Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 166 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРҠАУ
сылар» тип, Башҡортостан мөхтәриәтенә ныҡ ҡаршы торалар», — тип уҡыны Зәки Вәлиди. Р. Байымов.
ТАРҠАУ I (тарҡа-) (Р: расходиться; И.: scatter; T.: dağılmak) ҡ.
Ян-яҡҡа китеү, таралыу. □ Расходиться, разъезжаться; разбредаться. Тарҡап бөтөу. Тарҡап китеу.
ТАРҠАУ II (тарҡа-) ҡ. иҫк. ҡар. таратыу I. ■ Алтын сәсем тарҡаһам, нурға илде кумәмен. «Урал батыр».
ТАРҠАУ III и. иҫк. ҡар. тарҡаулыҡ. ■ [Батшаның] тағы килде фарманы. Бына ошо фармандар тарҡау һалды араға. «Ҡараһаҡал».
ТАРҠАУ IV (Р: разбросанный; И .: scattered unharmonious; T.: dağınık) с.
1. Бер урынға тупланмаған, аралары алыҫ булған. □ Разбросанный. Тарҡау аралар. ■ Ямниханың башында был ҙур, тарҡау бригада урынына комплекслы бәләкәй ике бригада төҙөп булыр ине тигән пландар .. ҡайнаша башлай. Н. Мусин.
2. Бер йүнәлеш, уртаҡ фекер менән берләшмәгән; берҙәмлек булмаған. □ Несплочённый. Тарҡау коллектив. Тарҡау ойошма. Тарҡау төркөм. ■ Үҙен ҡырғыҙ-ҡайсаҡ тип атап йөрөткән халыҡтың башҡортҡа ҡарағанда тарҡауыраҡ икәнлеген урыҫ яҡшы белә. И. Ноғманов. Тарҡау колонналар менән етәкселек итеуе Кутузовҡа иҫ киткес ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Я. Хамматов.
3. кусм. Тәртип менән алып барылмаған; тәртипһеҙ. □ Неорганизованный. Тарҡау эш. Ремонт бик тарҡау бара. ■ Ял көндәре нисектер бик тарҡау, куңелһеҙ утә ине. Ә. Байрамов.
4. кусм. Билдәле бер йүнәлеш алмаған, тупланмаған (уй-фекер)', уй-фекерен, иғтибарын туплай алмаған. □ Неорганизованный, несобранный. М Уның [Сөнәғәттең] башына тағы әллә ниндәй тарҡау уйҙар инеп сыға, ул уйҙар шунда уҡ юғалалар. Ж. Кейекбаев. Уйҙары утә тарҡау ине шул Емештең. 3. Биишева. Әхәттең сырайы етдиләнеп киткән, ирендәре ҡыҫылған, ҡаштары йыйырылған, һис тә тарҡау фе
керле, һулпән хәрәкәтле бошмаҫ малайға оҡшамаған. А. Мағазов. • Ялҡауҙың эше тарҡау. Әйтем.
ТАРҠАУЛАНЫУ (тарҡаулан-) (Р: становиться недружным, разобщённым; И.: become scattered; T: dağınık olmak) ҡ.
Тарҡау (IV) булыу, тарҡауға әйләнеү. □ Становиться недружным, разобщённым. Бригадалар тарҡауланды. Коллектив тарҡауланды. ■ Бер йоҙроҡтай булып ойошорға өлгөрмәгән һыбайлы француздар, ваҡ-ваҡ төркөмдәргә тарҡауланып, кирегә ыңғайланылар. Я. Хамматов. Ҡаты һуҙгә кунмәгән хан башта һушын йыя алмай торҙо, ысынлап зиһене тарҡауланды, һуҙен ниҙән башларға белмәне. Ғ. Хөсәйенов.
ТАРҠАУЛЫҠ (тарҡаулығы) (Р: разбросанность; И.: dispersion; T: dağılmışlık) и.
1. Бер бөтөндө тәшкил иткән өлөштәрҙең үҙ-ара бәйләнешһеҙ булыуы, йыйнаҡһыҙ-лыҡ. □ Разбросанность, беспорядочность, хаотичность. ■ Сюжетта ла, композицияла ла тарҡаулыҡ һиҙелә. В. Исхаҡов.
2. кусм. Үҙ-ара бәйләнеш, берҙәмлек булмаған хәл. □ Рассеянность, несобранность, разъединённость. Фекер тарҡаулығы. ■ «Әйтәһе юҡ, тарҡаулыҡ быуынға төшә», — тип уйлап алды уҙ алдына [Зәки Вәлиди]. Р. Байымов. [Һабрауҙы] илдең тарҡаулығы, йәбер-золом аҫтында ыҙа сигеуе йөрәгенә ҡара ҡан булып ойошто. Ә. Хәкимов. • Берлектә — бәрәкәт, тарҡаулыҡта — һәләкәт. Мәҡәл.
ТАРҠ ТАРҠ (Р: подражание голосам некоторых птиц; И.: imitation of birds' sounds; T: vak-vak) оҡш. һөйл.
Ҡайһы бер ҡоштарҙың ғыжылдап сыҡҡан өҙөк-өҙөк тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание голосам некоторых птиц. Тарҡ-тарҡ итеу. Тарҡ-тарҡ килеп тартай ҡысҡыра.
ТАРҠЫЛДАУ (тарҡылда-) (Р: трещать;
И.: crack; T.: vak vak etmek) ҡ. һөйл.
Тарҡ-тарҡ итеү, тарҡ-тарҡ килеү. □ Трещать. Тартай тарҡылдай. ■ Ә Хәбеш, шунан мәрәкә табып, тарҡылдап көлә. Р. Байымов. Мотор бысҡылдабыраҡ бер нисә тапҡыр тарҡылданы ла тигеҙ эшләй баш
166