ТАСТЕҮӘЙ
ТАСТЕҮӘЙ (Р.: вид домашнего ткачества; И.: kind of home weaving; T.: dokumacılık türü) и. диал.
Һәр бер тешкә икешәр еп үткәреп киндер һуғыу ысулы. □ Вид домашнего ткачества (по две нитки в каждый зуб берда). Тастеуэй менән көнө утә.
ТАС-ТОС (Р.: шлёп-шлёп; И.: crack; plop; flop; T.: şak şak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тас иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Шлёп-шлёп (подражание многократному звуку шлёпанья, удара по чему-л. мокрому). Тас-тос май тасҡау. И Үҫмерҙәр, карауаттарҙы урындарынан дөбөр-шатыр шылдыра-шылдыра, тас-тос төртөшөп китте. Р Байбулатов. «Тап-топ, топ-тап, тас-тос!» тип тамсылар, һәр ҡайһыһы уҙенә хас тауыш сығарып, ерҙе сәләмләй.
3. Биишева.
ТАСТҮБӘ (Р.: макушка; И.: crown; top of head; T.: tepe) и. диал.
Баштың иң өҫкө өлөшө; түбә. □ Макушка. Тастубә сәсе. Тастубәһенә ҡулын ҡуйҙы.
ТАСТЫУ (тасты-) ҡ. диал. ҡар. тасҡау 1. Май тастыу.
ТАСУИР [ғәр. (Р: изображение; И.: image; T.: tasvir) и.
1. иҫк. Ниҙеңдер төҫ-килбәтен, рәүеш-булмышын сағылдырып, ҡулдан яһаған күсермә; һүрәт, иллюстрация. □ Изображение. Матур тасуир.
2. Кемдеңдер йәки ниҙеңдер һүрәтләнеше. □ Описание. Ентекле тасуир. Ваҡиғаның аныҡ тасуиры.
ТАСУИРИ (Р: описательный; И.: descriptive; T.: tasviri) с.
Тасуирлауға мөнәсәбәтле. □ Описательный; художественный. Тасуири һуҙ. Тасуири грамматика.
ТАСУИР ИТЕҮ (тасуир ит-) (Р: описывать; И.: describe; T: tasvir etmek) ҡ.
Һүрәтләү, тасуирлау. □ Описывать, изображать. М Матур ҡырҙарҙы, ағыр һыуҙарҙы тасуир иттем. М. Ғафури.
ТАСУИРИ УҠЫУ (Р: выразительное, художественное чтение; И.: dramatic recital; T: sanatlı okuma) и.
Асыҡ, матур итеп интонация менән уҡыу. □ Выразительное, художественное чтение. Тасуири уҡыу дәресе.
ТАСУИРЛАМА (Р: описание, изображение; И.: description; T.: tasvir) и.
Ниҙеңдер бөтә рәүеш-сифатын, эстәлеген асып күрһәткән яҙма йәки һүҙ. □ Описание, изображение (письменное или устное). Тасуирлама биреу. Н Ҡалмаш ташындағы тамғаларға тасуирлама яҙған телсе-ғалим
Э. Ишбирҙин тамғаларҙы ерле фин-уғыр ҡәбиләләре менән тәуге болғарҙарҙың ҡушылыуы миҫалы тип баһалай. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 8, 2010.
ТАСУИРЛАНЫУ (тасуирлан-) ҡ. төш. ҡар. тасуирлау, страд, от тасуирлау. Әҫәрҙә Урал тәбиғәте тасуирлана. Романда Бөйөк Ватан һуғышы тасуирлана. М Уның [Октябрьскиҙың] киң урамдары, мең урынлы кинотеатрҙары, мәңге фонтан атып торасаҡ скважиналары — бөтәһе лә тейешенсә тасуирланып, Юлдаштың куҙ алдына килеп баҫырлыҡ итеп һөйләнде. 3. Биишева. Дивизияның хәрби хәрәкәттәре, аяуһыҙ дошман менән һуғыш-алыштары, айырым атлыларҙың ҡаһарманлыҡтары тасуирланды. 3. Ураҡсин.
ТАСУИРЛАТЫУ (тасуирлат-) ҡ. йөкм. ҡар. тасуирлау, понуд. от тасуирлау. Тәбиғәт куренештәрен тасуирлатыу.
ТАСУИРЛАУ (тасуирла-) (Р: описывать, изображать; И.: describe; T.: tasvir etmek) ҡ.
Бөтә рәүеше, сифаты, бөтә эстәлеге менән күрһәтеү; һүрәтләү. □ Описывать, изображать. // Описание, изображение. Тәбиғәтте тасуирлау. Хәл-ваҡиғаны тасуирлап биреу. Картинаны тасуирлау. М Бригада менән администрация араһында килешеугә ҡул ҡуйыр алдынан, кусмә колонна начальнигы менән бригадир буласаҡ эште нисек кенә тасуирламаһын, ҡатын-ҡыҙ ышанмағайны. Ғ. Хисамов. Нарморат иһә, остаҙы Шәрәфетдин куҙәтеуе аҫтында, бығаса утелгән юлдың мажараларын, ғәскәр торошон, кургән ерҙәренең тәбиғәтен тасуирлап, ҡағыҙ битенә төшөрә. Ә. Хәкимов.
184