Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 176 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРТЫНЫУ
дай матур хайуан булып уҫте: киң туише, тартынҡы эсле, шеш ҡолаҡлы, тәкәббер ҡиәфәтле. Н. Мусин.
ТАРТЫНЫУ (тартын-) (Р.: чувствовать неловкость, стесняться; И.: feel ill at ease; T.: çekinmek) ҡ.
Кешенән оялып уңайһыҙланыу, һорарға тартыныу. □ Чувствовать неловкость, стесняться. Тартынып ҡына ашау. Сит кешеләр янында тартыныу. Һөйләшергә тартыныу. ■ Ул [Хәҙисә] ирҙәрҙән тартынмай, ауылдағы бер кешенән дә йөҙ йәшермәй. С. Агиш. Әсә лә бит буйға еткән улын ҡыҫып ҡосаҡларға тартына. М. Кәрим. Әлбиттә, Мәҙинә унан тартына, бала саҡта «атай» тип ҡосағына һыйынмағас, хәҙер килеп яҡыная, һырыға алмаясаҡтыр инде. Т. Ғарипова.
ТАРТЫНЫШЫУ (тартыныш-) ҡ. урт. ҡар. тартыныу, взаимн. от тартыныу. ■ Бер аҙ бер-береһенән тартынышып ултырғас, балалар ата-әсәһенә бигук аңлашылмаған уҙ хәбәрҙәрен һөйләргә тотоноп киттеләр. Т. Ғиниәтуллин.
ТАРТЫП АЛЫУ (тартып ал-) (Р: отнять; И.: take away; T.: çekip almak) ҡ.
Көслөк менән алыу. □ Отнять, выдернуть, вырвать; захватить. Китабын тартып алыу. Тартып алып ҡуйыу. ■ Купме өмөт бағлап, куҙ терәп торған комбайнды Әпсәләмов ғауға кутәреп тартып алды. X. Ғиләжев. Аҫтымда бер брезент боҫҡағы бар ине. Шуны яй ғына тартып алып, алдыма яптым. Ф. Иҫәнғолов. Дебаркадерҙың баҫмаһын тартып алдылар. Пароход мыҙылып ҡына ярҙан ситләшә башланы. М. Тажи. Ә Емеш тапҡан ат башындай хазинаны бер кем дә, бер ҡасан да тартып ала алмаясаҡ. 3. Биишева.
ТАРТЫП-ЙОЛҠОП (Р: выдёргивая; И.: pulling out; T.: sökerek) р.
Теләһә нисек тартҡылап; өҙә-йолҡа. □ Выдёргивая. Тартып-йолҡоп сәс тарау. Тартып-йолҡоп ҡына һөйләу. ■ Гәп тегенән-бынан, тартып-йолҡоп ҡына барҙы. И. Абдуллин.
ТАРТЫП-ҺУҘЫП (Р: вытягивая, растягивая; И.: stretching; T.: germek)/?.
1. Теләһә нисек һуҙғылап, тартҡылап. □ Вытягивая, растягивая. Кулдәкте тартып-һуҙып киңәйтеу. Тартып-Һуҙып оҙонайтыу.
■ Йөндәрҙе тартып-һуҙып тетә-тетә, Емештең кескәй, нәҙек бармаҡтары талып, һыҙлап бөттө. 3. Биишева.
2. һөйл. Әҙ нәмәне көс-хәл менән оҙаҡҡа еткереп. □ Растягивая. Бесәнде тартып-һуҙып яҙға еткереу. ■ Улар [Камаловтар] бик самалы йәшәнеләр, аҡсаны тартып-һуҙып ҡына еткерҙеләр, әммә, теге йәки был нәмә етешмәй, тип өйҙә ҡәнәғәтһеҙләнеу, һуҡраныу, етәкселәргә, власҡа тел тейҙереу булманы. И. Абдуллин.
3. Этеп-төртөп, көс-хәл менән. □ С натяжкой. Тартып-Һуҙып бишле ҡуйҙы.
ТАРТЫУ (тарт-) (И.: дёргать; И.: jerk; T.: çekmek) ҡ.
1. Кемделер, нимәнелер тотоп, эләктереп, үҙеңә йәки бер тарафҡа табан көс менән килтереү. □ Тянуть, дёргать. Тартып ҡуйыу.
■ Халыҡ араһынан кемдер Сәлихкә табан боролдо ла уның еңенән тартты. С. Агиш. Бабай ҡамытты кейҙереп, шлеяларын тарта ғына башлағайны, туры артҡы уң аяғын оҙон итеп һондо ла кирелеп алды. Ғ. Аллаяров. Бесәнсе ҡарт дилбегәһен уңғараҡ тартты. Ә. Байрамов.
2. Кайҙандыр сығарыу, һурыу. □ Тянуть, вытаскивать. Тартманы тартыу. ■ Сынтимер ағастарҙы .. төбө-тамыры менән тарта ла сығара, ти. Әкиәттән.
3. кусм. һөйл. Эләктереп үҙ артынан алып барыу, һөйрәү. □ Тянуть, тащить, волочить, буксировать. Сананы тартыу. Арба тартып килеу. ■ Мин ултырған был яҡ ярҙан бер саҡ баржа тартып уҙған бурлактар. Р Ғарипов.
4. Йөктө һөйрәү, һөйрәй алыу (транспорт сараларына, йөк малына ҡарата). □ Тянуть, тащить, волочить. Ат йөктө тарта.
■ Ашлауын ҡара әле һин уны [угеҙҙе]: көс тә һалмай, буш сана тарта тиерһең. Р. Байымов. • Тәртәгә кергәс, тарта алмайым, тип торма. Мәҡәл.
5. Ниндәйҙер ауыр эште башҡарыу, үтәү. □ Тянуть, тащить. Эште яҡшы тартыу.
176