ТАРБАҠЛЫ
ТАРБАҒАЙ III (Р.: растопыренный; И.: divaricate; T.: biçimsiz bir tarzda açılmış) с. ҡар. тарбаҡ.
Тырпайышып торған, остары ныҡ айырылған. □ Растопыренный. Тарбағай ботаҡлы үҫемлек. Тарбағай ағас. Тарбағай мөгөҙ. М Май урталарынан алып япраҡ ярған бөҙрә аҡ ҡайындар һәм тарбағай имәндәр саҡ ишетелерлек ҡыштырлайҙар. Ә. Бикчәнтәев.
ТАРБАҒАЙЫУ (тарбағай-) ҡ. ҡар. тарбаҡланыу.
ТАРБАҒАН [монг.] (Р: тарбаған; И.: tar-bagan; Т.: marmot) и. зоол.
Байкал арты, Алтай, Монголия һәм Төньяҡ Ҡытайҙа йәшәгән һыуыр төрө. □ Тарбаган (млекопитающее рода сурков, распространённое в степях Забайкалья, на Алтае, в Монголии и Северном Китае). / Тарбаганий (лат. Marmota sibirica). Һикерә-һикерә тарбаған үтеп китте. Тарбаған бик ныҡ һикерә.
ТАРБАЙ-ТОРБАЙ (Р: растопыренный; И.: divaricate; T: dağınık) с. һөйл. ҡар. тарбаҡ-торбаҡ.
Тирә-яҡҡа остары таралған. □ Торчащий в разные стороны, растопыренный. Тарбай-торбай ботаҡтар. Тарбай-торбай үҫкән ағас.
ТАРБАЙТЫУ (тарбайт-) (Р.: растопыривать; И.: spread; splay; T: biçimsiz bir tarzda açmak) ҡ.
Киреп ян-яҡҡа айырыу. □ Растопыривать. Аяҡты тарбайтыу. Бармаҡтарҙы тарбайтыу. ■ Ҡола бейә ике аяғын тарбайтып баҫҡан да рәхәтләнеп ҡолонон имеҙеп тора. Ш. Шәһәр. [Ғәбит] артына дөм йығылып китмәҫ өсөн ҡулдарын ике яҡҡа тарбайтып йәйеп ебәргәйне, ҡулынан мылтығы ысҡынып китеп ергә барып төштө. Ә. Әминев.
ТАРБАЙЫУ (тарбай-, тарбая) (Р.: растопыриваться; И.: spread; splay; T: biçimsiz bir tarzda açılmak) ҡ.
1. Остары ян-яҡҡа ҡарап кирелеп, тырпайып тороу (ҡулға, ағас ботаҡтарына ҡарата). □ Растопыриваться. Ағас ботаҡтары тарбайған. Тарбайып тороу. ■ Ауыр
тыуға түҙә алмай, Сөнәғәт ҡулын ҡуйынынан алды ла тарбайып торған имәнес һәм ҡанлы бармаҡтарына сирылып ҡарап ултырҙы. Ж. Кейекбаев. Ҡая һөҙәкләнә төшә, һәм ул урындарҙа ҡарт ҡарағайҙар тарбайып ултыра. Ә. Вахитов. Ошонда ғына тарбайып үҫкән дәү имән артынан ун-ун бер йәштәрҙәге сибек кенә малай килеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
2. Аяҡты ныҡ киреү. □ Широко расставлять ноги. Тарбайып баҫыу. Тарбайып тороу. ■ Әле күптән түгел генә ошо ерҙә тарбайып губернатор баҫып торған. 3. Биишева.
ТАРБАҠ I (Р: растопыренный; И.: splayed; T: yayvan) с.
Ян-яҡҡа ҡарап тырпайышып торған, остары ныҡ айырылған. □ Растопыренный. Тарбаҡ бармаҡтар. Тарбаҡ ботаҡлы имән. Тарбаҡ ботаҡлы ағас. ■ Үҙе [һыйыр] нәҡ үҙҙәренең элекке һыйырына оҡшаған тағы: тарбаҡ мөгөҙлө, оҙон ҡойроҡло. Т. Ғарипова.
ТАРБАҠ II (Р: детка, отросток; И.: tiller; T.: filiz) и. һөйл. ҡар. тармаҡ 2.
Үҫемлектә төп тамырҙан айырылып сыҡҡан ян үҫенте. □ Детка, отросток. Осло тарбаҡ. Аҫҡы тарбаҡ. Тарбағына еткән. ■ Тамырынан тумырҙыңмы, талың ҡороп ҡалыр ул, тарбағынан ҡан-йәш һарҡып тып-тып итеп тамыр ул. Р. Ғарипов.
ТАРБАҠАЙ с. Һөйл. ҡар. тарбағай. Тарбаҡай ағас. Тарбаҡай ботаҡ. Тарбаҡай йәпле һәнәк.
ТАРБАҠЛАНЫУ (тарбаҡлан-) (Р: растопыриваться; И.: spread; splay; T.: budaklanmak) ҡ.
Тарбаҡ булыу, тарбаҡҡа әйләнеү. □ Растопыриваться. Имән тамыры тарбаҡланған. Тарбаҡланып үҫкән ағас. Тарбаҡланып торған мөгөҙ.
ТАРБАҠЛЫ (Р: растопыренный; И.: divaricate; T: budaklı) с.
Ян-яҡҡа ҡарап тырпайышып торған, остары ныҡ айырылған. □ Растопыренный. Тарбаҡлы ағас. Тарбаҡлы мөгөҙ. Тарбаҡлы тамыр. Н Эрбет (кедр) ағастарын тәү ҡарамаҡҡа ҡарағайҙан айырыуы ҡыйыныраҡ, әммә эрбет баҙығыраҡ, ботаҡтары тар
6- 1.0037.16
161