ТАРБАҠ-ТАРБАҠ
баҡлы, энәләре лә ҡарағайҙыҡынан оҙонораҡ. «Йәшлек», 19 сентябрь 2009.
ТАРБАҠ-ТАРБАҠ с. һөйл. ҡар. тарбаҡ-торбаҡ. ■ Тарбаҡ-тарбаҡ йәйелгән артыш ботаҡтары араһынан мылтығын алам тип эйелгәйне, ҡарашы йыуан ғына бер ботаҡтың төбөнә бәйләнгән сепрәк ишаратына төштө. Ә. Әминев.
ТАРБАҠ-ТОРБАҠ (Р.: растопыренный; И.: splayed; T.: yayvan) с. һөйл.
Ныҡ тарбаҡлы булған. □ Растопыренный. Тарбаҡ-торбаҡ ағас. Тарбаҡ-торбаҡ ботаҡтарҙы киҫеү. Тарбаҡ-торбаҡ һабаҡлы үлән.
ТАРБАНЛАТЫУ (тарбанлат-) ҡ. ҡар. йөкм. тарбанлау, понуд. от тарбанлау. Аяҡ-ҡулын тарбанлата.
ТАРБАНЛАУ (тарбанла-) (Р: двигаться раскорячившись; И.: move; T.: badi badi yürümek) ҡ.
1. Аяҡ-ҡул менән сатай-ботай хәрәкәттәр яһау; тарбан-торбан килеү. □ Двигаться раскорячившись. Тарбанлап йүгереү. Тарбанлап тороу.
2. диал. Ян-яҡҡа тырпайыу, остары ныҡ айырылыу (ағасҡа ҡарата). □ Растопырив ветви. Тарбанлап үҫкән. Ботаҡтар тарбанлап киткән.
ТАРБАН-ТОРБАН (Р: раскорячившись; И.: sprawled; T.: budak budak) р.
Аяҡ-ҡулдар менән тәртипһеҙ, сатай-ботай хәрәкәттәр яһап. □ Раскорячившись. Тарбан-торбан итеү. Тарбан-торбан барып төшөү. Я Бына айғыр йән-фарман ялан буйлап саба, ҡороҡто ҡулына ураған Шоңҡар тарбан-торбан килеп һөйрәлеп бара. Н. Мусин. [Йәмғиәт рәйесе] бүреген кейҙе, фуфайкаһының төймәләрен ҡаптырҙы, түҙемһеҙләнә башлаған ҡунағына баш ҡаҡты ла .. тарбан-торбан кире аҫҡа атланы. Ә. Әминев.
ТАРБЫҠ (Р: ветвистый; И.: branchy; T.: budaklı) с. диал. ҡар. тармаҡлы.
Айырылып, ян-яҡҡа киткән. □ Ветвистый. Тарбыҡ үлән. Тарбыҡ ағас. Тарбыҡ мөгөҙлө һыйыр.
ТАРҒАЙЫУ (тарғай-, тарғая) ҡ. диал. ҡар. тарайыу. Буйы менән тарғайыу. Урамдар тарғайған.
ТАРҒАҠ (тарғағы) (Р: чибис; И.: Northern lapwing; T.: kızkuşu) и. диал. ҡар. тәгәрлек.
Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы булған, һырты менән түше йәшкелт һаҙ ҡошо. □ Чибис (лат. Vanellus vanellus). Тарғаҡ ояһы. Я [Тарғаҡ] өйрәктән бәләкәйерәк, һауала төрлө хәрәкәттәр яһай, баш түбән дә әйләнеп ала. Башындағы оҙон ҡара ҡауырһындарын бер күтәреп, бер төшөрөп йөрөй. Э. Ишбирҙин.
ТАРҒЫЛ (Р: полосатый; И.: striped; Т.: çizgili) с.
Юлаҡ-юлаҡ һыҙаттары булған. □ Полосатый. Тарғыл йылан. Тарғыл япраҡ. Я Мейәс буйы — тарғыл таш. Халыҡ йырынан.
ТАРҒЫЛЫУ (тарғыл-) (Р: расходиться; И.: disperse; break up; T.: ayrılmak) ҡ. диал.
Айырылыу. □ Расходиться. Дуҫтар тар-ғыла. Фекерҙәр тарғыла. Юлдар тарғыла.
ТАРҘАҠ (тарҙағы) (Р: кулик-сорока; И.: oystercatcher; T.: su çulluğu) и. диал. ҡар. ҡом һайыҫҡаны.
Һыу буйында ҡомда, ҡырсында йәшәгән, көслө тауышлы, кәүҙәһенең өҫ яғы ҡара, түшенең аҫҡы яғы, ҡорһағы, ҡойроҡ аҫты аҡ булған, ҡыҙғылт һары суҡышлы ҡош. □ Кулик-сорока (лат. Haematopus ostralegus). Тарҙаҡ килеп ҡунды. Тарҙаҡ тауышы. Тарҙаҡ осоп килә.
ТАРҘАНДАУ (тарҙанда-) (Р: тревожиться; И.: be anxious; worry; T.: endişelenmek) ҡ. диал.
Тынысһыҙланыу, нимәгәлер борсолоу. □ Тревожиться. Бала тарҙандай башланы. Кешеләр тарҙандай. Бер нисә көн тарҙандай.
ТАРҘАУ ЫҠ (тарҙауығы) и. диал. ҡар. тарлауыҡ. Тарҙауыҡта ағым көслөрәк.
ТАРЖАЙТЫУ (таржайт-) (Р: раздувать (ноздри)', И.: inflate; T: şişirmek) ҡ.
Киң итеп киреү, өңрәйтеү (танау тишеген). □ Раздувать (ноздри). Танау таржайтыу.
ТАРЖАЙЫУ (таржай-, таржая) (Р: раздуваться (о ноздрях)', И.: be inflated; T: kabartmak) ҡ.
Киң булыу, өңрәйеп тороу (танау тишегенә ҡарата). □ Раздуваться (о ноздрях).
162