Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 153 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРАЙЫУ
донъяға һыймай, һулҡып һыҙлай, иҫке хистәр бөткән күмелеп. Р. Ғарипов.
3. Ҡыҫып, кипсәлеп торған, тығыҙ (кейемгә ҡарата). □ Узкий, тесноватый, кургузый. Тар итек. Тар итәкле күлдәк. Тар еңле.
■ Тик уйлама заман талабы тип көпшәләй тар салбар балағын. Ш. Бикҡол. [Закир] тар балаҡлы байка салбарын тубыҡ тәңгәленән әҙ генә күтәреп, күк сатин күлдәгенең яғаһын ысҡындырып ҡуйҙы. 3. Биишева. [Апайым] аҙ ғына кейелгән бейек үксәле, тар ҡуныслы итек, аҙ ғына таушалған шәл яғалы пальто алып ҡайтты Өфө толчөгы-нан. М. Кәрим.
4. күсм. Ирек, мөмкинлек йәһәтенән сикле. □ Ограниченный; узкий; незначительный. Тар донъя. ■ Әлеге шул ҡул етмәй, ваҡыт тар, башлап йөрөй торған кешеһе юҡ. Д. Бүләков.
♦ Тар күңелле ҡар. тар эсле 1. Тар маңлай донъяға ҡарашы, ысынбарлыҡты аңлау, баһалау һәләте сикле булған. □ Тугодум.
■ «Ашлыҡты бөтөнләй һуҡмай ҡышлатабыҙ!» — тип, тар маңлай улдарын ғәжәпкә ҡалдырҙы [Аллаяр]. Ф. Иҫәнғолов. Тар эсле 1) кешенән тарыға торған, көнсөл тәбиғәтле. □ Завистливый. ■ Бөтә түрәләр кеүек үк, ул да [Мөхәррәм] тар эсле, бүтәндәрҙең кескәй генә уңышы ла уның көнсөллөгөн килтерә. М. Ямалетдинов; 2) диал. ҡырыҫ, кеше менән аралашып бармаған. □ Нелюдимый. Тар эсле күрше.
ТАР II [фарс. jtf] (Р.: тар; И.: tar; Т.: tar) и. муз.
Әзербайжанда, Әрмәнстанда, Грузияла таралған ҡыллы музыка ҡоралы. □ Тар. Тарҙа уйнау. Тар төҙөлөшө. Тар ҡылы өҙөлгән.
ТАРА [ит.] (Р: тара; И.: packing; tare; T: ambalaj) и.
1. Төрлө нәмә һалып ҡуя, һалып ташый торған һауыт (тоҡ, ҡап, йәшник Һ.6.). □ Тара. / Тарный. Тара эшләү. Быяла тара.
2. Төрлө нәмә һалынған һауыт, йөк тейәгән машина, вагондың ауырлығы. □ Тара.
ТАРАҒЫС (Р: прядильный гребень; И.: weaving comb; T: iplik tarağı) и. диал. ҡар. ҡаба.
Йөн иләү өсөн ҡулланылған тараҡ башлы таяҡ. □ Прядильный гребень. Тарағыс һатып алыу. Тарағыс менән тарау.
ТАРАҘАЙ (Р: сноповозка; И.: cart for carrying sheaves; T: demet taşıyan araba) u. диал.
Кәлтә арбаһы. □ Сноповозка. Тараҙай һөйрәү. Тараҙайға тейәү.
ТАРАЖНИК (таражнигы) (Р: пряжка, бляха; И.: buckle; clasp; T: toka) и. диал. ҡар. айыл.
Ыңғырсаҡты бауыр аҫтынан тарттырып нығыта торған яҫы бау. □ Пряжка, бляха (ремня). Таражник бәйләү. Таражнигы бушаған.
ТАРАЙ (Р: разновидность кувшинки; И.: water lily species; T: bir tür bitki) и. диал.
Томбойоҡтоң бер төрө. □ Разновидность кувшинки. Тарайҙы өҙөргә ярамай. Тарай күреү. Тарай үҫкән ер.
ТАРАЙТТЫРЫУ (тарайттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тарайтыу, понуд. от тарайтыу. Салбарҙы тарайттырыу. Кейемде тарайттырыу.
ТАРАЙТЫУ (тарайт-) (Р: суживать, делать узким; И.: narrow; T: daraltmak) ҡ.
Тарға әйләндереү, тар итеү. □ Суживать, делать узким, тесным. // Сужение. Салбарҙы тарайтыу. Юлды тарайтыу. М Аҡсәскә.. яңы күлдәгенең итәген тарайтып ҡабат текте. М. Тажи. Бына кәбән яртыһынан уҙып китте. Хәҙер уны тарайтып, ослай башларға кәрәк. Н. Мусин. Азамат, башбаштаҡланып, штуцерҙы алмаштырырға, диаметрын тарайтырға ҡуша. Р. Солтангәрәев.
ТАРАЙЫУ (тарай-, тарая) (Р: суживаться; И.: narrow down; T: daralmak) ҡ.
1. Иңе, киңлеге бәләкәсләнеү; тар булыу. □ Становиться узким; суживаться. // Сужение. Мәмерйә ауыҙы тарайған. Юл тарайҙы. ■ Юл тарайып, урман ике яҡлап тығыҙ ҡойма булып күтәрелде. Р. Байымов. Юғарыға үрмәләгән һайын тау киртләсе лә урыны-урыны менән бөтөр сиккә етеп тарая барҙы. Ә. Хәкимов. Артабан ҡыуыш имгәкләп үтерлек кенә булып тарая. Н. Мусин.
153