Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 167 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРЛЫҠ
ланы. А. Карнай. Яҙғы урманда, йылы булһа, иң тәуҙә һандуғас сутылдай, тартайҙар тарҡылдай, төрлө турғайҙар һайраша, тегендә-бында ҡорҙар гөрөлдәшкәне ҡолаҡҡа салына. С. Шәрипов.
ТАРҠЫЛЫУ (тарҡыл-) (Р.: распространиться; И.: spread; T.: yayılmak) ҡ. иҫк.
1. Ташыу, ташып барыу (хискә ҡарата). □ Распространиться. Йыр тарҡыла. Дәрт тарҡыла. ■ Башҡортомдоң тауышын ишеттиһәм, тарҡыла ла йөрәгем һағышы. Халыҡ йырынан.
2. Ашар нәмәгә ымһынып, яланыу, яҫҡа-ныу; тамшаныу (1). □ Зариться. • һыйырлы һыйға тарҡылмаҫ. Мәҡәл.
ТАРҠЫУ (тарҡы-) (Р: проявляться с необычайной силой; И.: show up violently; T: taşıp durmak) ҡ. иҫк.
Күңелдәге хистең ташып тороуы. □ Проявляться с необычайной силой (о чувстве). ■ Кешегә асыу тарҡыған, ҡәһәрҙә таштай ҡатырған һинең ыулы йөрәгең, таш иреһә лә, иремәҫ. «Урал батыр».
ТАРЛАН (Р: чалый; И.: roan; T.: meşin) с.
Саҡ ҡына башҡа төҫ ҡатыш буҙ (йылҡы малына ҡарата). □ Чалый (о масти лошади). Кук тарлан am. ■ Етеҙлеге менән тирә-йундә дан тотҡан тарлан буҙын .. эйәрләп сыҡҡан Биксәнтәй Оло Сусаҡ һағауылына килеп еткәндә, төш ауышҡайны. И. Ноғманов. Капыл уртанан ярып, тарлан атлы берәу алға, ярҙың ҡалҡыу уренәрәк утте. Ғ. Хөсәйенов. Бына бит ул [Маян] шишмә янында ултыра, ана тарлан буҙ ҙа шунда ғына улән ашап йөрөй. Ә. Чаныш.
ТАРЛАНЫУ (тарлан-) ҡ. диал. ҡар. тарһыныу I. Сит кешенән шарланыу. Тарланып йөрөу.
ТАРЛАУ (Р: поле; И.: field; T.: tarla) и. һөйл.
Ашлыҡ сәселгән ер; баҫыу. □ Поле, нива. Арыш тарлауы. ■ Бер нисә арҡаны артылғас, ҡояш сыҡты, сутылдашып һабан турғайҙары һайрарға тотондо, тарлауҙа һабансылар куренде. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. Урман, ағаслыҡ араһындағы асыҡ ер; аҡлан. □ Поляна. ■ Һалҡынса ел биткә
бәрелеп ҡуя, ул да томанды таратырға ярҙамлаша, Юшатыр уҙәненә, Сатра буйына, Дуғаяр тарлауына ҡыҫтап индерә.
3. Ураҡсин.
ТАРЛАУЫҠ (тарлауығы) (Р.: ущелье, теснина; И.: canyon; T.: kanyon) и.
Tay һәм ҡая таштарҙы киҫеп үткән тар тәрән аралыҡ. □ Ущелье. Тәрән тарлауыҡ. Тарлауыҡ аша һалынған купер. ■ Текә яр буйҙарына, тарлауыҡтарға ҡарлуғас оялары — бер ҡатлы бурәнә йорттар урынлашҡан. И. Абдуллин. Тарлауыҡтың эргәһенән генә сылтырап куҙ йәшендәй саф шишмә ағып ята. Д. Бүләков. Тарлауыҡ буйлап бер оҙон урҙе менгәндә, Мирсаяпов кукрәк тауышы менән әкрен генә йырлап ебәрҙе. X. Зарипов.
ТАРЛЫҒЫУ I (тарлыҡ-) (Р.: задыхаться; И.: gasp for breath; T.: boğulmak) ҡ. диал.
Тын ҡыҫылыу. □ Задыхаться. Тарлыға башлау. Эҫелектән тарлығыу. Йугереуҙән тарлығыу. ■ Бер-бер артлы йылғалар ҡорой, эсәр һыу етмәй, һауа бысраныуҙан кешеләрҙең тыны тарлыға икән. Н. Мусин.
ТАРЛЫҒЫУ II (тарлыҡ-) ҡ. диал. ҡар. тарһыныу I. Сит кешене яратмай тарлығыу. ■ [Үҙ илдәрен ташлап китергә мәжбур булған кешеләргә — Алдарбай:] Барығыҙ, бар, куңел тарлыҡмаһа, ер етер. Н. Мусин.
ТАРЛЫҠ (тарлығы) (Р: недостаток, нехватка; И.: lack; T.: darlık) и.
1. Тар (I) булыу сифаты, тар булған хәл. □ Недостаток, нехватка. Урам тарлығы. Урындың тарлығы. ■ Маргарита .. куҙ йәше менән бик ялынһа ла, Абдрахман ваҡыт тарлығына һылтанды. Р. Өмөтбаев. Иркенлеккә өйрәнгән кешеләрҙе танк тартмаһы тарлығына өйрәтеу генә анһат булманы. И. Ғиззәтуллин. Картты тыңларға ваҡыт тарлыҡтан, юлсылар аттары менән булды. М. Ғиләжев.
2. кусм. Кешенең үҙ ирке сикле булған хәл, ирекһеҙ лек. □ Неволя. Тарлыҡ кисереу. ■ Юҡ тыныслыҡ, тулғанам да тулғанам. Курмәһәм дә тарлыҡ, хурлыҡ, кәмселек, ҡурҡыныс уйҙар эсендә уйланам. Ш. Бабич. Тән-ҡапсыҡтан, тарлыҡтан азат булған
167