ТАРТЫЛДАУ
тырыу. Он тарттырыу. ■ [Рәшит:] Бура төбөн һепереп, биҙрәгә яҡын он тарттырҙыҡ. Р. Низамов.
ТАРТЫЛДАУ (тартылда-) (Р: издавать звук тарт-тарт; И.: produce sound imitation; T.: bıldırcın kılavuzu sesinin taklidini yapmak) ҡ.
Тарт-тарт итеү, тарт-тарт тип ҡысҡырыу (тартайға ҡарата). □ Издавать звук тарт-тарт. Тартылдау тауыштары ишетелеү. ■ Тартай тартылдау менән, ҡурпысыҡтар сырҡылдай башлай. С. Шәрипов.
ТАРТЫЛДАШЫУ (тартылдаш-) ҡ. урт. ҡар. тартылдау, взаимн. от тартылдау. Өҙлөкһөҙ тартылдашыу. Тартылдашҡан тауыштар ишетелеү.
ТАРТЫЛЫУ (тартыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. тартыу 4, 9-13, 16. Ныҡ тартылған бау. Буйҙан-буйға тартылған шаршау. Яҡшы тартылған он. Тартылған тәмәке төпсөгө. ■ Мәҙинә, үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламайынса, күҙҙәрен йөрөттө: тар ғына ишек, сыуал. Ҡаршыһына һайғау тартылған, уға ниндәйҙер еүеш кейемдәр эленгән. Т. Ғарипова. Был «һуғыш»тың ҡалдырған тәьҫире былай ғына тороп ҡалманы, мәжрух малайҙарҙың ағалары тағы ла ыҙғыш сығарҙылар, был эшкә сәбәп булған малайҙарҙың хөкөмгә тартылыуын теләнеләр. М. Ғафури. Ҡылдай тартылған был бураҙнаға ҡарап тора халыҡ һоҡланып. Р. Бикбаев.
2. Нерв импульстары тәьҫирендә ҡыҫҡарыу. □ Сокращаться. Мускулдар тарты-лыуы.
3. Тартҡан ыңғайға килмәй, кирегә тартыу. □ Сопротивляться, противиться. Ныҡ тартылыу. Ҡарышып тартылыу. Ситкә тартылыу. ■ Ҡыҙҙың үҙенән тартынғанын, тартылғанын аңлап, Әптеләхәт уны кире ике ҡуллап ипләп кенә артҡа этәрҙе. Т. Ғарипова.
4. Ҡемгәләр йәки нимәгәлер ынтылыу. □ Тянуться. Яҡты тормошҡа тартылыу. Яҡтыға тартылыу. ■ Ә йыш ҡына кешегә тартылыу өсөн уның һине һөйөүен белеү ҙә етә. А. Абдуллин.
5. күсм. Бер-береһенә ынтылыу (йыһандағы есем, ике төрлө заряд һәм магнит полюстарына ҡарата). □ Тянуться, притягиваться. // Тяга, тяготение, притяжение. Тартылыу көсө. Ыңғай һәм кире көстәрҙең бер-береһенә тартылыу ы.
6. Урындан бер аҙ шылыу; күсеү. □ Сдвинуться, сместиться. Артҡа тартылыу. Бер аҙ тартылыу. Үргә тартылыу. Алға тартылыу.
7. Билдәле бер яҡҡа ыңғайлау, йүнәлеш алыу. □ Направляться, подвинуться. ■ Шығырлап ауырлыҡ менән ҡуҙғалған вагондар алға нығыраҡ тартылды, тәгәрмәстәрҙең әйләнеүе шәбәйҙе. М. Ғиләжев. Инә ҡаҙ артынан сылбырҙай тартылған бәпкәләр. Р. Ғарипов.
8. Билдәле бер йүнәлештә ятыу, һуҙылыу. □ Тянуться, простираться. ■ Иҙел буйлап колхоз ауылдары тартылған. Ғ. Сәләм.
9. Булған кимәлдән төшөү, күләме кәмеү.
□ Уменьшаться (в объёме); сокращаться. Йылға тартылды. Һыйырҙың һөтө тартылды. ■ Һыу ныҡлап тартылып бөтмәгән ваҡыт. Ғ. Хисамов.
10. Төҫ-баш һурылып, тәнгә йоҡарыу.
□ Осунуться, похудеть. Малдар тартылды.
11. Нимә менәндер ҡапланыу. □ Покрывать, закрывать собой, окутывать. Һыу боҙ шекәрәһе менән тартылды. ■ Ана, Ҡүктау һырттары өҫтөнө тартылған ал шәфәҡ эсенә ҡара болот һыҙаты уҡтай сәнселде. Т. Ғарипова.
ТАРТЫЛЫШ (Р: тяготение; И.: attraction; T: çekim) и. физ.
Еҫемдәрҙең бер-береһенә тартылыу (5) үҙсәнлеге. □ Притяжение. Тартылыш көсө. Бөтә ғаләм тартылыш законы.
ТАРТЫЛЫШЫУ (тартылыш-) ҡ. урт. ҡар. тартылыу I, 1. взаимн. от тартылыу I, 1. Бер-береңә тартылышыу.
ТАРТЫМ I (Р: притяжение; И.: gravitation; attraction; T: çekim) и.
1. Тартыу хәрәкәте, тартыуға һалынған көс. □ Притяжение. Ерҙең тартымы. ■ Нисек итеп ауылға бәйләргә һуң йәштәрҙе,
174