TAPMA
йән был саҡта һаман бейегерәк кутәрелде. Т. Ғарипова.
3. кусм. Тормоштағы матди етешһеҙлек, нимәгәлер мохтажлыҡ; ҡыҫынҡылыҡ. □ Нужда, бедность. Тарлыҡта көн итеу. Я [Зайлалов:]Рәхмәтулла ағай, барҙың барлығы тейә, юҡтың тарлығы тейә, тип боронғолар тиккә әйтмәгәндер. Ш. Янбаев.
4. кусм. Кеше уңышынан көнләшеү, тарығыу хисе. □ Чувство зависти. Я Беҙ тарлыҡ, ваҡлыҡ арҡаһында киләсәктән мәхрум ҡалабыҙ. Ғ. Хәйри. Бар бит әле эскерлелек, көнләшеуҙәр, тарлыҡ, ғәйбәттәр. Ғ. Рамазанов.
5. кусм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер насар шауҡымы; зыян, ҡамасау. □ Препятствие, помеха. Кемгәлер тарлыҡ яһау. Кешегә тарлыҡ тейеу. Я Был яңы ҡунаҡ Мәхмуткә әллә ниндәй яҡтан тарлыҡ килтергән кеуек булды. М. Ғафури. • Турәгә ҡаршы килһәң — көнөңә тарлыҡ, муллаға ҡаршы килһәң — динеңә тарлыҡ. Мәҡәл. «Һинеке», «минеке» — куңел тарлығы. Мәҡәл.
ТАРМА (Р.: конопля; И.: cannabis; T.: kenevir) и.
1. бот. Һабағынан — сүс, орлоғонан май алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек үлән; киндер. □ Конопля. / Конопляный (лат. Cannabis). Тарма баҫыуы. Тарма майы. Тарма орлоғо. Я Юл буйында ҡуйы булып уҫкән тарма һәм аҡ әремдәрҙән алып, алыҫтарҙа кугелйемләнеп ятҡан тубәләр һәм Карауыл тауҙарына хәтле һуҙылған киңлектәрҙән хуш еҫтәр бөркөлә. Ә. Вәли. Сөнәғәт тарма араһы менән куп тә барманы, кәртә артына алып сыға торған иңлек яғына килеп туҡтаны. Ж. Кейекбаев.
2. Шул үҫемлектән алынған сүс. □ Пенька. Талҡышлы тарма. Тәрәшләнгән тарма. Тарма иләу. Тарма еп.
ТАРМА АРҠАН (Р: конопляный аркан; И.: hemp lasso; T.: kenevir kement) и.
Тарма сүсенән эшләнгән арҡан. □ Конопляный аркан. Тарма арҡан менән бәйләу. Тарма арҡан уреу.
ТАРМА ЕП (ебе) (Р: суровая нитка; И.: brown thread; T: kastarsiz ip) и. диал.
Тарма сүсенән эшләнгән, тегеү өсөн тәғәйенләнгән еп. □ Суровая нитка. Тарма еп осо. Тарма еп ҡулланыу.
ТАРМАҠ (тармағы) (Р: ветвь; И.: branch; T: dal) и.
1. Нимәнеңдер үҙәктән айырылып, ян-яҡҡа киткән өлөшө. □ Ветвь, ветка. Бер нисә тармаҡ. Тимер юл тармағы. Я Иң төптә тау тишеге, бер нисә тармаҡҡа таралып, өс тарафҡа айырылып китә. Н. Алсынбаев. Өфө — Ырымбур тимер юлының Ишембай тармағында «Промысловая» тигән станцияла ҙур составлы тауар поезы Өфө яғына китергә әҙерләнде. А. Карнай.
2. Төп тамырҙан айырылып сыҡҡан ян үҫенте. □ Ветвь, ветка, ответвление, разветвление. Тамыр тармағы. Тармаҡтан урсеу. Я Ағастан тармаҡ мөгөҙлө болан башы яһап ҡуйғандар. Р. Ғабдрахманов.
3. Ботаҡ. □ Ветвь, ветка, сук. Я Калын имән тармағына ултырып өлгөргән Миң-легәрәйҙе бабаһы килеп ҡотҡарып алған. М. Ғафури.
4. Билдәле бер фән, хужалыҡ, техника йәки эштәге айырым әлкә. □ Отрасль, направление. Сәнәғәттең яңы тармаҡтары. Медицина фәне тармаҡтары. Я Ике көндән беҙҙең тармаҡ буйынса министрлығы-ның яуаплы хеҙмәткәре иптәш Касимов етәкселегендә семинар-кәңәшмә башлана икән. Р. Кинйәбаев. Умартасылыҡ һәм башҡа тармаҡтар хәстәрлек менән уҫтерелде. Ә. Байрамов.
5. кусм. диал. ҡар. тамыр V. Я Беҙҙә әсәй яғынан туғанлыҡ тармағы менән артыҡ ҡыҙыҡһынмайҙар. Б. Бикбай.
ТАРМАҠЛАНЫУ (тармаҡлан-) (Р.: ветвиться; И.: arborize; T: dallanmak) ҡ.
1. Үҙәктән буй-буй булып ян-яҡҡа айырылыу. □ Ветвиться, разветвляться. // Разветвление. Тармаҡланып уҫеу. Имән тармаҡланған. Юлдың тармаҡланыуы. Тармаҡланып тороу. Тармаҡланып китеу. Я Үткән бәхетле көндәрен һағынып килә торғас, Һарыбай тимер юлдың икегә тармаҡланырын һиҙмәй ҙә ҡалған. Р. Байбулатов. Ул [Үҙәш], туғайҙарға, әрәмәләргә
168