ТАРТЫНҠЫ
ниндәй тартым көсө табырға бының өсөн? Яр. Вәлиев.
2. һөйрәп, тартып алып китерлек күләм. □ Разовый объём работы, сопряжённый с волочением тяги. Ат тартымы. Тартым тейәү.
3. диал. Сапҡан бесәндең, игендең күләме. □ Объём сена, злаковых. Бер тартым бесән ҡалған.
ТАРТЫМ II (Р.: схожий; И.: similar; T.: berzer) с.
Ниндәйҙер бер сифаты, ҡайһылыр яғы менән кемгәлер йәки нимәгәлер оҡшаған, яҡын торған. □ Схожий с кем-л., в чём-л. Күккә тартым төҫ. ■ Юлда барғанда Рафиҡ Линараға .. Әүлиә тураһында әкиәткә тартым бер легенда һөйләне. Л. Яҡшыбаева. Ҡаршыла — майҙанға тартым бушлыҡта — .. әүәлге тормош ағышын үҙенә һеңдереп иҫкергән мәсет. А. Абдуллин. Бына Окаянный Михайло, Ғирфан, Мөхит байҙар .. элекке помещиктарға тартым йәшәй башлағайнылар инде. Д. Исламов.
ТАРТЫМ III (Р: по направлению к ...; И.: towards; T.: -a doğru) бәйл.
1. Хәрәкәттең йүнәлешен белдерә. □ По направлению к ...; к. Тауға тартым. Ауыл осона тартым. В Ә бындай яуҙарҙың йыш ҡына булып тороуҙары хаҡында ялан яғына тартым урынлашҡан «Бағыш батыр тауы» барлығы үҙе үк әйтеп тора. Р. Өмөтбаев.
2. Билдәле бер ваҡытҡа, мәлгә яҡынлаша барыуҙы белдерә. □ К; ближе к ... (о времени). Кискә тартым. ■ Көн яҙға тартым йылы булыуға ҡарамаҫтан, ҡарсыҡты толопҡа урандырып ултырттылар. С. Агиш.
3. Кемгәлер йәки нимәгәлер ыңғайлағанды, тартылғанды белдерә. □ Склонность к чему-л., симпатия к кому-л. Тартым хистәр. Тартым кисереш. ■ Ҡолағыма ҡыҙҙың йөрәге Фәтхи һалдатҡа тартым тигән һүҙҙәр инеп ҡалғайны. С. Агиш.
4. диал. Урын-ваҡыт килеш аффикстары менән килеп, урын яҡынлығын белдерә. □ Ближе к ... (о месте). Урман тартымын-дағы өйәңке. ■ Ташбатҡан ауылынан тау тартымында китһәң, ҡыйғыр яландар, ҡы
йылып киткән арҡалар осрамай: тау артылаһың да тау төшәһең. Ж. Кейекбаев.
ТАРТЫМЛАНЫУ (тартымлан-) (Р: становиться похожим на кого', И.: become like somebody; T.: benzemek) ҡ.
Кемгәлер оҡшау. □ Становиться похожим на кого-л. Олатаһына тартымланған.
ТАРТЫМҺАҠ (Р: поддерживающий родственные отношения; И.: supporting kinship; T.: akrabalık ilişkilerini destekleyen) c.
1. Туған итеп, яҡын күреп тартҡан, яҡшы мөғәмәлә күрһәткән. □ Поддерживающий родственные отношения. Тартымһаҡ кеше. Тартымһаҡ булыу.
2. диал. Ҡыйыуһыҙ, оялсан. □ Стеснительный, нерешительный. Тартымһаҡ егет. Тартымһаҡ бала.
ТАРТЫМҺЫҘ (Р: равнодушный к родственникам; И.: heartless (to relatives); T.: akrabalarını sevmeyen) с. диал.
Туғандарына ҡарата битараф, туғандарына күңеле тартмаған. □ Равнодушный (к родственникам). Тартымһыҙ кеше. Тартымһыҙ туған.
ТАРТЫНДЫРЫУ (тартындыр) (Р: стесняться; И.: feel shy (of); T: çekinmek) ҡ.
1. Оялтыу, уңайһыҙландырыу. □ Смущать, заставить стесняться. Кешенән тартындырыу. М Шул уҡ ваҡытта был тойғо мине нисектер тартындырҙы ла. Ә. Вәли.
2. эйһ. ф. ҡар. тартыныу, безл. от тартыныу. Яттарҙан тартындырыу. ■ Икеһенең дә яңы урында осрашыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырҙымы, әллә бер-береһен бик әҙ белеү тартындырҙымы, Иҫәнбирҙин яңы председателгә уңыштар теләүҙән башҡа һүҙ әйтә алманы. Ә. Вәли.
ТАРТЫНҠЫ I (Р: согласный (звук)', И.: consonant; T: ünsüz) с. лингв.
Тел һәм теш ҡатнашлығында әйтелешле (өнгә ҡарата). □ Согласный (звук). Тартынҡы он. Яңғырау тартынҡы. Тар тартынҡылар.
ТАРТЫНҠЫ II (Р: худой; И.: lean; Т: zayıf) с. диал. ҡар. ябыҡ.
Май ҡатламы булмаған, йоҡа тәнле. □ Худой. Тартынҡы эс. ■ Ерәнҡашҡа шун-
175