Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 157 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРАН
ТАРАЛЫУ II (тарал-) ҡ. төш. ҡар. тарау. страд, от тарау. Баланың сәсе таралып урелгән. ■ Шыма итеп кенә ярып таралған ҡыҫҡа сәсле, ҡара ҡашлы, моңһоуыраҡ ҡарашлы, ҡуңыр йөҙлө, йыйып ҡына әйткәндә, бөтә ере лә килгән уның [Мәрйәм Ҡәнзәфәровнаның]. Д. Бүләков. Оҙонса ҙур башта һирәгәйә, ағара башлаған ҡылған сәс шыма итеп таралған. Р. Өмөтбаев. [Козиндың] шыма итеп артҡа таралған оҙон сәстәрендә сал әҫәре курмәҫһең. Н. Мусин.
ТАРАЛЫШЫУ (таралыш-) ҡ. урт. ҡар. таралыу I, 1. взаимн. от таралыу I, 1. Эшкә таралышыу. Уйынға таралышыу. Ҡайтырға таралышыу. ■ Кешеләр, эш көнөн тамамлап, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша ине инде. А. Абдуллин. Көндөң кисләп китеуе уларҙы [килеуселәрҙе] таралышырға мәжбур итә. «Ҡуҙыйкүрпәс». Эңер яҡынлаша башлағанда ла кешеләр Әмин бай тирмәһе эргәһенән таралышманы. Я. Хамматов.
ТАРАМЫШ I (Р.: сухожилие; И.: tendon; T.: kiriş) и.
1. Мускул һәм һөйәктәрҙе тоташтырыусы, һуҙылыусан ныҡ һәм тығыҙ туҡыма. □ Сухожилие. М Сәбилә әберкәләр һалдырып, яңы кулдәк тектереп кейгән кейеугә, әммә уның ҡоро тарамыштан торған тәненә һис кенә лә килешмәй шул. Т. Ғарипова. Ғәләмшә әбейҙе уның тарамыштарын һыҙлатҡан яңғыҙаҡ тормош ауырлығынан тик колхоз ғына һөйрәп сығара алды. С. Агиш. Корбанғәле менән фин һуғышында һул теҙ аҫтындағы тарамышын өҙҙөрөп ҡайтҡан Кәшфулланан башҡа ауылда ир затынан ҡарт-ҡоро ла ғәрип-ғөрәбә генә тороп ҡалды. М. Кәрим.
2. Һуҙып киптерелгән шул туҡыма. □ Сухожилие (высушенное). Айыу тарамышы. Буре тарамышы. М Йылҡы тарамышынан тартылған ныҡ кереш тартыу урынына ошо көйәнтәләрен йукәнән өйөргән бау менән тарттырып ҡуйырҙар [кешеләр]. «Зөһрә менән Алдар». Атаһының янында [Айбикәнең] әсәһе лә йә тарамыш ишеп, йә тарамыш һумалалап .. ултыра, һ. Дәүләтшина.
3. миф. Мифлаштырылған, йола менән бәйле предмет. П Сухожилие (мифологизированный предмет). ■ Ат, һыйыр, ҙур әйбер юғалғанда буре тарамышын уртәгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан. Тарамыш яндырғанда бурҙың тарамыштары тартышып улә. Халыҡ ижадынан.
ТАРАМЫШ II (Р: худой; И.: lean; T.: kuru, zayıf) с. һөйл.
1. Май ҡатламы булмаған, ҡаҡса; йоҡа тәнле. □ Худой; сухой, худощавый. Тарамыш беләк. ■ Ул [Хәҙисә] теге тарамыш Харис малайы менән һуғышҡа тиклем ук ныҡ буталды бит. Ғ. Аллаяров. Алдарҙы кургәс, .. кукрәгенә ҡаушырған тарамыш ҡулдарын һоноп, башын ҡутәрҙе [Иҫәкәй]. Н. Мусин. Киң яурынлы Яғылбай, туңәрәктәге халыҡ араһынан сығып, көрәшсе янына килеп баҫа һәм тарамыш ҡулдары менән уның биленән ала. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. кусм. Бик һаран, һыҡмыр. □ Жадный, скупой, скаредный. Тарамыш кеше. Тарамыш булыу. М Ҡайһылай сәуек кеуек әсе тешләргә тора уны [Шәмсинурҙы] бынау тарамыш килене! Т. Ғарипова.
ТАРАН I [гр.] (Р: таран; И.: batteringram; T.: koçbaşı) и.
1. тар. Ҡусҡарбаш (боронғо һуғыштарҙа ҡәлғә стеналарын емереу ҡоралы). □ Таран (древнее орудие для разрушения крепостных стен). Таран менән емереу.
2. хәрби. Дошман самолётын, танкыһын, карабын үҙ самолётың, танкың, карабың менән төкөтөп атакалау алымы. □ Таран. Таранға барыу. Таран яһау. М Бикеев уҙ танкыһын уңға борҙо һәм дошман танкыһына таранға ташланды. Ш. Бикҡол. Легендар урыҫ пилоты Пётр Нестеров 1914 йылдың август айында беренсе тапҡыр уҙ истребителе менән дошман самолётына һауала таран яһап һәләк була. «Башҡортостан», 26 июль 2014.
3. диңг. Дошман карабын төкөтөү өсөн хәрби судноның алдына эшләнгән осло ҡулайлама (XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем). □ Таран.
ТАРАН II [рус.] (Р: тарань; И.: sea roach; T: bir tür balık) и. зоол.
157