ТАРХАН
таң симфонияһы тирбәлгән ошо гүзәллек эсендә ниндәйҙер һуғыш, тартыш, үлтереш хаҡында уйлау һис тә күңелгә ятмай. 3. Биишева.
2. күсм. Ике аралағы бәхәсле, ғауғалы алыш. □ Ссора. Тартыш тауышы. ■ Шаһиәхмәт менән Баһау араһында атай малы өсөн тартыш булып алды. Ж. Кейекбаев.
3. этн. Ҡыҙ ҡушҡанда, әхирәттәренең еңгәнән түшәк йәйҙермәҫ өсөн йәки ҡыҙҙы түшәккә ебәрмәҫ өсөн егеттән бүләк алып ризалашҡанға тиклем тартҡылашып талашыу йолаһы. □ Шуточная перебранка за невесту в брачную ночь (по обычаю, жёны братьев невесты и подруги не пускают жениха к ней, торгуясь и требуя выкуп).
ТАРТЫШҠАҠ (Р: судорожный; И.: crampy; T: kramp) с. һөйл.
1. Ирекһеҙҙән тартылып-тартылып, ҡорошоп ҡуйыусан. □ Судорожный. Тартышҡаҡ аяҡ. Тартышҡаҡ ауыҙлы кеше.
2. күсм. Ыңғайға килмәгән, ҡарышҡаҡ. □ Упрямый. Тартышҡаҡ кеше. Тартышҡаҡ мал. • Яман кәзә тартышҡаҡ. Мәҡәл.
ТАРТЫШЛЫ (Р.: конфликтный; И.: conflicting; T.: davalı) с.
Тауыш-ғауғалы, бәхәсле. □ Конфликтный. / Конфликтно. Тартышлы йорт. ■ Съездың тартышлы, низағлы буласағы алдан уҡ мәғлүм булып, һәр кемдең йөрәге тибә, ҡыҙыу ялҡын менән ялҡынланып, ул ялҡындарҙың сатҡылары бәреп сығырға ғына торалар ине. М. Ғафури. Салауат исемендәге колхоздың Ҡайынлы ауылындағы икенсе бригадаһының йыйылышы бөгөн бик тартышлы булып үтте. Б. Ишемғол.
ТАРТЫШМАҠ и. һөйл. ҡар. тартыш 3.
ТАРТЫШТЫРЫУ (тартыштыр-) (Р.: сводить судорогой; И.: have cramps; T.: kramp girmek) ҡ.
Тән, аяҡ-ҡулды йыйырып ҡатырыу; ҡороштороу. □ Сводить судорогой. М Саҡ ҡына берәйһе муйынға тейеп ҡалһа ла, тартыштыра, тәнде көҙән йыйыра. И. Ғиззәтуллин. Кинәт мейеһен ярып үткән был уй уның [Салихтың] бөтә тәнен ҡорошҡаҡ тотҡандағылай тартыштырып ҡуйҙы. Ғ. Хисамов.
ТАРТЫШЫУ (тартыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. тартыу 1, 2, 12. взаимн. от тартыу 1, 2, 12. Йөктө тартышып килеү. Янға кереш тартышыу. ■ Бергәләп уйларға, тартышырға, кәрәк икән, бергәләп көрәшкә тотонорға. 3. Биишева.
2. Бер нәмәне кем еңәрҙән икәү-ара тартыу. □ Состязаться. // Состязание. Арҡан тартышыу. Таяҡ тартышыу. К Әбей менән бабайҙың ҡыптыр тун өсөн тартышмай, һуғышмай йоҡлаған саҡтары булмай икән. Әкиәттән.
3. Эткән, тартҡанға бирешмәҫкә тырышыу, ҡарышыу. □ Тягаться, сопротивляться. ■ Айбулат [арҡаһына һуҡҡанға] бөтә кәүҙәһе менән ҡайҡайып китә, ләкин һаман тартыша. Һ. Дәүләтшина.
4. күсм. Бәхәс йәки ғауға ҡуҙғатып алышыу; риза булмай талашыу; ҡаршылашыу.
□ Ссориться, скандалить. Күрше менән тартышыу. ■ Гелән тартышып ҡына тормош булмай ул. Юл ҡуйырға ла тура килә иргә. Яр. Вәлиев. Бына, ҡоҙа, аҙаҡ һүҙ: беләбеҙ аҡсаң барын, бүләк бирмәй тартышһаң, кейҙерәбеҙ таҙ ҡарын. Туй йырынан.
5. Ирекһеҙҙән тартылып-тартылып йыйырылыу (тән ағзаларына ҡарата). □ Переносить судороги, подёргиваться. Аяҡ тартыша. Ҡул тартыша. Сикә тартыша. ■ Рәмзиә апайҙың .. шар асылған күҙ төптәре борсолоуҙан тартышып ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Гөлбаныуҙың сәләменән Сәбиләнең йоҡа тире менән һөйәктән торған йөҙө тартышып, ағарып китте. Т. Ғарипова.
ТАРУТ (Р.: бор развесистый; И.: millet grass; T: bir çeşit gölge çimi) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, тарыға оҡшағаныраҡ күп йыллыҡ үлән. □ Бор развесистый (лат. Milium effusum). Тарут йыйыу. Тарут тамыры. Тарут бесәне.
ТАРХАН (Р: тархан; И.: tarkhan; Т: tarhan) и. тар.
Ырыуҙаштары араһында өҫтөнлөк менән файҙаланып, яһаҡ түләүҙән азат ителгән юғары ҡатлам кешеһе һәм шул кешенең нәҫелдән нәҫелгә күсә торған дәрәжә исеме.
□ Тархан (представитель привилегированной верхушки). Тархандар заты. Тархандар
179