Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 173 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРТТЫРЫУ
ТАРТМАЛЫ II (Р.: с весом; И.: weighing; T.: ağırlığında) с.
Билдәле бер ауырлығы булған. □ С весом. ■ Арбаһына батманлап бал, ун ике бот тартмалы айыу тейәп ҡайтып төшкәс, уның [Ғибадулланың] өйө тирәһен ауыл халҡы һырып алды. Н. Мусин.
ТАРТМА ТАБА (Р.: круглая вьюшка; И.: round damper; T.: yuvarlak hava kapağı) и. диал.
Тартып, шыуҙырып асылмалы түңәрәк йүшкә. □ Круглая вьюшка. Тартма табаны асыу. Тартма табаға урын ҡалдырыу.
ТАРТ-ТАРТ (Р.: подражание крикам дергача; И.: call of the corn-crake; T.: bıldırcın sesinin taklidi) оҡш.
Тартай тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание крикам дергача. Тарт-тарт итеу. Тарт-тарт саҡырыу. Я Шап итеп ҡалған тауышҡа тирә-яҡтағы бөтә йән эйәһе ҡуҙғалды: береһе «баҡ-баҡ», икенсеһе «тарт-тарт» тип ҡысҡыра башланылар. И. Ғиззәтуллин.
ТАРТТЫРЫЛЫУ (тарттырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. тарттырыу 1-4, 6. страд, от тарттырыу 1-4, 6. Тарттырылған иген. Эре тарттырылған он. Я Ләкин тирмәнгә алып барып [бойҙайҙы] тарттырырға әмәл юҡ. С. Агиш. Үткер бәке менән ҡырғандай, ҡамылдың төбөнән сабылған, һаламы баҫыу ситенә тарттырылып, эҫкерттәргә өйөлгән. Ш. Янбаев.
2. Кемдеңдер язаға тарттырылыуы. □ Привлекать кого к чему-л. ■ Тәғәнә уятырҙай кешеләр йә кире бороп ебәрелә, йә хатта яуапҡа тарттырыла. Ә. Хәкимов. Ринат, уҙенең былтыр саҡ-саҡ хөкөмгә тарттырылмай ҡалыуын иҫләп, өндәшмәне. Р. Байбулатов. Хәбеш кеуектәрҙең йәмғиәткә зарары оҙаҡ йылдар куренмәй, яуапҡа ла тарттырылмай. Р. Байымов.
3. Ныҡ итеп тарттырып бәйләү. □ Перетягивать, перевязывать. ■ Бесәнселәр кулемгә туҡтанылар, арба тәртәләренә тарттырылып ҡоролған сатыр аҫтына барып яттылар. И. Абдуллин.
ТАРТТЫРЫУ (тарттыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. тартыу 1, 2, 12-14. понуд. от тартыу 1, 2, 12-14. Катер менән тарт
тырыу. Магнит менән тарттырыу. Һөрмә тарттырыу. Я [Капитан — танк командирына:] Ниңә телеңде сарлайһың, тиҙерәк буксирға алып тарттырығыҙ, юғиһә һуң булыр. Ғ. Аллаяров. Тәуге төркөм уҙ улъяһын һөйрәтеп артҡа тарттырыуға, уның урынына яңы ҡушын алға ташлана. Ә. Хәкимов. [Нәғимов:] Потапов .. минең уҙемде лә бер ҡамсы менән тарттырғайны. А. Карнай.
2. Эләктереп һуҙыу, киренке хәлгә килтереү. □ Натягивать, подтягивать. Кирге менән тарттырыу. Саталы ағасҡа кейҙереп тарттырыу.
3. Эләктереп тартыу, тарттырып нығытыу. □ Перетягивать. // Перетягивание (шнуром, бечёвкой и т.п.). Тарттырып бәйләу. Я Батыргәрәй аҫ яғы ергә һөйрәлеп, сереп тә бөткән ҡапҡаны берәй тимерсыбыҡ киҫәге менән тарттырып та ҡуя белмәне, исмаһам. Ә. Әминев. [Батыр]айыу тарамышынан кереш яһап тарттырған. Әкиәттән.
4. Нимә менәндер шылдырып килтереү; һөйрәтеү; билдәле бер урынға төрлө ерҙән күсереү, йыйыу. □ Трелевать, тянуть, буксировать. // Трелёвка. Ағас тарттырыу. Кубә тарттырыу. Я [Зәки бер ат менән] бурәнә тарттырырға китте. С. Агиш. Машина .. тәрән ҡарҙы төптән ук киҫеп ала ла кубә тарттырғандағы һымаҡ этәреп, мостовойға шылдырып өйөп ҡуя. Р. Байымов. Мәктәп, клуб, идара йорттарына утын тарттырыуҙа ла эш башларға килешелгән. Д. Бүләков. Шулай интекһә лә, малай кешегә һыбай елдереп кубә тарттырыуҙан да ку-ңеллерәк эш юҡ! Ш. Янбаев. • Хан ҡашында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ тарттырыр. Мәҡәл.
5. кусм. Ниндәйҙер эш өсөн суд, хөкөм алдына килтереү; тартыу. □ Привлекать кого-л. к чему-л. Хөкөмгә тарттырыу. Яуапҡа тарттырыу. Я Ғамилды, был фажиғәнең килеп сығыуында төп енәйәтсе итеп, өс йылға хөкөмгә тарттырып, колонияға ебәргәндәр. Р. Байбулатов. Дошмандың эҙенә төшөргә, тоторға, ғәҙел хөкөмгә тарттырырға кәрәк. 3. Биишева.
6. Тирмәндә ашлыҡты, игенде ваҡлатыу, он итеү. □ Молоть. Тирмәндә ашлыҡ тарт
173