ТАРЫУ
таяҡ еребеҙгә тары сәсергә китеп бара инек. Ә. Вәли.
2. Шул ашлыҡтың орлоғо, ярма. □ Пшено. / Пшённый. Тары бөртөгө. Тары оно. Тары ярмаһы. Тарынан ҡоймаҡ бешереу. ■ Сәлиха Сөнәғәткә юлға тип тары кумәсе бешерҙе, май, ҡорот һалды. Ж. Кейекбаев. • Бер тарынан бутҡа булмай. Мәҡәл. Тауыҡ төшөнә тары ингән. Мәҡәл.
3. этн. Йола ашы. □ Обрядовая еда. Ҡарға бутҡаһына тары бешереу.
ТАРЫҒЫУ I (тарыҡ-) (Р.: испытывать стеснённость; И.: feel cramped; T: sıkışmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер шарттарҙан ялҡыу, тарлыҡ тойоу. □ Испытывать стеснённость. Куңе-лем тарыҡты. Саңға тарыҡтым. ■ Ул да [Һибәт ағай], яҙ булғас, подвал һауаһынан тарығып, тышҡа сыҡҡандыр. Д. Юлтый. Ана, кешнәй тибенеп кук алаша, аҙбарында ятып тарыҡҡан. С. Ҡудаш.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер булыуынан тарлыҡ тойоу, үҙ итмәй тарһыныу. □ Испытывать стеснённость, обременительность. ■ Батырҙан ил тарыҡмаҫ. «Урал батыр». • Тамыр тартҡан тарыҡмаҫ. Мәҡәл.
ТАРЫҒЫУ II (тарыҡ ) ҡ. диал. ҡар. тарыу I. Ят кешегә тарығыу. Бәләгә тарығыу. Я Ә беҙ, әсәй, ифрат ашығабыҙ, — мәңге бөтмәҫ эшкә тарыҡтыҡ. Ә. Атнабаев. Йөрөй ҙә генә торғас уйҙар уйлап, бөтмәҫ ҡайғыларға тарыҡтым. Халыҡ йырынан.
ТАРЫЗ [ғәр. jjb] (Р.: манера, способ; И.: method; means; manner; T.: tarz) и. иҫк. кит. ҡар. алым.
Эште башҡарыу юлы; ысул. □ Манера, способ. Иҫке тарызда эшләу. Билдәле тарызды ҡулланыу.
ТАРЫҠТЫРЫУ I (тарыҡтыр-) (Р: заставлять чувствовать стеснённость; И.: make feel cramped; T.: sıkıştırmak) ҡ.
1. Тарлыҡ, ҡыҫынҡылыҡ кисерергә мәжбүр итеү, тынын тотоу. □ Заставлять чувствовать стеснённость. Бикле тороп тарыҡтырыу. Тынсыу һауанан тарыҡтырыу.
2. эйһ. ф. һөйл. ҡар. тарығыу I, 2. безл. от тарығыу I, 2.
ТАРЫҠТЫРЫУ II (тарыҡтыр-) ҡ. ҡар. тарытыу 2. ■ [Фатима:] Аллам һаҡлаһын, әллә ниндәй бәләгә тарыҡтыра курмәгеҙ, яҙа курмә, туғаным, ҡағыҙға, минең имсәк балам бар! Б. Бикбай.
ТАРЫМ с. диал. ҡар. тар. Тарым булмә. Тарым юл. Тарым коридор.
ТАРЫ СЫПСЫҒЫ (Р: просянка; И: bristle grass; T.: tarla kiraz kuşu) и. зоол.
Һолололар төркөмөнә ҡараған, 18-20 см ҙурлығында булған ҡош. □ Просянка (лат. Miliaria calandrd). Тары сыпсығы тауышы. Тары сыпсығы йомортҡаһы.
ТАРЫТЫУ (тарыт ) (Р: способствовать встрече, сводить кого с кем', И.: contribute to, promote meeting; T.: rastlatmak) ҡ.
1. Тап килтереү; юлыҡтырыу. □ Способствовать встрече, сводить кого с кем. Яҡшы юлдашҡа тарытыу. Яуыз кешегә тарытыу.
2. Ниндәйҙер хәлгә дусар итеү; юлыҡтырыу. □ Втягивать кого-л. во что-л. Сетерекле хәлгә тарытыу. Мәшәҡәткә тарытыу. Хәсрәткә тарытыу. ■ Айбулат ҡандай мәшәҡәткә тарытты. Һ. Дәүләтшина. [Вели-корецкий уҙ алдына] Һаман шул инде: кешеләрҙең һуҙен тыңлайһың да уҙ башыңды йырып сыға алмаҫлыҡ бәләләргә тарытаһың да йөрөйһөң! Ә. Бикчәнтәев.
ТАРЫ ТӘБИӘҺЕ (Р: лепёшка из пшённой муки; И.: pellet; T.: darı ekmeği) и. диал.
Тары йәймәһе. □ Лепёшка из пшённой муки. Тары тәбиәһе бешереу. Тары тәбиәһе ашап уҫтем.
ТАРЫУ I (тары-) (Р: наткнуться, неожиданно встретить; И.: run into, meet unexpectedly; T: raslamak) ҡ.
1. Осрау, тап булыу; юлығыу. □ Наткнуться, неожиданно встретить; попадаться, случайно встречаться. // Неожиданная встреча. Яҡшы кешегә тарыу. Ғәжәп куре-нешкә тарыным. Дуҫыма тарыным. ■ [Әхмәтйәндең атаһы] һыуға баттымы, йыртҡыс тырнағына тарынымы, әллә башҡа сәбәбе килеп сыҡтымы — бер кем дә белмәй. И. Ноғманов. • Айыуҙан ҡурҡҡан — бурегә тарыған. Мәҡәл. Яманға тарыма, тарыһаң — арыма. Мәҡәл.
181