ТАРТҠЫЛАШ
эләккән беренсе кирбесте тотоп, ажғырып барып ҡуҙғала башлаған «Жигули» ишеген тартҡыланы. Д. Бүләков.
2. Музыка ҡоралдарында һирәк-һаяҡ уйнау, тартыу (музыка ҡоралдарына ҡарата). □ Играть на каком-л. музыкальном инструменте (временами, не часто). Я [Сәйфетдинов:] Мин баянда уйнай белмәйем, шул хромканы ғына тартҡылайым. Р. Солтангәрәев.
♦ Ҡылын тартҡылау кемдеңдер уй-ниәтен белергә тырышыу. □ соотв. Закинуть удочку. Йәш ҡыҙҙың ҡылын тартҡылау. Турәнең ҡылын тартҡылау. ■ Ғаризаға ҡул ҡуйыусыларҙың ҡылдарын тартҡылап ҡарайыҡ, уҙҙәре теләп ҡул ҡуйғандармы? Б. Бикбай.
ТАРТҠЫЛАШ и. ҡар. тартыш I, 1. Тартҡылаш арҡаһында. Үҙ-ара тартҡылаш. ■ Курәһең, уҙ-ара тартҡылаш алдағы көндәрҙә, Зәки Вәлидиҙәр ҡайтып еткәнсе лә булған. Р. Байымов.
ТАРТҠЫЛАШЫУ (тартҡылаш-) (Р: ссориться; И.: quarrel; T.: kavga etmek) ҡ.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер буйһонмай ҡарышыу, ҡаршылашыу. □ Ссориться, препираться, противиться. // Ссора, препира-тельсто. Тартҡылашып йәшәу. Тартҡылаша башлау. Эшләмәй тартҡылашыу. ■ Ғилман Кәшфиҙе ултырырға димләне, тегеһе саҡ ҡына тартҡылашты. Д. Бүләков. Марсель кәпәсен рәтләп кейҙе лә .. кундәм генә атлап китте, сөнки тартҡылашыуҙан файҙа юҡ ине. Р. Байбулатов. Кеше өйөндә тартҡылашып йоҡлап ятыу килешмәй ине. С. Агиш.
2. Үҙ-ара алышыу, бәхәсләшеү. □ Тягаться, ссориться с кем-л. // Тяжба, ссора. Ер өсөн тартҡылашыу. Кыҙ өсөн тартҡылашыу. ■ Һарыҡ тәкәһе тушкәһен алырға тырышып тартҡылаша торғас, буҙ юрғаға атланған егет .. бутәндәрҙән тиҙерәк ҡасып ҡотолорға ашҡынды. Я. Хамматов. Биш-алты ҡыҙ менән ике малай тартҡылаша ине. Ғ. Хисамов. Былары инде кейәу яғының егеттәре була икән, еңгә кустәнәсенән ауыҙ итер өсөн тартҡылаша улар. Б. Бикбай.
ТАРТҠЫСЛАУ (тартҡысла-) (Р: теребить, дёргать; И.: pick(at); T: çekip durmak) ҡ.
Ҡабат-ҡабат тартыу. □ Теребить, дёргать. Еңенән тартҡыслау. Кулынан тартҡыслау. V Передерин асыуынан Шоңҡарҙы шундай итеп тартҡысланы: ылаусының айыу ҡулдарында ҡамыт әйләнеп торҙо. Й. Мостафин. Ғимран иһә кәзә һаҡалын тартҡыслап кинәнде. Й. Солтанов.
ТАРТМА I (Р: ящик; И.: drawer; Т: kutu) и.
1. Өҫтәл, шкаф кеүек әйберҙең тартып сығармалы эске ҡумтаһы. □ Ящик, ящичек (выдвижной). Тартманы асыу. Тартмаға һалыу. V Өҫтәл тартмаһынан Ғайсин пистолет сығарҙы. А. Абдуллин. Йәуҙәт ағай гвардия знагын тартмаһынан йәһәт кенә өҫтәлгә сығарып һалды. Р. Байбулатов.
2. диал. ҡар. ҡумта 1. Тартма һатып алыу.
ТАРТМА II и. ҡар. тартҡы I, 1. Урын тартмаһы. Биҙәкле тартма. Тартма һуҙыу.
ТАРТМА III с. ҡар. тартмалы I. Тартма өҫтәл. Тартма шкаф.
ТАРТМАЙЫЛ (Р.: перевязь (через плечо); И.: sling; T: askı) и. диал.
Нимәнелер тартҡанда, һөйрәгәндә ҡулланылған, бер яҡ яурын аша кейелә торған арҡан бау. □ Перевязь (через плечо). Киндер тартмайыл. Үрелгән тартмайыл.
ТАРТМАҠ (тартмағы) (Р.: палочка (для натягивания тетивы ручной лучковой пилы); И.: detail of a handsaw; T.: el testeresinin kirişini çekmek için sopa) и. диал.
Ҡул бысҡыһының керешен бора торған таяҡ. □ Палочка (для натягивания тетивы ручной лучковой пилы). Тартмаҡты тотоу.
ТАРТМАЛЫ I (P: с ящиком; И.: with drawers; T.: kutulu) с.
Тартмаһы булған. □ С ящиком. Тартмалы өҫтәл. ■ Бер яҡ мөйөштә тартмалы ҡулайламала картотекалар. Ғ. Хөсәйенов. [Кырҡтартмасы] тауарҙарын маҡтап һайрап та тормай, тартмалы .. һандығы юҡ, әйберҙәрен йәшник кеуек нәмәнең төбөнә һалған. Н. Мусин.
172