ТАРТЫШ
19. Аралап, берәмләп күсереү, шылдырыу. □ Перебирать. ■ Абдулла тиҫбеһен шыҡылдатып тарта башла[ны]. Һ. Дәүләтшина. Әлдә Ихсанбайҙан счёт тартырға өйрәнеп ҡалғанмын! Т. Ғарипова.
20. Игенде тирмәнгә һалып әйләндереү, онтау, онға әйләндереү; эшләү (тирмәнгә ҡарата). □ Молоть (о мельнице). Тирмән тартмай, быуаһы киткән. ■ [Ғосам] тотош ҡаланы тиерлек ит ыҫлау, он тартыу, еләк-емеш киптереу эшенә ҡушып ҡуйҙы инде. Б. Рафиҡов.
21. Нимәнелер ваҡлап, онтаҡлау. □ Молоть. Ҡул тирмәнендә тартыу. Арыш тартыу. Бойҙай тартыу. Муйыл тартыу. Я Фәузиә ой башынан кипкән ҡыҙыл эремсеген дә алып төштө, тартып, майлап ҡуйырға ниәтләне быныһын да. Т. Ғарипова.
22. кусм. Билдәле бер яҡҡа ыңғайлау. □ Направляться, двигаться куда-л., в какую-л. сторону. Тауға ҡарай тартыу. Аҡланға тартыу. Уңға тартыу. ■ [Нурулла — Садиҡҡа:] Боролоп урманға инәһең дә йырындан өҫкә ҡарай тартаһың. Й. Солтанов.
23. Билдәле бер яҡҡа, урынға күсереү, шылдырыу. □ Сдвигать, двигать, задвигать. ■ Эскәрәк тартып, бәләкәс кенә мейес һалынған. Ғ. Дәүләтшин.
24. Үҙ яйына, үҙ файҙаһына бороу. □ Подкупать. Я [Байгилдин:] Ана, һәр турә уҙенә курд көн курә, уҙ яғына тарта. X. Ғиләжев.
25. Ыңғайлау; әйләнеү. □ Превращаться. Ҡон йылыға тарта. Аяҙға тартты. Малдар эрегә тарта башланы. М Ҡойола япраҡ, ҡуйыра болот, көндәр шулай көҙгә тарта. Ғ. Рамазанов.
26. кусм. Ҡемгәлер оҡшаш булыу. □ Быть похожим на кого, уродиться в кого. Атайға тартыу. Өләсәйгә тартыу. ■ Дөрөҫөрәге, [Гәуһәр] аҙ ғына атаһы яғына ла, аҙ ғына әсәһе яғына ла тартҡан, әйтерһең, икеһенең дә куңелен курергә тырышҡан. И. Абдуллин. Фәтхи һалдат төҫкә атаһына тартһа, телгә, әсәләре яғына оҡшап, сәсән ине. С. Агиш.
27. һөйл. Оҙонлоҡҡа, киңлеккә наҡыҫ булып, ҡамасау яһау. □ Тянуть. Ҡулдәктең еңе тар булған, тарта.
28. Йыйырыу, ҡороштороу (тирене, битте). □ Подёргивать, морщить. Кер һабыны битте ҡорота, тарта.
29. Ирекһеҙҙән ваҡыт-ваҡыт тертләү, леберләү (куҙ-ҡашҡа ҡарата). □ Дёргаться (о глазах, бровях и т. д.). Куҙ ҡабағы тарта. Ҡаш тартты.
30. Купмелер ауырлыҡта булыу. □ Тянуть, весить, иметь определённый вес. Ике тонна тартҡан йөк. ■ [Зәки:] Ул саҡта мин туҡһан биш килограмм тарта инем. И. Абдуллин. Алтын балдаҡ ауыр тарта, алты мыҫҡалдан арта. Халыҡ йырынан.
31. һөйл. Йәрәхәтләү (йыртҡыс йәнлектәргә ҡарата). □ Ранить, нанести рану, травму. Айыу тартҡан мал. ■ [Хәйруш:] Фәхрислам .. буре тартҡан бер ҡолоҡайы өсөн минең башымды һуғып ярҙы. Ҡ. Даян.
32. кусм. ҡар. кәмеү. ■ [Шоңҡар:] Бирмә мине, Кушлаҡ батыр. Мине бирһәң, бәхетең тартыр, ырыҫың китер. К. Мәргән.
33. һөйл. Һан, күләм яғынан ҡыҫыу, самалы итеү. □ Экономить, ограничивать; сокращать, уменьшить. // Сокращение, уменьшение. Ашауҙы тартыу.
34. диал. Биреү, һоноу. □ Давать в руки, отдавать. ■ Ҡарас батыр Аҡса батырҙың һауытын алып ағаһына тарта, ҡылысын уҙе бәйләп ала. Әкиәттән.
35. һөйл. ҡар. һуҙыу 4. Эште оҙаҡҡа тартыу.
♦ Аяҡ тартмау ҡайҙалыр барырға теләк булмау. □ Не хочется идти. Я Ҡарамалыға кире барырға аяғым тартмай. М. Тажи. Ҡылын тартып ҡарау уй-ниәтен самалап, ситләтеп кенә тикшереү. □ Прощупывать почву, пытаться узнать чьи-л. намерения. ■ [Сәйет] төрлөсә йомалап ҡыҙҙың ҡылын тартып ҡараған, тик тегеһе, уны яндырырҙай булып, етеҙ генә ҡараш ташлаған да китеп барған. Ә. Вахитов. Тирмәне шәп (йәки ныҡ, арыу) тарта ашарға шәп тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Волчий аппетит. ■ Азаттың тирмәне арыу ғына тарта. Ә. Бикчәнтәев.
ТАРТЫШ (Р: тяжба; И.: wrangle; Т: dava) и.
1. Үҙ-ара тартҡылашҡан алыш; көрәш. □ Тяжба. Я Таш йөрәктәрҙе лә иретерлек
178