ТАПШЫРЫУ
9. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ҡарамағына, ихтыярына биреү, ҡалдырыу. □ Вверять; оставлять. // Вверение; оставление (на усмотрение, под ответственность). Тәрбиәһенә тапшырыу. ■ Донъяны уҙ йөрәгеңә һыйҙырыу — уҙеңде тыуған ереңә, кешеләргә ышанып тапшырыу тигән һуҙ. Ә. Вахитов.
10. тех. Хәрәкәт йәки энергияны бер урындан икенсегә төрлө юл менән күсереү. □ Передавать. // Передача (энергии, тока и т. д.). Тапшырыу механизмы.
11. Радио һәм телевидение аша халыҡҡа еткереү, ишеттереү. □ Передавать. // Передача. Радионан ҡыҙыҡлы концерт тапшыралар.
ТАПШЫРЫУ II (Р: передача; И.: broadcast; T.: program) и.
Радио йәки телевидение аша бирелгән хәбәр, һүрәтләмә, музыка һ.б. □ Передача. Музыкаль тапшырыу. Телевидение тапшырыуҙары. «Сәләм» тапшырыуы. ■ [Ғилман:] Беҙҙең яҡын-тирәләге бөтә ауылдар тип әйтерлек әлеге көндә Өфө, Мәскәу тапшырыуҙарын ҡарай. Д. Бүләков. Мөйөштәге телевизор аша ниндәйҙер тапшырыу бара, ләкин әлегә уға иғтибар итеусе юҡ. М. Ғиләжев.
ТАПЫЛАУ (тапыла-) (Р: испачкать; И.: pollute; T.: lekelemek) ҡ. диал. ҡар. бысратыу.
Кер, бысраҡ тейҙереп бысратыу. □ Испачкать. Кейем тапылау. Кулдәк тапылау. Ҡулъяулыҡты тапылау.
ТАПЫЛДАТЫУ (тапылдат-) (Р: топать;
И.: stomp; T.: tak tak ettirmek) ҡ.
1. Тап-топ (II) иттереү, тап-топ иткән тауыш сығарыу. □ Топать; стучать, постукивать. // Стук, постукивание.
2. ҡар. тапау I, И. Аяҡты тапылдатыу. Арҡанан тапылдатыу.
ТАПЫЛДАУ (тапылда-) (Р: топать;
И.: stomp; T: tak tak etmek) ҡ.
Тап итеү, тап-топ итеү, тап-топ килеү. □ Топать; стучать, постукивать, греметь. // Топот, цокот, постукивание. Тапылдап йугереу. Тапылдап атлау. М Бер һыбай кеше быларға тапылдап етеп тә килә. Т. Йәнәби.
ТАПЫРЛАУ (тапырла-) (Р: топать; И.: stamp; T: tak tak etmek) ҡ.
Тапыр-топор итеү, тапыр-топор килеү.
□ Топать; громыхать. // Топот; громыхание (ногами). Тояҡ тапырлауҙары ишетелә. Тапырлап йугереу.
ТАПЫРЛАШЫУ (тапырлаш-) ҡ. урт. ҡар. тапырлау, взаимн. от тапырлау. Тапыр-лашып килеу. Тапырлашып килеп етеу.
ТАПЫР-ТОПОР (Р: подражание топоту лошадей или людей; И.: sound imitation word; T: tak tak) оҡш.
Күмәк кеше йәки мал аяғының тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание топоту лошадей или людей; звук топота. Тапыр-топор сабыу. Тапыр-топор йугереу. Аттар куперҙән тапыр-топор итеп киләләр. Тапыр-топор бейейҙәр. ■ Алтын башаҡ игенде ырҙындарҙа баҫырбыҙ, тапыр-топор юрттырып, аҙбарҙарға ташырбыҙ. Ғ. Амантай.
ТАПЫРЫҠ I (тапырығы) (Р: паховый сустав; И.: groin joint; T: kasık oynağı) и.
Сат быуыны. □ Паховый сустав. Тапырыҡ һөйәге. Тапырығы һыҙлай.
ТАПЫРЫҠ II (Р: грязный; И.: dirty; muddy; T: lekeli) с. диал. ҡар. бысраҡ.
Таҙа түгел, бер нәмәгә буялған йәки ҡатышҡан. □ Грязный. Тапырыҡ кейем. Тапырыҡ иҙән. Тапырыҡ һыу.
ТАПЫС (Р: недостаточно; И.: deficiently; insufficiently; T: az)/?, диал. ҡар. әҙ.
Наҡыҫ, әҙерәк. □ Недостаточно, маловато. Аҡса тапыс ҡына. Еләкте тапыс ҡына йыйыу.
ТАР I (Р: узкий; И.: narrow; T: dar) с.
1. Иңе, киңлеге бәләкәй; киреһе — киң.
□ Узкий. Тар коридор. Тар һуҡмаҡ. Тар юлдан барыу. К Тар юл саң-туҙан, төтөн менән солғана. Ғ. Хөсәйенов. [Булат:] Ҡалаға ингәс, беҙҙе бер тар урамға индереп, шунда теҙеп ҡуйҙылар. Д. Юлтый.
2. Ян-яғы ҡыҫынҡы; киреһе — иркен.
□ Тесный. Тар булмә. Тар урын. М һабрау, хеҙмәтселәр йортонда уҙенә бирелгән тар булмәлә бикләнеп, думбыра сиртергә тотона. Ә. Хәкимов. Ҡасандыр бер тар бишеккә һыйып, бишек йыры баҫҡан куңелем бар
152