ТАРТҠЫЛАУ
ТАРТАЙ I (Р.: коростель; И.: crake; Т.: bıldırcın kılavuzu) и.
1. зоол. Башы, арҡаһы һарғылт тут төҫөндәге, оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлыҡ ҡош. □ Коростель, дергач (лат. Crex pratensis). Тартай тауышы. ■ Ҡайҙалыр ниндәйҙер ҡош сутылдап ала, тартай, бүҙәнә ҡысҡыра. И. Абдуллин. Оҙонкүлдә тәлмәрйендәр гөрләй, әрәмәлә тартайҙар тартылдай, ҡырас буйында шишмә сылтырай. Р. Ғабдрахманов. • Тартай теленән таба. Мәҡәл. Бер йыл тартай, бер йыл буҙәнә һимерә. Әйтем. Өйрәк һыуға, тартай һаҙға тарта. Әйтем.
2. кусм. Ябыҡ, ҡаҡса кешегә ҡарата әйтелә. □ Очень худой, тощий. Тартай бала. ■ Тартай Талиптың һыйыр һауыусы ҡыҙы ике машина менән брикет алып ҡайтты. Р. Ғабдрахманов.
ТАРТАЙ II (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуының ара исеме. □ Название родового подразделения башкир рода кубаляк. Тартайҙар араһы.
ТАРТАНЛАУ (тартанла-) ҡ. диал. ҡар. тыртанлау. Тартанлап йөрөу. Бер туҡтауһыҙ тартанлау.
ТАРТАР I и. диал. ҡар. тартай 1. Тартар тартылдауы. Тартар һурәтен төшөрөу.
ТАРТАУЫЛЛАУ (тартауылла-) (Р: держаться (определённого направления); И.: move; T.: yönelmek) ҡ. диал.
Ниндәйҙер бер йүнәлешкә тартыу, ыңғайлай биреү. □ Держаться (определённого направления); идти (в каком-л. направлении). Тауға тартауыллап барыу. Ҡайтырға тартауыллау.
ТАРТҠАН ҺӨТ (Р: обрат; И.: skim milk; T.: yağsız süt) и. диал.
Айыртҡан һөт. □ Обрат. Тартҡан һөттән ҡамыр баҫыу. Тартҡан һөттө ҡайнатыу. Тартҡан һөт эремсеге.
ТАРТҠЫ I (Р: перевязь; И.: sling; T.: şerit) и. этн.
1. Урын ҡаралдыһын тәңкләп өйгәс, өҫтән тартып ҡуя торған матур яҫы бау. □
Перевязь (украшенный вышивкой длинный кусок материи для стягивания сложенных постельных принадлежностей). Тартҡы башы. Сигелгән тартҡы.
2. Эйәрҙе аттың түш аҫтынан тарттырған яҫы ҡайыш. □ Пряжка, ремень. Алғы тартҡы. Артҡы тартҡы. ■ Түшелдерек тартҡыларын оҙонайтып егеп, юрттырып ҡарайым, ул-был иткән нәмә юҡ. Т. Килмөхәмәтов. [Ҡәмәр:] Ашыҡма, дуҫым, тиҙ барып етербеҙ әле, көн иртә, — тип һөйләнә-һөйләнә эйәр тартҡыларын тартып, ялдарын һыпырғылай башланы. А. Таһиров.
3. диал. Ыңғырсаҡты бауыр аҫтынан тарттырып нығыта торған яҫы бау, айыл. □ Подпруга. Тартҡыны яңыртыу.
4. диал. Аттың бауыр аҫтынан үткәреп, ике тәртәгә тартып бәйләгән бау (һарҡыу тотоу өсөн). □ Подбрюшник (часть сбруй). Тартҡы ҡуйып егеү. Тартҡы өҙөлөү. ■ Гәҙәт-тә тартҡы һалып төшә торған Ирәндек һөҙәген бәлә-ҡазаһыҙ үтеп, Ҡалҡан күле башындағы аҡланға килеп еткәндә, куҙ асҡыһыҙ буран ҡупты. Р. Өмөтбаев.
ТАРТҠЫ II (Р: вьюшка; И.: damper; Т.: hava kapağı) и.
Тартып асмалы мөрйә япҡысы, йүшкә. □ Вьюшка. Тартҡыны асыу. Мейес тартҡыһы.
ТАРТҠЫ III (Р: обдирка; И.: plane; T.: kaşağı) и. диал. ҡар. һыҙырғыс.
Ҡуптарып, айырып алыу өсөн махсус ҡорал. □ Обдирка, гребок (приспособление для очистки площади, тока от зерна, мякины); струг (орудие для снятия луба). Тимер тартҡы.
ТАРТҠЫЛАУ (тартҡыла-) (Р: дёргать, теребить; И.: pull(at); T.: çekmek) ҡ.
1. Ҡабат-ҡабат тартыу (1,2,9). □ Дёргать, теребить. Тартҡылап маташыу. Тартҡылап ҡуйыу. Аяҡтан тартҡылау. ■ Берәр яман соҡорҙо аша үткәндә дилбегәне алабарманланып уңға-һулға тартҡылай башланыңмы — соҡорға барып осороңдо көт тә тор. Ш. Янбаев. Рәхимһеҙ һалҡын ел, өйөрөлөп килеп, уны төрлө яҡтан тартҡылай, һәм өлтөрәп торған япраҡ бына-бына өҙөлөп төшөр төҫлө тойола. Ә. Байрамов. Илғужа, ҡулына
171