Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 160 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРАФ
ТАРАФ I [ғәр. (Р/ направление, сторона; И.: side; T.: taraf) и.
1. Билдәле бер йүнәлеш; яҡ. □ Направление, сторона. Көнбайыш тараф. Уң тараф, һул тараф. ■ Тауҙың бер яғында һаҡмар һыуы, көн тарафта Талҡаҫ куренә. С. Кулибай.
2. Ниндәйҙер мөнәсәбәт нигеҙендә айырымланған һәм бер-береһенә ҡаршы булған яҡ. □ Сторона. ■ Беҙ ҡушылдыҡ ҡыҙыл тарафына, ҡыҙыл беҙҙең яҡлы булғанға. Ш. Бабич.
ТАРАФ II [рум. taraf ‘төркөм’] (Р.: тараф; И.: taraf, musical; T.: taraf) и.
Молдован, румындарҙың музыка ансамбле, оркестр. □ Тараф. Тараф сығышын тыңлау. Тарафта сығыш яһау. Тараф музыканттары.
ТАРАФДАР [ғәр. < фарс. j'Â-A®] (Р: сторонник, приверженец; И.: supporter; T.: taraftar) и. кит.
Бер төрлө эш-мәсьәлә йәки тормоштағы йүнәлеш буйынса кем менәндер бер тарафта, бер ҡарашта торған кеше. □ Сторонник, приверженец. Ышаныслы тарафдар. Яҡын тарафдар. ■ Был кеше, заманына курд аңлы булып, яңылыҡ тарафдары, ишанлыҡ һәм суфыйлыҡҡа ҡаршы ине. М. Ғафури. Алыҫ-яҡын илдәрҙә ҡарт дәруиштең тарафдарҙары куп. Ә. Хәкимов.
ТАРАФТАН (Р: в форме исходного падежа выступает в роли послелога с основным и родительным падежами; И.: by; T.: taraftan) бэйл.
Эш-хәрәкәттең башҡарыусыһы булып сығыш яһаған эйәлек килештәге 1, 2-се зат алмаштарынан һуң килеп, бәйләүес функцияһын үтәй. □ В форме исходного падежа выступает в роли послелога с основным и родительным падежами. Беҙҙең тарафтан эшләнгән эш. ■ [Карсыҡ:] Һиңә, ҡыҙым, йәлсеп ғумер итергә яҡын кешеңә һинең тарафтан ҡылынған рәнйеш ирек бирмәҫ. Әкиәттән.
ТАРАФЫНАН (Р: со стороны кого, чего’, И.: on the part of; from outside; T.: tarafından) бэйл.
Эш-хәрәкәттең башҡарыусыһы булып сығыш яһаған төп килештәге һүҙҙәрҙе бәйләп килә. □ Со стороны кого, чего. Уҡытыусылар тарафынан кутәрелгән мәсьәлә. Хөкумәт тарафынан. К Ҡыҙырас, уҙенә ҡарата Тәбит ағай тарафынан курһәтелгән был көтөлмәгән ышанысҡа ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәй, башын тубән эйҙе. 3. Биишева. Атбатҡан кулен киптереу закон тарафынан тыйылырға тейеш, тиелгән. Д. Бүләков.
ТАРАШ I (Р: застывший на стволе берёзовый сок; И.: kind of birch sap; T.: gövdesinde donmuş huş ağacı suyu) и.
Ағып сығып, һағыҙ һымаҡ ҡарайып ҡатҡан ҡайын һуты (элек сәй итеп эскәндәр). □ Застывший на стволе берёзовый сок. Урмандан тараш алып ҡайтыу.
ТАРАШ II (Р: конопля; И.: cannabis; T.: kendir) и. диал. ҡар. тарма 1.
Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбағай ботаҡлы бейек үлән; киндер. □ Конопля. Тараш баҫыуы. Тараш орлоғо йыйыу.
ТАРАШ III (Р: шершень; И.: hornet, yellow jacket; T.: eşek arısı) и. зоол.
Тәбиғәткә һәм хужалыҡҡа зыян килтерә торған бөжәк. □ Шершень (лат. Vespa). Тараш бал ҡорттарына зыян килтерә. Тараш сағыу. Эре тараш.
ТАРАШЫУ (тараш-) ҡ. урт. ҡар. тарау I. взаимн. от тарау I. Кәзә мамығын тарашыу.
ТАРБАҒАЙ I (Р.: скерда, шкерда; И.: hawk’s-beard; T: bir çiçek türü) и. диал.
Ҡатмарлы сәскә л ел эр ғаиләһенә ҡараған, тарбаҡ ботаҡлы, һары сатыр сәскәле бейек үлән (мал яратып ашай). □ Скерда, шкерда (лат. Crepis). Тарбағай сабып алыу. Тарбағай мул уҫкән.
ТАРБАҒАЙ II (Р: жаба; И.: toad; T: kara kurbağası) и. диал. ҡар. әрмәнде.
1. Суғырмаҡ тәнле, тәлмәрйенгә оҡшаған ер-һыу йәнлеге. □ Жаба (лат. Bufo). Тарбағай барҡылдай.
2. миф. Ямғыр саҡырыуҙа ҡулланылған мифлаштырылған йән эйәһе. □ Жаба (мифологизированное животное). Тарбағай сурылдаһа, ямғыр яуа.
160