиться (долго). ■ Ғимади ҡарт элек кейенеп бөттө лә ҡарсығын ашыҡтыра башланы, ҡарсыҡ һаман тапша-уырлай. С. Ҡудаш.
ТАПШЫРТЫУ (тапшырт ) ҡ. йөкм. ҡар. тапшырыу I. понуд. от тапшырыу I. Йөктө тапшыртыу. Ағасты тапшыртыу. Һалым тапшыртыу.
ТАПШЫРЫЛЫУ (тапшырыл-) ҡ. төш. ҡар. тапшырыу I. страд, от тапшырыу I. Хат тапшырылмаған. Имтихан тапшырылған. ■ Кенәз Григорий Семёновичҡа икенсе дәрәжәләге Георгий тәреһе тапшы
рылып, генерал-аншеф званиеһы бирелде. Я. Хамматов.
ТАПШЫРЫУ I (тапшыр-) (Р: передавать; И.: pass; T.: iletmek) ҡ.
1. Кемдеңдер ҡулына, ҡарамағына биреү. □ Передавать. // Передача. М Купме быуын аманатын кеше килер быуындарға тапшыра. Р. Бикбаев. [Карт:] Улым, был уҡ-һаҙаҡ менән балта миңә олатайымдан ҡалған. Уларҙы мин һиңә тапшырам. Әкиәттән.
2. Кемдер тарафынан ҡушылғанды әйтеү, биреү һ.б. □ Передавать, давать; вручать. // Передача, вручение. Сәләм тапшырыу. Телеграмма тапшырыу. ■ Мәғфурә Шәһиҙә әбейгә Айбулаттың утенесен тапшырҙы. һ. Дәүләтшина.
3. ҡар. бүләкләү. ■ Бер аҙнанан наградалар тапшырыу тантанаһында Мөхәмәт-шаның да исеме аталды. М. Хужин.
4. Закон, килешеү, вазифа буйынса тейеш булғанды дәүләткә йәки рәсми ойошмаға биреү. □ Сдавать. // Сдача. Һалым тапшырыу. Ит, йомортҡа тапшырыу. ■ Колхоз Тыуған ил алдындағы изге бурысын — дәуләткә иген тапшырыу йөкләмәһен намыҫ менән утәп сыҡты. Ф. Әсәнов.
5. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ҡарамағына биреү. □ Поручать, перепоручать. // Поручение, перепоручение. Вазифаны тапшырыу. Документтар тапшырыу. ■ [Малайҙарҙың] иҫәптәре — документтарын тапшыра һалып, төш ауыуға ҡайтып етеу, сөнки улар ҙа эшһеҙ кеше тугел. Д. Бүләков.
6. Эшкә, ҡулланыуға әҙер итеп файҙаланырға биреү. □ Сдавать. // Сдача. Йорт-ҡураны тапшырыу. Йортто тапшырыу. Балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу.
7. Эш-белем кимәлен тикшереү маҡсатында һынау тотоу. □ Сдавать. // Сдача. Тест тапшырыу. ■ Имтихан тапшырғас, иртәгә Сәлмән уҙе киләсәк, уңарсы Вәлимә бер ҡайҙа ла сыҡмай — шулай һуҙ беркетеп айырылыштылар. С. Шәрипов.
8. Ниндәйҙер эште кемдер йәки нимәлер өҫтөнә йөкмәтеү. □ Поручать. Йөкләмә тапшырыу. Йыйылыш уткәреуҙе тапшырыу. ■ [Батша:] Үҙем әйтә алмайым. Мин был эште хөкөмсөләргә тапшырам. Әкиәттән.
151