Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 180 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАРХАНЛЫҠ
нәҫеле. Тархандар тоҡомо. ■ Куңеле бушап ҡалған Иҫәкәй тархан иртәнге сәйҙе эсеу менән ҡайтыу яғын ҡараны. Н. Мусин. Тархандың аяныслы һуҙҙәрен тирмә эсе тын ҡалып тыңлай. Ғ. Хөсәйенов. • Ат матуры — арҡанда, ҡыҙ матуры — тарханда. Мәҡәл.
ТАРХАНЛЫҠ (тарханлығы) (Р.: тар-ханство; И.: tarkhan's office; T.: tarhanlık) и. тар.
Тархан исеме, титулы. □ Тарханство, тар-ханствование. Тарханлыҡ ярлығы. М [Әпкәләй:] Беҙҙең олатайҙар борондан изге булып килгән. Хәҙер тарханлыҡ алғандар. Батша тарханлыҡты белмәй бирмәй ул. Д. Юлтый.
ТАРХАН ТӨШӨҮ (тархан төш-) (Р: лежать развалившись; И.: laze; T.: sere serpe uzanmak) ҡ.
1. Бик иркенләп, йәйрәп ятыу. □ Лежать развалившись. ■ [Әхмәҙиҙең] ике улы ҡаршылағы өйҙөң ишек төбөндәге бәләкәй һикеһендә сат та бот тархан төшөп йоҡлайҙар ине әле. Ж. Кейекбаев.
2. Иркен, рәхәт йәшәү. □ Жить вольготно, привольно. Тархан төшөп донъя көтөу.
ТАРХАН ЯТЫУ (тархан ят-) ҡ. ҡар. тархан төшөү. Карауатта тархан ятыу.
ТАРҺЫҒЫУ (тарһыҡ-) ҡ. ҡар. тарығыу I.
ТАРҺЫЛДАТЫУ (тарһылдат-) (Р: вызывать грохот; И.: cause a rumble; T.: gümbürdetmek) ҡ.
1. Тарҫ иттереп бик ныҡ шартлатыу. □ Вызывать грохот. Тарһылдатып атҡан тауыштар ишетелде.
2. Ярһытып, йөрәген дарҫ-дорҫ типтереү. □ Вызывать сильное сердцебиение. M Аттар, һеңерҙәрен уйнатып, тарһылдатып саба, Хәйруштең ҡолағында ел һыҙғыра, битенә сыбыҡ-сабыҡ һарыла. Ә. Хәкимов.
ТАРҺЫЛДАУ (тарһылда-) (Р: грохотать; И.: rumble; T: gümbürdemek) ҡ.
1. Тарҫ итеп ныҡ шартлау. □ Грохотать. / Грохот. Тарһылдап мылтыҡ атылды. Тарһылдау тауышы.
2. Ярһып, дарҫ-дорҫ итеү (йөрәккә ҡарата). □ Сильно биться (о сердце). Тарһылдап тибеу. ■ Болон һуҡмағы буйлап, йөрәгең
тарһылдап, бер йугереп утеуе уҙе ни тора. Ф. Рәхимғолова.
3. һөйл. Ярһыу, ҡыҙыу (кешегә ҡарата).
□ Разъяриться, горячиться, вспылить. М Ул [Сәғиҙә] уларҙы орошоп ташларҙай булып тарһылдап-тарһылдап ҡуйҙы ла уҙен тыйып ҡалды. М. Тажи.
ТАРҺЫЛ ТӨЛКӨ (Р: чёрно-бурая лиса, чернобурка; И.: silver fox; T: gümüş tilki) и. диал.
Ҡара төлкө. □ Чёрно-бурая лиса (лат. Vulpes fulca). Урманда тарһыл төлкөләр урсегән. Тарһыл төлкөгә һунар итеу.
ТАРҺЫНДЫРЫУ (тарһындыр-) (Р: быть в тесноте; И.: be in close quarters; T: sıkıştırmak) ҡ.
1. Tap тип хис иттереү, тарға һанатыу. □ Быть в тесноте. ■ Ҡасандыр бөтә булмышын биләп алған ҡайнар мөхәббәт ни эшләптер хәҙер уға [Зилараға] ауыр саҡта еңеллек бирмәй, ә, киреһенсә, тарһындыра, куңелен иҙә. X. Зарипов.
2. эйһ. ф. ҡар. тарһыныу 2. безл. от тарһыныу 2.
ТАРҺЫНЫУ (тарһын-) (Р: считать тесным; И.: consider narrow, close (of room); T: dar sanmak) ҡ.
1. Tap, тығыҙ күреү; тарға һанау. □ Считать тесным. Ҡайҙа барһа ла тарһына. М Куңел был донъяны тарһына, әллә ҡайҙа ашҡына ине. М. Ғафури. Төп ятаҡ булғанға ләхетем, тарһынаһым килмәне. Ш. Бабич.
2. Кемделер артыҡ күреү, артыҡҡа һанау.
□ Тяготиться кем, считать обузой кого. Баланы тарһыныу. ■ [Мария:] Улай беҙҙә оҡшағас, тора бир, тарһынғаныбыҙ юҡ. Б. Бикбай. Һис тарһынма, ярҙам һорап килһә кем хәсрәттәр кургән, кем йәбер. Р. Бикбаев.
3. диал. ҡар. күпһенеү 1. Тарһынып ҡына биреу. ■ Яуҙа яулап алған бәхетебеҙҙе дошман тарһына. Р. Янбулатова.
ТАРЫ (Р: просо; И.: panic grass; T: darı) и. бот.
1. Ваҡ ҡына йомро орлоҡло, киң ҡыяҡ япраҡлы, ялбыр башаҡлы ашлыҡ. □ Просо (лат. Panicum miliaceum). Тары яланы. Тары сәсеу. Тары урыу. ■ [Булат:] Бер ваҡыт беҙ атайым менән Юғары Биләндәге ун ике
180