ТАРИХ
Танауы таржайған. ■ [Йондоҙ ҡашҡаның] танауҙары таржайып, күҙҙәрендә осҡон уйнап китте. Р. Солтангәрәев. һарайғыр ҡолаҡтарын ҡайсыланы, күҙҙәре янып китте, танау тишектәре таржайҙы, торорға маташа башланы. Т. Ғарипова.
ТАРЖЫҠ (Р.: раздутый (о ноздрях)', И.: inflated; bloated; T.: şişmiş) с.
Киң булған, өңрәйеп торған тишекле (танауға ҡарата). □ Раздутый (о ноздрях). Таржыҡ танау. ■ [Миһрандың] төҫө-ҡиәфәте насар: бите быжыр, танауы таржыҡ. Ш. Шәһәр.
ТАРИҠ (тариғы) [ғәр. (Р: направление, путь развития чего-л:, И.: direction, path; T.: tarik) и. иҫк. кит.
1. Тотҡан юл, йүнәлеш. □ Направление, путь развития чего-л. ■ Дәрт әһеле — шағир, булһа уҙенә малик, булмаһа шиғыр менән вирдтән тариҡ. М. Аҡмулла. Был тариҡта бик куп булды яман һуҙҙәр, илай-илай һуҡыр булды бик куп куҙҙәр. Бәйеттән.
2. Ысул, алым. □ Способ, метод. Конфликтты хәл итеуҙең тыныс тариғы. ■ [Пётр батша] был фетнәне солоҡ тариғы илә баҫырға ҡушып, Хованскийҙы Ҡаҙанға кундерҙе. М. һаҙыев.
ТАРИФ [фр. tarif] (Р: тариф; И.: tariff; rate; T: tarife) и.
Түләм-һалымдың рәсми рәүештә билдәләнгән күләме. □ Тариф. / Тарифный. Тариф ставкаһы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары. ■ [Ғаяз:] Һеҙҙә эш хаҡы бу-тән төрлө тариф менән туләнәме әллә? Н. Мусин.
ТАРИФИКАЦИЯ [фр. tarification] и. ҡар. тарифлау. Тарификация менән түләү. Тарификация менән танышыу.
ТАРИФЛАУ (тарифла-) (Р: тарифицировать; И.: rate; T: tarife tertibi) ҡ.
Эштең йәки һалым һалынасаҡ объекттың төрөн билдәләү нигеҙендә тариф үткәреү эше. □ Тарифицировать. // Тарификация. Эш хаҡын тарифлау. Медицина хеҙмәткәрҙәрен тарифлау. Төҙөлөш эштәрен тарифлау.
ТАРИХ [ғәр. (Р: история; И.: history; T: tarih) и.
1. Үҫеш, үҙгәреш хәлендәге ысынбарлыҡ.
□ История. / Исторический. Тарих диалектикаһы. Тарих закондары.
2. Йәмғиәт үҫешенең билдәле бер осоронда булып уҙған ваҡиғалар теҙмәһе. □ История, прошлые события, прошлое. Тарих яҙыу. Тарихҡа инеу. Тарихта ҡалыу. ■ Кешелек тарихы белгән иң ауыр, иң куп юғалтыу -лы Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. И. Абдуллин. Батшалыҡтар куп булған кешелек тарихында. Р. Солтангәрәев.
3. Билдәле бер урындың, илдең, халыҡтың һ.б. барлыҡҡа килеүенән башлап һаналған ваҡиғалар теҙмәһе. □ История. Ауыл тарихы. ■ Төрки тарихы — тағатылмаған серле йомғаҡ. Р. Байымов. Шәреҡ илдәренең тарихы башҡорттоң утмешенә лә бәйле булыуы айырыуса ҡурсыта ассистент-сту-дентты. Ә. Хәкимов.
4. Кешелек йәмғиәтенең үҫешен, үткән тормоштағы торлө ижтимағи хәл-ваҡиғаны өйрәнгән фән. □ История. Яҙма тарих. Урта быуаттар тарихы. ■ Фәтихов тарих менән бик иртә мауыҡты. И. Абдуллин. Уның [Айраттың] шулай булыуына, һис шикһеҙ, университетта тарих өйрәнеуе, ауылға ҡайтып тарих уҡытыуы булышлыҡ иткәндер. Б. Рафиҡов.
5. Ниҙеңдер эҙмә-эҙлекле үҫеше, үҫеш барышы. □ История. Ерҙең геологик тарихы. ■ Май айында төҙөлөш тарихында беренсе тапҡыр ун ике мең алты йөҙ кубометр бетон һалынды. Ә. Вәли. Урал нефтенең ауыр һәм оҙон тарихын тулыһынса күрһәтергә кәрәк. Ә. Бикчәнтәев.
6. Мәҙәниәттең, фәндең, техниканың йәки сәнғәт төрөнөң эҙмә-эҙлекле үҫешен, үҫеш барышын төрлө яҡлап өйрәнеүсе фән.
□ История. Театр тарихы. Математика тарихы. Физика тарихы. ■ Бөйөк Аҡмулла-ның, ғүмере йәшендәй ялтлаған Бабичтың, талантлы шағир Рәми Ғариповтың әҙәбиәт тарихында уҙ урындары бар. Н. Мусин.
7. Кемгәлер йәки нимәгәлер бәйле булған төрлө хәл-ваҡиға. □ История. «Шәүрә» йырының тарихы. ■ Ирназаровтың сиселеп китеп, үҙенең мөхәббәт тарихын ошолай ихлас һөйләп биререн көтмәгәйне следова-
6*
163