Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 164 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРИХИ
тель. X. Зарипов. Ҡарт, .. Сәғиҙәгә борола биреп ултыртып, Шуркә тауының тарихын һөйләргә тотондо. М. Тажи.
ТАРИХИ [ғәр. сАиЧ (Р.: исторический; И.: historical; T: tarihi) с.
1. Тарихҡа (1-4) мөнәсәбәтле. □ Исторический. Тарихи ҡомартҡы. Тарихи осор. Тарихи уҫеш. Я Әлихандың тәрән тарихи мәғлумәтле, юғары мәҙәниәтле, мәртәбәле шәхес икәнен Зәки Вәлиди .. уға Һамарға ҡунаҡҡа барғанда уҡ төшөнгәйне. Р. Байымов. Мәскәуҙәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар менән танышып, ундағы барлыҡ музейҙарҙа һәм китапханаларҙа булып, Өмөтбаев Өфөгә дәртләнеп ҡайтты. Я. Хамматов.
2. Ысынбарлыҡта булған, ысын булған. □ Исторический. Тарихи шәхес. Я [Сәғиттәр командаһы] тарихи ваҡиғаларға бай булған .. Пермь, Ярославль ҡалалары аша уттеләр. И. Ғиззәтуллин. Бөгөнгө куңелле әңгәмәнең артында бик куп кешеләрҙең яҙмышын хәл иткес ҡатмарлы тарихи ваҡиғалар ята ине. һ. Дәүләтшина. Зыялыларға билдәле тарихи шәхес Ерәнсә сәсән менән уның ҡатыны Бәндәбикәгә барып тоташа икән һуҙ осо. Г. Яҡупова.
3. Үткән тормошта, тарихта булған хәл-ваҡиғаны сағылдырған. □ Исторический. Тарихи роман. Тарихи фильм. Я [Профессор] Искәндәрҙе башҡорт халҡының утме-шенә бәйле әҙәби әҫәр яҙырға өгөтләне, уҙендә һаҡланған тарихи материалдарҙы курһәтергә вәғәҙә бирҙе. Ә. Хәкимов. Тарихи йәки документаль әҫәр яҙыу өсөн материал һайлап ала һәм уларҙы оҫта файҙалана белеу бик мөһим. Н. Мусин.
4. Тарих өсөн әһәмиәтле, тарихҡа инерлек. □ Исторический. Тарихи көн. Пленумдың тарихи ҡарары. Я Яремченко .. тарихи әһәмиәте булған һәр бер йорт хаҡында мауығып, ентекләп һөйләне. И. Абдуллин. Питер эшселәре тарихи көрәш алып бара. Д. Юлтый. Рәмзил урынында икенсе берәу булһа, һис шикһеҙ, ошо тарихи мәлде данлап шиғыр яҙыр ине. Д. Бүләков.
5. Төрлө күренеш, хәл-ваҡиғаның барлыҡҡа килеүен, үҫешен шул заман шарттарына бәйле рәүештә тикшергән. □ Истори
ческий. Тарихи ысул. Тарихи ҡараш. Я Тарихи фекерләу шиғыр һәм поэмаларҙа бөгөнгөнөң уткән менән еңел, тәбиғи аралашыуын, бер-береһенә утеп инеуен, береһенең икенсеһенә кусеуен тәьмин итә. Т. Килмөхәмәтов.
6. Төрлө күренеште эҙмә-эҙлекле үҫеш процесынан сығып тикшереүгә нигеҙләнгән. □ Исторический. Тарихи грамматика. ■ Улар [бик куп романдар, повестар, хикәйәләр ] араһында тарихи темаға яҙылғандары ла бар. Н. Мусин. Роман йә повесты ни менәндер бутаусы бәндәләргә ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн дә инде ошо яҙмаларҙың жанрын «тарихи фараз» тип билдәләуем. Б. Рафиҡов.
ТАРИХЛЫ (Р: эрудированный; И.: intelligent; learned; T: geniş bilgi sahibi) с. диал. ҡар. зиһенле.
Аң, аҡыл һәләте юғары. □ Эрудированный. Тарихлы кеше. Тарихлы булыу. Тарихлыға әйләнеу.
ТАРИХСЫ (Р: историк; И.: historian; Т: tarihçi) и.
Тарих өйрәнеүсе, тарих фәненең белгесе. □ Историк. Я Быяла ҡапҡастар араһында Ринат теге ваҡыт йәш тарихсыларҙың ҡала олимпиадаһында алған Маҡтау грамотаһы тора. Р. Байбулатов. Олуғ ғалим Ризаитдин Фәхретдин Ырымбурҙа уны [Зәки Вәлидиҙе] «төрк тарихсыһы» тип атаны. Р. Байымов. Ошо минуттарҙа ул [Хәсән ағай] халыҡтың ысын-ысындан тарихсы булыуы, боронғо йолаларҙың иң яҡшыларын ҡәҙерләп һаҡларға йә байытырға тырышыуы хаҡында уйланы. Б. Рафиҡов.
ТАРҠАЛДЫРЫУ (тарҡалдыр-) ҡ. ҡар. тарҡатыу 1, 2. Матдәне тарҡалдырыу. Халыҡты тарҡалдырыу. Я Иртәнге саф һауа, йылға өҫтөнән кутәрелгән шыйыҡ томан, тәбиғәттең тыйнаҡ наҙы — бөтәһе уның [Сәйфөлмөлөктөң] иғтибарын тарҡалдыра, куңелһеҙ нәмәләрҙән ҡырға тарта. Ә. Хәкимов.
ТАРҠАЛЫУ (тарҡал-) (Р: разлагаться; И.: decompose, decay; T: ayrışmak) ҡ.
1. Өлөштәргә, киҫәктәргә бүленеп ваҡланыу. □ Разлагаться, распадаться. // Разложение, распад. Я [Бураның] бурәнәләре
164