Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 169 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРМЫҠ
йәйелеп китеп, ҡылаларға, йырындарға тармаҡлана. Ж. Кейекбаев. Мәмерйә әллә ҡайҙарға һуҙыла, тармаҡланып яҡ-яҡҡа ла инеп китә. Б. Рафиҡов.
2. Ян үҫенте сығарыу (тамырға ҡарата).
□ Разветвляться, ответвляться. Керәндең тамыры ныҡ тармаҡланып үҫә. S Тамырҙары шыта, үҫә, тармаҡлана, япраҡ яра. С. Поварисов.
3. диал. Ботаҡ сығарыу, ботаҡланыу. □ Ветвиться. Ҡайын тармаҡланған. ■ Бындағы тирәктәр ҙә мәҙәк, сатыр һымаҡ тармаҡланып үҫмәгән, ә уҡ кеүек күккә уҡталған. Р. Байымов. Имәндең һынып төшкән урынынан тармаҡланып йәш үҫентеләр үҫеп сыҡҡайны. Яр. Вәлиев.
4. күсм. Бер дөйөм берәмектән төрлө әлкәгә айырылыу, күп тармаҡлыға әйләнеү. □ Разветвляться. // Разветвление. ■ Мәсьәлә һаман да тәрәнәйә, тармаҡлана. Д. Юлтый. Әҙәбиәт ғилеме, билдәле булыуынса, өскә тармаҡланып үҫешә: әҙәбиәт теорияһы, тарихы һәм көндәлек әҙәби тәнҡит. «Ағиҙел», № 1,2011.
ТАРМАҠЛЫ (Р: разветвлённый, развилистый; И.: branched; T.: dallı) с.
1. Тармаҡтары (1, 2) булған, тармаҡтарға айырылған. □ Развесистый, разветвлённый. Киң тармаҡлы. Тармаҡлы юлдар. Тармаҡлы юл. Күп тармаҡлы тамыр.
2. Төрлө әлкәгә бүленгән, тармаҡланған.
□ Ветвистый, кустистый. Тармаҡлы бойҙай. Тармаҡлы арыш. Күп тармаҡлы хужалыҡ. ■ Колхоз — күп тармаҡлы. Уның һөтсөлөк, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ фермалары бар. Р. Ниғмәти.
ТАРМАҠ-ТАРМАҠ (Р: разветвлённый; И.: ramified; T: dallı) с.
Ян-яҡҡа киткән тармаҡтар (1, 2) рәүешендәге, тармаҡтары күп булған. □ Разветвлённый. Тармаҡ-тармаҡ мөгөҙ. Тармаҡ-тармаҡ йәйелгән тамыр. М Урал тауы, ҡараһаң, тармаҡ-тармаҡ таралған. «Юлай менән Салауат».
ТАРМАЛЫҠ (тармалығы) (Р: место густой заросли конопли; И.: thick hemp growth; T: kenevirlik) и. һөйл.
Тарма күп үҫкән урын. □ Место густой заросли конопли. Тармалыҡ буйы. Тармалыҡтағы ҡоштар.
ТАРМАНА (Р.: цитварная полынь; И.: wormseed; T: horasan otu) и. диал. ҡар. дармана үләне.
Ҡыҫҡа тарбаҡ һабаҡлы, тетмәкәй япраҡлы, ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һары төймә сәскәле әсе үлән. □ Цитварная полынь (лат. Artemisia cina). Тармана шифаһы. Тармана йыйыу.
ТАР-МАР БУЛЫУ (тар-мар бул-) (Р: быть разгромленным; И.: meet Waterloo; T: darmadağın edilmek) ҡ.
Ҡыйралыу, емерелеү, юҡҡа сығыу. □ Быть разгромленным. Тар-мар булып ҡуйыу. Тар-мар булған ғәскәр.
ТАР-МАР ИТЕЛЕҮ (тар-мар ител-) ҡ. төш. ҡар. тар-мар итеү. страд, от тар-мар итеү. ■ Торатау янындағы туғайға яһаған ябырылыуында Килмәктең сиреүе тар-мар ителгәс, Румянцев, бөтә көсөн уның урду-ғаһына табан йүнәлтеп, яу башлыҡтарын ҡамап алырға тырышҡан. Ғ. Ибраһимов. Сталинградтағы дәһшәтле алышта дошмандың йөҙҙән артыҡ дивизияһы тар-мар ителгәйне. С. Поварисов.
ТАР-МАР ИТЕҮ (тар-мар ит-) (Р: разгромить; И.: smash, destroy; T: darmadağın etmek) ҡ.
Ҡыйратыу, емереү, юҡ итеү. □ Разгромить, разрушить, уничтожить. Тар-мар итеп бөтөү. Тар-мар итеп ҡуйыу. Дошманды тар-мар итеү. ■ Дошман оборонаһын өҙөп, нығытмаларҙы тар-мар итеп, танкылар алға уҙҙы. Ғ. Аллаяров.
ТАРМА ТУРҒАЙЫ (Р: коноплянка; И.: linnet; T.: keten kuşu) и. зоол.
Турғайҙар отрядына ҡараған, 13-16 см ҙурлығындағы һайрар ваҡ турғай. □ Коноплянка (лат. Carduelis cannabina). Тарма турғайы тауышы. Тарма турғайы ояһы.
ТАРМИШКӘН и. диал. ҡар. сарыҡһа-баҡ. Тармишкән ныҡлы була. Аяҡ кейемен тармишкән менән тегеү.
ТАРМЫҠ (тармығы) (Р: русло; И.: bed; T: nehir yatağı) и. диал. ҡар. үҙән.
169