ТАРҠАТЫУСЫ
серек, төртһәң, тарҡалырға ғына тора. Й. Солтанов. Май тултырыла торған цилиндр аҫтындағы резина ҡоршау серегән төҫлө тарҡала башлағайны. Ә. Вәли. Ҙур урмандағы ҡатылығы әҙ булған оҙон йомшаҡ үлән дә көйшәүһеҙ, иҙелеп тарҡала ла ҡуя. С. Ильясов.
2. махс. Өлөштәргә, элементтарға бүленеү. □ Распадаться. Тарҡалыу арҡаһында. Молекула атомдарға тарҡала. ■ Ә бит скептик геологтар, Урал — Волга нефте тарҡалып бөткән, тип аҙмы һөйләнде. Ә. Байрамов.
3. күсм. Булыу тәртибе боҙолоп юҡҡа сығыу, өҙөлөү, үҙ-ара бәйләнеш, берҙәмлек бөтөүҙән таралыу (төрлө ойошма, берләшмә һ.б. ҡарата). □ Распадаться. Коллектив тарҡалған. Ғаилә тарҡалды. Уйын тарҡалды. Эш тарҡалды. • Кәңәшле ил тарҡалмаҫ. Мәҡәл.
4. һөйл. Ян-яҡҡа китеү; таралыу. □ Расходиться, разъезжаться; разбредаться. // Разъезд. Сафтар тарҡала. ■ Әсхәттәр күрше ауыл мәктәбенә төркөм булып бара, кире ҡайтҡанда тарҡалыбыраҡ йөрөй торғайнылар. М. Ғиләжев.
5. күсм. Ян-яҡҡа йәйелеп юҡҡа сығыу; таралыу. □ Рассеиваться. Томан тарҡалды. а Саң, ҡом бурандары, болоттар миллион йылдарҙан бирле һерәйеп ултырған ҡая ташлы, бейек, оҙон тауҙар араһында юғала, тарҡалалар. А. Таһиров.
6. күсм. ҡар. таралыу I, 12, 13. Зиһенем тарҡалды. ■ Кайһы саҡта ике ҡулымда ла үлем иңрәй, зиһенем тарҡала. Р. Бикбаев. Йәмил йәнә ниҙер әйтергә теләне, тик тулҡынланыуҙан уйҙары тарҡалды. Р. Байбулатов. Күсәктең асыуы инде тарҡала, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ТАРҠАЛЫШ (Р: развал; И.: collapse, decline; T: dağılma) и. махс.
1. Аралағы ҡаршылыҡ, килешмәүсәнлек арҡаһында барлыҡҡа килгән бүленеш. □ Распад, упадок. Тарҡалышты туҡтатыу. ■ һалдаттар өҫтөнө бер-бер артлы уҡ яуҙы, тегеләр араһында тарҡалыш башланды. Н. Мусин. Макарҙың әсәһе лә улы ғаиләһендәге һис уйламаған тарҡалыштың
хәсрәтле шаһиты булды. М. Садиҡова. [Хайуандар] барыһы төрлөсә һөйләп, төрлөһө төрлөсә уйлап, һис берлеккә килмәйенсә, тарҡалышта ҡалған, ти. «Урал батыр».
2. махс. Матдәнең өлөштәргә, элементтарға бүленеше. □ Расщепление. Атомдың тарҡалышы. Аҡһымдың тарҡалышы.
ТАРҠАЛЫШЫУ (тарҡалыш-) ҡ. урт. ҡар. тарҡалыу 1, 2. взаимн. от тарҡалыу 1,
2. Тарҡалышып бөтөү. Тарҡалыша башлау.
ТАРҠАТЫУ (тарҡат-) (Р: делить, разделить; И.: divide; disrupt; T.: dağıltmak) ҡ.
1. Яңы төркөмдәргә бүлеү. □ Делить, разделить. Төрлө кластарға тарҡатыу. Яңы бүлектәргә тарҡатыу.
2. Ниндәйҙер ойошма, берләшмә, төркөм һ.б. тарҡау хәлгә килтереү. □ Приводить в упадок, разваливать. Хужалыҡты тарҡатыу. Эште тарҡатыу. ■ [Фәүзиә — улына:] Илде интектермәй, ырыуҙы тарҡатмай тотоп торған тархандар тоҡомо ҡоромаһын өсөн, мин бөтәһен дә эшләнем! Т. Ғарипова.
3. ҡар. таратыу 8. ■ «Урал» көйөнөң моңо Айбулаттың ауыр уйҙарын, ялҡынлы хәсрәттәрен тарҡатты. Һ. Дәүләтшина. Сергей далала оҙаҡ ҡына ҡуна ятып йөрөгән саҡтарҙа Мәғсүм уның болоҡһоуын тарҡата, яңғыҙлыҡ тойғоһона бирелмәҫкә ярҙам итә. А. Абдуллин. Борсоулы уйҙар Ринаттың зиһененә әленән-әле килеп сыуалды, иғтибарын тарҡатты. Р. Байбулатов. Йылдар .. һөйләшкән хәбәрҙәрҙе, бер-береңә бирелгән вәғәҙә һүҙҙәрен әллә ҡасан уҡ тарҡатҡан инде. А. Мағазов.
4. махс. Өлөштәргә, элементтарға бүлеү. □ Разложить. // Разложение. Атомдарҙы тарҡатыу. Һыуҙы кислород һәм водородҡа тарҡатыу.
ТАРҠАТЫУСЫ (Р: дезорганизатор; И.: disorganizer; T.: düzensiz hale getiren kimse) и.
Ойошмала, төркөмдә ҡаршылыҡ сығарып, берҙәмлекте боҙоусы. □ Дезорганизатор. ■ «Милли-мәҙәни мөхтәриәт» идараһы, «Бөйөк төрки-татар дәүләте» төҙөргә йөрөүселәр, Мөфтөй Ғәлимйән Баруди менән берлектә, «Мосолман берлеген тарҡатыу
165