ТАРАЛЫУ
Ҡышҡы һыуыҡта өйҙө бер нисә көн яҡмай тотоп, тараҡандарҙы туңдырыу. □ Морить тараканов. Тараҡан ҡатырыу менән булышыу.
ТАРАҠБАШ (Р.: житняк; И.: wheat grass; T.: çimen) и. бот. ҡар. бесәйғойроҡ.
Башағы бесәй ҡойроғона оҡшаған, ваҡ ҡына йылтыр ҡара орлоҡло ҡыяҡлы үлән.
□ Житняк (лат. Agropyron). Тараҡбаш. Тараҡбаш тамыры. Тараҡбаш һарғайған.
ТАРАҠ ЛАУ (тараҡла-) ҡ. диал. ҡар. тарау I. Сәс тараҡлау. Тараҡлап уреу.
ТАРАҠСАБАҠ (тараҡсабағы) (Р: вид плотвы; И.: dace; T.: çamcağın bir türü) u. диал.
Оҙон нәҙек сабаҡ. □ Вид плотвы. Тараҡ-сабаҡ momoy. Ваҡ тпараҡсабаҡ. Тараҡсабаҡ ҡыҙҙырыу.
ТАРАЛҒЫ I (Р: пряжка; И.: buckle; Т.: тока) и.
Ҡайыш, айыл кеүек нәмәләрҙең башына ҡуйылған тимер эләктергес; ҡайыш тимере.
□ Пряжка (на подпруге). Еҙ таралғы. Айыл таралғыһы. М Ҡаршылағы һөҙәк ярға Сары-хан сабып килә, атының тушенә баҫылған ҡайыш таралғыһына ҡояш нуры сағылып, куҙгә бәрә. 3. Ураҡсин. Алғаһын .. Иҙеукәй-ҙең менгән атының айыл тартмаларының таралғыһын тартып ҡуя. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ТАРАЛҒЫ II (Р: подпруга; И.: girt; horse sling; T.: kolan) и. ҡар. айыл.
Ыңғырсаҡты бауыр аҫтынан тарттырып нығыта торған яҫы бау. □ Подпруга. Таралғыны тартыу. Алғы таралғы. Артҡы таралғы.
ТАРАЛМЫШ (Р: разбросанный; И.: scattered; sparse; T.: dağınık) с. диал.
Тирә-яҡҡа таралған. □ Разбросанный, раскиданный. Таралмыш йорттар. Таралмыш урамдар. М Башланғыс һәм тамамлан-мыш улар [балдаҡтар] һәр саҡ ялғанмыш. Был ике ос һәр саҡ тоташ! Ту гел улар таралмыш. Т. Ҡарамышева.
ТАРАЛЫУ I (тарал-) (Р: расходиться (в стороны); И.: seatter; break up; T.: dağılmak) ҡ.
1. Бер төркөмдән айырылып йәки йыйылған урындан ян-яҡҡа китеү. □ Расходиться (в стороны); разбредаться. // Расхождение; разброд. Мал таралды, m Егет бер һыҙғырғайны, бөтә ҡала ҡошо йыйылды, ти. Икенсе төрлөрәк итеп һыҙғырғайны, ҡоштар таралып бөттө, ти. Әкиәттән. Туғыҙ башлы бер йылан: «Юҡҡа йыйылып тормағыҙ, ымһынышып йөрөмәгеҙ, һеҙгә теймәҫ — көтмәгеҙ», — тигәс, барыһы таралған. «Урал батыр». Халыҡ таралыу яғын ҡарай башланы. Т. Хәйбуллин.
2. Торған, йәшәгән урынды ҡалдырып, төрлө яҡҡа китеү. □ Расселяться. // Расселение (в разные места). Башҡорттар Себергә лә таралған. Я Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа .. Башҡортостандағы башҡорттар купләп республиканан ситкә таралды. Р. Бикбаев. Пайтәхетен, батшалығын ташлап, [кешеләрҙең] иҫән ҡалғандары төрлө илдәргә таралған. Ғ. Хөсәйенов.
3. Ҡатнашыусылар төрлө яҡҡа китеп бөтөү, ғәмәлдә булыуҙан туҡтау. □ Расходиться, разъезжаться, разбредаться. // Разъезд. Кусмә баҙар таралды. Конференция таралды. ■ Барса, ҡабат тирмәгә инеп, мәжлес таралғансы ултырҙы. Б. Рафиҡов. Туй таралғас, Туҡтамыш, саҡырып алып бейҙәрен, Ханбикәнең төшөнө барына ҡарап һөйләгән, төштө юрап биреуҙе Һабрауҙан һораған. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
4. Ян-яҡҡа йәйелеп юҡҡа сығыу, әкренләп бөтөү. □ Рассеиваться. // Рассеивание. ■ Томан таралып, кук йөҙө, тирә-яҡ яҡтырғайны инде. А. Абдуллин. Залп шаңдауы баҫылып, дары төтөнө тарала башлағайны инде. Ә. Хәкимов. Ҡояш кутәрелеугә, болоттар таралып бөттө. Ф. Әсәнов.
5. Кеше аша халыҡҡа ишетелеү, күптәргә билдәле булыу (һуҙ, хәбәр, яңылыҡ, исем һ. б. ҡарата). □ Распространяться, разноситься. // Распространение. ■ Ғәҙәттән тыш ваҡиға тураһында хәбәр тиҙ арала бөтә мәктәпкә таралып өлгөрҙө. Яр. Вәлиев. Байрам утеу менән, ғәйеп булған кешенең яҙмышы тураһында тағы ла серлерәк һәм ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәр таралды. Ә. Бик-
155