Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 154 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРАҠ
2. Ян-яҡтан ҡыҫынҡыланып, иркенлеге бөтөү, тарға әйләнеү. □ Становиться тесным, тесноватым. Урын тарайҙы. М Хәҙер уларҙың [Кукбуреләрҙең] биләмәләре лә көндән-көн тарая. Т. Ғарипова. Иркен кабинет тарайып, бәләкәйләнеп ҡалғандай тойолдо. Д. Бүләков. Буйға уртанан саҡ ҡалҡыу булһа ла, ул [Фазлыев] килеп инеу менән өй тарайып ҡалғандай тойола. Ә. Хәкимов.
3. Кипсәү, ҡыҫтауға әйләнеү, тығыҙ булыу (кейемгә ҡарата). □ Становиться тесным, тесноватым, кургузым (об одежде и т. п.). Кулдәк тарайҙы, Я Сәғиҙәнең ус төбө тирләне, өҫтөндәге пальтоһы әллә нисек тарайып, тыны ҡыҫыла башланы. М. Тажи.
4. кусм. Ирек, мөмкинлек йәһәтенән сикләнгән булыу, тарға әйләнеү. □ Ограничиваться. // Ограничение. Ваҡыт тарайҙы. ■ Тик Иштуғандар тыуған ваҡытҡа инде ул ғәҙәткә мөмкинлек тарайған. 3. Биишева.
5. кусм. Донъяға ҡарашы, ысынбарлыҡты аңлау һәләте сикләнеү. □ Ограничиваться. // Ограничение. Н Әҙәм өйҙәре, тим, киңәйә лә, тик куңелдәр генә тарая. Т. Йосопов.
ТАРАҠ (тарағы) (Р.: гребень; И.: comb; Т.: тагак) и.
1. Сәсте, йөндө тарай торған тешле-тешле ҡорал. □ Гребень; расчёска. Ваҡ тараҡ. Эре тараҡ. Тимер тараҡ. Ағас тараҡ. Кәзә тарағы. Я Ә ай нуры көмөш тараҡ менән тарай һинең ебәк толомдо. Р. Ғарипов. Башҡына-йым тарайым, тарағын ҡайҙан алайым? Халыҡ йырынан. [Ҡыҙ — Заятуләккә:] Алтын тараҡ, ай көҙгө — бына һиңә буләгем. «Заятүләк менән Маянһылыу».
2. Буйлыҡҡа үткәрелгән арҡауҙы ҡыҫып тығыҙлай торған тешле-тешле ҡорал; ҡылыс. □ Чесалка (ручного ткацкого станка). Тимер тараҡ. М [Маһитап] бер услам кәзә мамығын уға биреп, икенсеһен тараҡҡа бәйләп ҡуйҙы ла, бармаҡтары менән шуны һауа-һауа, орсоғон өйөрөлтөп ебәрҙе. Ғ. Ибраһимов.
3. миф. һыу эйәһе, сихыр менән бәйле мифлаштырылған предмет. □ Гребень, расчёска (мифологизированный предмет). Тарағыңды ташлап йөрөмә — сихырларҙар.
♦ Тараҡ теш сер тотмаған кешегә әйтелә.
□ Болтливый. Бигерәк тараҡ теш булырһың да инде!
ТАРАҠАН (Р: таракан; И.: cockroach; T.: Hamamböceği) и. зоол.
1. Тура шыма ҡанатлы, оҙон мыйыҡлы, зарарлы бөжәк. □ Таракан. / Тараканий (лат. Blattoptera). Я Фатима төтөн менән ыҫланған тушәм таҡталарында йугереусе еҙ сәкмәнле тараҡандарҙы ҡарап ята ине. Ғ. Хәйри. Мал өйөнөң .. бәҫәреп бөткән стеналарын, тубә таҡталарын тараҡандар, ҡырғаяҡтар бөтөнләй һырып алғайны.
3. Биишева. • Балыҡҡа — арыҡ, тараҡанға — ярыҡ. Әйтем.
2. миф. Именлек һәм тыныслыҡ билдәһе.
□ Таракан (символ жизни, благополучия). Тараҡан ҡасһа, өйҙән ырыҫ китә. ■ Бай кешенең тараҡанын алып ҡайтып урсеткән кеше мотлаҡ байый икән, тип ишеткәйне ул [Кәйум]. Ғ. Лоҡманов.
♦ Тараҡан бото кеүек сатай-ботай яҙылған яҙыуға ҡарата әйтелә. □ Неровный, некрасивый, неряшливый, небрежный (о почерке). Таракан бото кеуек яҙыуы. Тараҡан булыу кемдәрҙеңдер араһына инеп, мөнәсәбәтенә ҡамасаулау. □ Портить чьи-л. отношения, мешать чьим-л. отношениям. ■ [Егет:] Сәғиҙә Хәсәновна яңғыҙ булмаҫ, уҙе менән бергә уҡыған, вәғәҙәләшеп ҡуйған егете барҙыр әле, кеше араһына тараҡан булып кереу оҡшамаҫ. М. Тажи.
ТАРАҠАН БАТШАҺЫ (Р: белый таракан; И.: albino cockroach; T: beyaz hamamböceği) и. диал.
Аҡ тараҡан. □ Белый таракан. Тараҡан батшаһы маҙаға тейә. Тараҡан батшаһына ағыу һалыу. Тараҡан батшаһын ултереу.
ТАРАҠАН КӨБӨҺӨ (Р: яйцевая капсула (у тараканов); И.: egg capsule; T: һа-mamböceğinin yumurtası) и. диал.
Тараҡан күкәйенең тышҡы ҡабы. □ Яйцевая капсула (у тараканов). Тараҡан көбөһөн юҡ итеу. Тараҡан көбөһө табыу.
ТАРАҠАН ҠАТЫРЫУ (тараҡан ҡатыр-) (Р: морить тараканов; И.: exterminate cockroaches; T: hamamböceklerini yok etmek) ҡ.
154