ТАРАЛЫУ
чәнтәев. Ауылда береһенән-береһе ҡурҡы-нысыраҡ, шомлораҡ һуҙҙәр таралды. 3. Биишева.
6. Төрлө урынға, күп кешегә күсеп, урын алыу, ғәмәлләшеү. □ Распространяться, разноситься. // Распространение. Аттар араһында таралған ауырыу. Кешеләр араһында таралыу. ■ Төрткө аулау — беҙҙең яҡта киң таралған кәсеп. Д. Шәрәфетдинов. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу» — төрки телле халыҡтарҙың ҡыпсаҡ төркөмө араһында иң киң таралған эпик әҙәр. Ә. Харисов. Аҡтамыр республикабыҙҙа киң таралған уҫемлектәрҙән һанала. В. Ғүмәров.
7. Бер сығанаҡтан сығып ишәйеү. □ Распространяться. // Распространение. Бер ырыуҙан таралған халыҡ. В Замандар утеу менән, был дурт батырҙан дурт ырыу таралған, ти. 3. Биишева. Курше-тирәләге ауылдар шул Ишәленән таралып ултырған, ти. Әкиәттән. Тамъян, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тиләу, Бөрйән, Юрматы — бер атанан таралған уландар, бер туғандар. Риүәйәттән.
8. һауаға йәйелеү, тирә-яҡты тултырыу. □ Распространяться. // Распространение (запаха и т. п.). Яҡтылыҡтың таралыуы. Тирә-яҡҡа моң таралды. Хуш еҫ таралды. ■ Тирмәгә, танауҙарҙы ҡытыҡлап, йәш ҡымыҙ еҫе таралды. Ғ. Хөсәйенов. Усаҡтан сөскөлтөм еҫле төтөн таралды. Б. Рафиҡов. Саңғыраҡ аша төшкән һаран ғына яҡтылыҡ тирмә эсенә таралды. К. Мәргән.
9. Төрлө яҡҡа һибелеү, сәселеү. □ Рассыпаться. Таралып ятҡан китаптар. Сәсе иңенә таралған. В [Кендек:] Ситтәрәк таралып ятҡан бер нисә ташты өйөмгә алып һалайым тип ҡул һондом. М. Кәрим. Бәхтейәр Ишембаев шунда таралып ятҡан куп бурәнәләрҙең береһенә ултырған да аҡрын хәрәкәт менән тәмәке төрә. А. Карнай. Урындыҡ баштарында, мейес ҡашағаһында, мөйөштәге ҙур һандыҡ тирәһендә сепрәк-сапраҡ, кейем-һалым таралып ята. Р. Байымов.
10. Ваҡ ҡына киҫәктәргә, өлөштәргә бүленеү. □ Рассыпаться. В [Һыйырҙарҙың]
ҡайһы берәуҙәре .. хәлһеҙ бәуелә, һәм бөтә ҡабырғалары, тирене тишеп сығырҙай булып торған һөйәктәре бына-бына таралып төшөр һымаҡ ине. А. Абдуллин.
11. кусм. Бөтөнлөгө, төҙөклөгө бөтөү, юҡҡа сығыу. □ Разваливаться; разрушаться. // Развал; разрушение. Ауылдар таралды. Хужалыҡ таралды. Тарала башлаған йөрт. В Сыңғыҙ империяһы таралыу менән, уның биләмәләренә Мәскәу батшалығы дәғуә итә башлап, Ҡазан ханлығын ҡыйратҡас, башҡорт бейҙәре урыҫ батшаһы Иван IV-гә барып баш һалды. М. Хужин.
12. кусм. Күңелдән китеү, бөтөү (төрлө уй-кисерешкә ҡарата). □ Рассеиваться, проходить, исчезать (о мыслях). // Рассеивание. Куңелһеҙ уйҙар таралды. Ҡайғы-хәсрәт таралды. Шик таралды. В [Таяздың] улы янында баштағы ғәм тарала, арыу бөтә, куңелдә шатлыҡ тыуа. Ш. Янбаев. Әхмә-диҙең Шаһиәхмәт ағаһына ҡарата булған был упкәһе бер аҙ таралды. Ж. Кейекбаев. Йәғәфәрҙең куңелен томалап торған ауыр уйҙар таралып юҡ булды. Р. Солтангәрәев.
13. кусм. Иғтибар көсө бөтөү, тарҡауланыу (аң-зиһен, хәтергә ҡарата). □ Терять; быть рассеянным. // Потеря ясности (мысли, сознания); рассеянность. Хәтерем таралды. Аң-зиһен таралды. В Уның [Зәйту-нәнең] уйҙары сыбалды, хистәре таралды, йөрәге кукрәгенән сығырға етешеп йыш-йыш типте. Ф. Әсәнов. Зиһене таралып, Бибисара уға [Тәлимәгә] «әхирәт» тип өн-дәшеуҙән саҡ тыйылды. Ә. Хәкимов.
14. кусм. Иҙрәп быуынһыҙланыу (быуын, тәнгә ҡарата). □ Становиться слабым, бессильным, слабеть (об органах тела), обессиливать. Тән таралып тора. Быуын таралыу. В [Суминовтың] кинәт быуыны таралып, ишек төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы. Ә. Хәкимов. [Кендек:] Минең бөтә быуындарым таралды ла төштө. М. Кәрим.
15. Ҡаушау, ҡурҡыуҙан юғалып ҡалыу, ҡойолоп төшөү. □ Растеряться, сильно испугаться. Ҡурҡыуҙан таралып төшөу. В [Йәнтимер] кеше оятһыҙлығы алдында таралып төштө. М. Кәрим.
156