ТАРАУ
6. Ниҙелер күмәк кешегә берәм-берәм биреү; өләшеү. □ Раздавать. Аҡса таратыу. Буләк таратыу. Кәнфит таратыу. ■ Затлы тиреләргә, татлы балға алмашып алып ҡайтҡан буҫтау, ебәктәрҙе ырыу баштарына, сардарҙарға тараттылар, артабан улар ырыуҙаштарының тейешле кешеләренә еткерәсәк. 3. Ураҡсин. Әлимғужа, ауылына килгәс, ауыл старостаһы, ҡарттар менән итәғәтле һөйләшә, мул итеп кустәнәс тарата. М. Хужин.
7. Айырым нәмәләрҙе тейешле кешеһенә йәки урынына тапшырыу. □ Раздавать, разносить. // Раздать. Гәзит таратыу. Хат таратыу. Саҡырыу ҡағыҙы таратыу. М [Мотал] ике-өс көндөң почтаһын бер юлы тарата. Н. Мусин. [Баһау] Силәбе эшселәре араһына барып, прокламациялар таратыуҙа ғәйепләнеп, бер ни тиклем ваҡыт төрмәлә булып сыҡҡанлығын да һөйләне. Ғ. Хәйри.
8. Кеше аша халыҡҡа ишеттереү, күп кешегә билдәле итеү, еткереү (һуҙ, хәбәр һ. б.). □ Распространять, разносить (вести). // Распространение, һуҙ таратыу. Котҡо таратыу. Фекер таратыу. В Ел таратып йөрөй имен хәбәр донъялағы таныш-белешкә. М. Кәрим. Элегерәк Бугәс, Салауат тураһындағы йырҙарҙы йырлаған, улар хаҡында һуҙ таратҡан өсөн яуапҡа тарттырғандары иҫенә төштө [кусерҙең]. 3. Ураҡсин.
9. Күмәк кешегә еткереп, күптәрҙе йәлеп итеп, ғәмәлгә ашырыу. □ Распространять. // Распространение. Тәжрибә ҡаҙаныштарын таратыу.
10. Тирә-яҡҡа йәйелдереп, ян-яҡты тултырыу. □ Распространять. // Распространение. Еҫ таратыу. Нур таратыу. ■ Ҡорос моңдарын таратып, сыңлай салғы сыңдары. М. Кәрим. Төтөн, көйөк еҫе тауҙарға, уйһыулыҡтарға йәйелеп таралды. Т. Ғиниәтуллин.
11. кусм. Ниндәйҙер хәл-күренеште, сәбәбен бөтөрөп, юҡ итеү, юҡҡа сығарыу. □ Рассеивать, рассеять. // Рассеивание. Куңел-һеҙ уйҙарҙы таратыу. Хәсрәтте таратыу. Асыуҙы таратыу. Н Бесән ваҡыты ла етте, кәкук тотлоҡто, ҡайғыларҙы таратырға моңон онотто. Б. Бикбай. Һаҡмарыңдың һы
лыу ҡайындары таратырға уткән ҡайғыларҙы антенналай куккә уҡталған. Ҡ. Аралбай.
ТАРАТЫШЫУ (таратыш-) ҡ. урт. ҡар. таратыу, взаимн. от таратыу. Бесән таратышыу. Буләк таратышыу.
ТАРАУ I (тара-) (Р: расчёсывать, причёсывать; И.: comb; T: taramak) ҡ.
1. Тараҡ йәки башҡа нәмәне батырып, сәс, ял кеүектәрҙең бөртөктәрен аралап яҙыу, шымартыу. □ Расчёсывать, причёсывать. // Расчёсывание, причёсывание. Сәсте ҡырын тарау. Аттың ялын тарау. Артҡа тарау. Уртаға ярып тарау. Тарап уреу. ■ һөйгән йәрем, тын йылғаға ҡарап, сәсен тарай. Т. Йосопов, һатыусынан тараҡ алдым сәскәйемде майлап тарарға. Халыҡ йырынан. Ерән атымдың ялдарын алтын тараҡ менән дә тарайым шул. Халыҡ йырынан.
2. Махсус тараҡ менән кәзәнең дебетен алыу. □ Чесать, вычёсывать. // Чесание, вычёсывание. Я Һарыҡ ҡырҡыу, кәзә тарау, йөн-мамыҡты тетеу, иләу, сиратыу кеуек эштәрҙе ҡулалмаш эшләу беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. «Көнгәк», 18 февраль 2014.
3. Сүсте тәрәш тараҡ менән талҡыштан аралау. □ Чесать, вычёсывать. // Чесание, вычёсывание. Етен тарау. Киндер тарау.
ТАРАУ II (Р.: разбросанно, разрозненно; И.: here and there; scattered; T: dağınık) p.
Бер-береһенән алыҫ, аралары йыраҡ булған; тарҡау. □ Разбросанно, разрозненно. Тарау йәшәу. Тарау булыу. Тарау йөрөу. ■ Тауҙың уңерҙәрендә, битләстәрендә тарау-тарау булып ауылдар ултырған. Ж. Кейекбаев. Баҙар майҙандары киң, өй-ҡаралтылар ултырышы тарау. Ғ. Хөсәйенов.
ТАРАУ III (Р: разбросанный; И.: scattered; T:dağınık) с.
Айырым-айырым, берҙәм булмаған. □ Разбросанный, разрозненный. Тарау халыҡ. Тарау өйҙәр. Тарау хужалыҡ.
ТАРАУ IV (Р: ущелье; И.: ravine; T: dağ boğazı) и. диал. ҡар. тарлауыҡ.
Тау һәм ҡая таштарҙы киҫеп үткән тар тәрән аралыҡ. □ Ущелье. Тарауға төшөу. Ҡаялар араһынан тарау утә. Тарауҙа ҡыҫылыу.
159