Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 183 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАС ТА ТОС
ТАСАЙЛАНЫУ (тасайлан-) (Р.: лысеть; И.: go bald; T.: kelleşmek) ҡ.
Тасайға әйләнеү, тасай булыу. □ Лысеть. Тасайланып бөтөү. Тасайлана башлау. ■ [Фәтҡулла ағай:] Хәҙер баштың сәсе яй үҫкән яғы нығыраҡ ҡойола, тасайлана башланы. «Юшатыр», 22 июль 2014.
ТАСАУУЫФ [ғәр. (Р: суфизм;
И.: Sufism; T.: tasavvuf) и. иҫк. кит.
Суфыйлыҡҡа нигеҙләнгән дини ҡараш; суфыйсылыҡ. □ Суфизм, тасаввуф. ■ Бындағы шәкерттәрҙең бөтәһе ишанға мөрит булып, тассаууыф юлына кереп, тәсбих тартып йөрөй. М. Ғафури.
ТАСҠАҠ (тасҡағы) (Р: летний хлев; И.: summer barn; T.: yazlık ahır) и. диал.
Йәйге мал аҙбары. □ Летний хлев. Тас-ҡаҡҡа мал ябыу. Тасҡаҡ төҙөп ҡуйыу.
ТАСҠАУ (тасҡа-) (Р: ополаскивать (в холодной воде только что сбитое масло); И.: rinse; T.: yayılan sütü soğuk suda yıkamak) ҡ.
1. Яҙған майҙы һыуыҡ һыуҙа сайҡау. □ Ополаскивать (в холодной воде только что сбитое масло). Май тасҡау. ■ Ире йәштәрҙән арлы-бирле хәл-әхүәл һораштырғансы, Аҫылбикә яңы ғына яҙылған аҡ майҙы һалҡын һыуҙа тасҡап алды, мәрке тултырып йәш ҡорот һалды, ҡаҡлаған ит, ҡаҙы ҡуйҙы, һыуынып та өлгөрмәгән кәлсәләрен һындырҙы. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. Һыуға тығып, бер тегеләй, бер былай йөрөтөп йыуыу, йыуҙырыу; сайҡау. □ Полоскать, споласкивать. Йыуған керҙәрҙе тасҡау.
ТАСҠЫЛДАТЫУ (тасҡылдат-) (Р: чавкать; И.: slurp; T.: ağzını şapırdatmak) ҡ.
Тас-тос иттереү, тас-тос килтереү. □ Чавкать; хлюпать (о грязи). Тасҡылдатып баҫыу. Тасҡылдатып сәйнәү.
ТАСҠЫЛДАУ (тасҡылда-) (Р: чавкать; хлюпать; И.: champ; T.: şak şak vurmak) ҡ.
Тас-тос итеү, тас-тос килеү. □ Чавкать; хлюпать. Тасҡылдап тороу. Тасҡылдай башлау.
ТАСҠЫУ (тасҡы-) ҡ. диал. ҡар. тасҡау 2. Һауыт-Һабаны тасҡыу.
ТАСЛАТЫУ (таслат-) (Р: шлёпать, бить; И.: slap; P: şak şak vurmak) ҡ.
1. Сәпәп һуғыу, тас иттереү. □ Шлёпать, бить, ударить кого, что (чем-л. мокрым). Таслатып һуғыу. ■ Көслө ел еүеш ҡарҙы таслатып биткә бәрә. Ш. Насыров.
2. күсм. диал. Асыҡ, оҫта, үткер итеү (һүҙҙе), сатнатыу (3). □ Чётко, внятно, ясно, отчётливо выговаривать, читать и т.п. Таслатып әйтеп биреү. Таслатып һөйләү.
ТАСМА-ТАС (Р: на кулаках; И.: coming to blows; T.: sert) p.
Ҡара-ҡаршы килеп, йоҙроҡ менән бәрешеп. □ На кулаках. Тасма-тас һуғышыу. ■ Бер мәлде, цехта эшләгәндә, Йәмил һөмһөҙ Едрёнкин менән тасма-тас бәрелешер ваҡыт еткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Р. Байбулатов.
ТАСНАТЫУ (таснат ) ҡ. диал. ҡар. сатнатыу 4. ■ Уйлағанын таснатып уртаға һалыр кеше йәп-йәш ҡыҙға әйтер һүҙ тапмай — ыҙалана, ҡулындағы теҙген осон, өҙөргә теләгәндәй, тарта ла йолҡа. Ә. Хәкимов.
ТАСНАУ (таена-) (Р: трескаться; И.: crack; T.: çatlamak) ҡ. диал. ҡар. сатнау.
һыҙылып ҡына ярылыу. □ Трескаться, растрескиваться, треснуть. Быяла таснаған. Йомортҡа таснаған. Шәшке таснаған.
ТАСНИФАТ [ғәр. (Р: вымысел; И.: fiction; T.: tasnifat) и. иҫк. кит.
Буш һүҙ, уйҙырма. □ Вымысел, измышление, выдумка. Таснифат һөйләү. Таснифат бит был!
ТАС САЛҠАН (Р: навзничь; И.: backwards; T: sırt üstü)/?, диал. ҡар. салҡан.
Арҡа менән аҫҡа, йөҙ менән өҫкә ҡарап. □ Навзничь; лицом кверху. Тас салҡан ятыу. Оҙаҡ тас салҡан ятма.
ТАС-ТАРАФ ИТЕҮ (тас-тараф ит-) (Р: разбазаривать; И.: squander; T.: boşuna harcamak) к. диал. ҡар. туҙҙырыу 5.
Әрәм-шәрәм итеү. □ Разбазаривать. Аҡсаны тас-тараф итеү.
ТАС ТА ТОС оҡш. ҡар. тас-тос. М Тас та тос һуғышып киткән ете малайҙы аралауы еңел булмағандыр әсәйемә. Ш. Янбаев.
183