Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 177 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРТЫУ
■ Бынау Маленковы арыу ғына тартҡан кеүек ине, крәҫтиәнгә шәхси стимул тигән нәмәнең килеп сығыуына ла ҡыуанғайныҡ. Т. Ғарипова.
6. Тәбиғи көс менән үҙенә яҡынайтыу, үҙенә табан килтереү. □ Тянуть, притягивать. Магнит тимерҙе тарта. ■ Был яҡтарҙа, әллә йылға, әллә урман тарта, яланлы урында яумаһа ла, әленән-әле ямғыр ҡойоп ҡына тора. И. Абдуллин.
7. Һурыу көсө булыу (ғәҙәттә, баҫым айырмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә); үҙенә һурыу, үҙенә хәрәкәт иттереү, үҙенә һеңдереү, йотоу. □ Втягивать, вбирать, впитывать. Тоҙ дымды тарта. Мөрйә насар тарта. Упҡын төпкә тарта. ■ Хәсән, .. тупраҡ та дым тартып, ер өҫтөн йәм-йәшел хәтфә болондар ҡаплап алыуын күргән, ти. Әкиәттән.
8. Нимәгәлер йәлеп итеү, ылыҡтырыу.
□ Вовлекать, привлекать. Эшкә тартыу.
■ Һуғышҡа ҡаршы восстаниеға фронт буйындағы крәҫтиәндәрҙе тартырға кәрәк. Д. Юлтый.
9. Эшләгән, ҡылған эш өсөн суд, хөкөм алдына килтереү, яуап алыу. □ Привлекать (к ответу, суду, ответственности). Хөкөмгә тартыу. Судҡа тартыу. Яуапҡа тартыу.
10. Яҡын итеү, үҙ күреү. □ Признавать, поддерживать кого. ■ Ярлыларҙы ситкә ҡағып, байҙы тартыу унда юҡ. М. Ғафури. Дөрөҫөн әйткәндә, Шәңгәрәйҙән көлгән дә, ҡаҡҡан-һуҡҡан да, тартҡан-ҡурсыған да бер Хашим ғына булманы. Т. Ғарипова. [Йылан:] Батша ҡыҙын бирмәне, һин йылан тип, ҡыҙы ла мине тартып килмәне. «Урал батыр». • Йән тартмаһа, ҡан тарта. Әйтем. Нәҫел — нәҫелгә, тамыр тамырға тарта. Мәҡәл.
11. Йылы тойғо уятып, кемделер йәки нимәнелер үҙенә йәлеп итеү, ылыҡтырыу.
□ Тянуть, привлекать, притягивать. Күңелем һиңә тарта. Аяҡтар ауылға тарта. Иғтибарҙы тартыу. Күңелде тартыу. ■ Йәнем тартҡан ерҙәремә бармай, ыңғырашып күпме туҡтаным. Р. Бикбаев. Сәнғәт, хас диңгеҙ кеүек, кешеләрҙең күңелен үҙенә тарта. М. Садиҡова. Таң нурындай тарт
ҡас күҙ ҡарашың, ҡыйыуҙарҙан ҡыйыу инем мин. Р. Ғарипов. Болоттар, көн күҙенә сағылып, күңелде елкендерә, үҙенә тарта, ләкин тиҙ үҙгәрә. А. Абдуллин.
12. Эскә һурыу, эскә алыу. □ Вдыхать, втягивать. Тынды тартыу. Эсте тартыу. Уртты эскә тартыу. ■ Йәмил, ебегәндәй, башын түбән эйгән, әйтерһең, хәҙер Гөл-фиәнең хөкөм ҡарарын көтә, хатта ғәйепле бала һымаҡ танауын мырш-мырш тартып ала. Р. Байбулатов.
13. Тәмәке төтөнөн эскә, үпкәгә һурыу. □ Курить. Папирос тартыу. Я Былай, сүбәк-маҙар тартып ҡараһа ла, ысын тәмәке тартҡаны юҡ ине әле уның [Тимерҙең]. Б. Бикбай.
14. Бау, еп кеүек нәмәне ниндәйҙер араға һуҙыу, һуҙып остарын нығытыу. □ Натянуть. Кер бауы тартыу. Ике аралыҡҡа арҡан тартыу. ■ [Хөрмәт] йылға аша арҡан тартырға башы етмәгәненә йәне көй[ҙө]. Б. Рафиҡов.
15. Нәҙек итеп буйға һуҙыу. □ Подводить, красить. Кашҡа ҡара тартыу. ■ Һатыусы, Нурға яҡыныраҡ килеп, сер итеп әйтте: «Битенә кершән яға, күҙҙәренә һөрмә тарта». А. Абдуллин. Уның [Гүзәлдең] һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һөрмә тартҡан төҫлө йылтыраған алһыу ирендәрендә саҡ-саҡ ҡына йылмайыу эҙҙәре сағылды. Р. Байбулатов.
16. һөйл. Һыҙыра һуғыу. □ Хлестнуть, вытянуть кнутом. Камсы менән тартыу. Сыбыҡ менән баш аша тартыу. ■ [Катын — иренә:] Һыйырға тартам тигән булып, сыбыртҡы менән батшаның беләгенә берҙе һелтәп ал, ти. Әкиәттән.
17. Һыҙыра ышҡыу (үткерләү өсөн). □ Тереть (для заточки). Бысаҡты ҡаҙан ситенә тартыу. Кайраҡҡа тартыу.
18. һөйл. Музыка ҡоралында уйнау. □ Играть на каком-л. музыкальном инструменте. Ҡурай тартыу. Ҡумыҙ тартыу. К [Егет] ҡындан һурып алып, моңландырып тартты ҡурайын. X. Ғәбитов. Һуңғы тапҡыр түбән ос Фәнил саратскийын тартып, урамдан бер яңғыҙы йырлап үткәйне. Ш. Бикҡол.
177