ТАҪМА
ТАСУИРЛЫ с. ҡар. тасуири. Я Яҙыусылар союзында эшләу се таныштары, осрашҡан һайын: «Һинең ҡулың шыма, һуҙең тасуирлы», — тип Камилды хикәйә, хатта повесть яҙырға ҡыҫташа. Ә. Хәкимов.
ТАСУИРЛЫЛЫҠ (тасуирлылығы) (Р.: образность; И.: imagery; T.: tasvircilik) и.
Тасуирлау сараларына бай булыу. □ Образность, изобразительность. Телдең тасуирлылығы. М Уның [Гөлфиәнең] сығышы сағыу һәм ҡыйыу булды, интонацияһы, тауышы, һөйләй белеуе, тасуирлылыҡ — барыһы ла ҡуйылған талаптарға яуап бирҙе. «Мораҙым», 14 июль 2015.
ТАСХИХ [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. төҙәтмә. Тасхих индереу. Китаптағы тасхих.
ТАСХИХ ИТЕҮ (тасхих ит-) ҡ. ҡар. төҙәтеү. Яҙмаңды тасхих иттем.
ТАСЫЛДАТЫУ (тасылдат-) (Р.: шлёпать, бить, ударять; И.: slap, smack; T.: şak şak vurmak) ҡ.
Тас-тос иттереү, тас-тос килтереү, тас-тос иткән тауыш сығарыу. □ Шлёпать, бить, ударять (по чему-л. мокрому или чем-л. мокрым); чавкать. Тасылдатып һағыҙ сәйнәу. ■ [Сәрбиямал:] Аһ-аһ, Емеш, сиған балаһы, ниңә ауыҙыңды шул хәтле тасылдатып ашайһың? 3. Биишева.
ТАСЫЛДАУ (тасылда-) (Р: шлёпать; хлюпать; И.: squelch; T.: şak şak vurmak) ҡ.
Тас-тос итеү, тас та тос килеү. □ Шлёпать; хлюпать. Тасылдап торған еуеш балсыҡ. ■ Бер аҙға тиклем тәҙрә ҡапҡастарына килеп бәрелгән ямғыр тамсыларының өҙлөкһөҙ тасылдауы менән Йомғаҡтың йоҡо аралаш тәмле итеп мышнауы ғына ишетелеп торҙо.
3. Биишева.
ТАСЫРҘЫҠ с. диал. ҡар. сос. Тасырҙыҡ бала. Тасырҙыҡ уҡыусы. Тасырҙыҡ егет.
ТАСЫР-ТОСОР оҡш. диал. ҡар. даһыр-доһор. Тасыр-тосор итеу. Тасыр-тосор иткән тауыш ишетелеу.
ТАС ЯЛҒАШ (Р.: корыто; И.: trough; T: leğen) и. диал. ҡар. ялғаш.
Оҙонса сөм һауыт. □ Корыто. Тас ялғашта кер сайҡау. Тас ялғашҡа һыу йыйылған.
ТАҪҠАҠ (таҫҡағы) и. диал.
1. ҡар. таҙғаҡ. Таҫҡаҡ ҡороу.
2. ҡар. лапаҫ. Таҫҡаҡтаутын бысыу.
ТАҪҠАЛЫҠ (таҫҡалығы) и. диал ҡар. кәштә I. ■ Ҡаршылағы таҫҡалыҡ өҫтөнә стенаға эленгән быялалы, рамлы ғаилә фо-торәсеме, салтыр итеп ватылып, иҙәнгә килеп төштө. С. Ильясов.
ТАҪҠАУ (таҫҡа-) ҡ. диал. ҡар. арбау I, 2.
Куңелде таҫҡау.
ТАҪҠЫУ (таҫҡы-) (Р: сбивать (масло); И.: churn; T.: süt yaymak) ҡ. ҡар. яҙыу.
1. Һауытҡа һалып, аҫҡа-өҫкә табан болғатыу; бешеү. □ Сбивать (масло). ■ Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ һуғып, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, турһыҡ, һаба, мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып, май таҫҡып, .. халыҡ яуға әҙерләнгән, ти. Риүәйәттән.
2. Ҡат-ҡат ҡабатлау. □ Повторять. ■ Билдәле хәҡиҡәтте ҡабат таҫҡыуҙан ни фәтуә? Р. Сабитова.
ТАҪЛАУ (таҫла-) (Р: разглаживать, аккуратно складывать; И.: even out and fold; T.: özenle katlamak) ҡ.
Тигеҙләп, матур итеп бер нисәгә бөкләү; тәңкләү. □ Разглаживать, аккуратно складывать. // Разглаживание, выравнивание. Керҙе таҫлау. Таҫлап өйөу. ■ Мәғфурә алып килгән нәмәләрен ҙур һары ҡалайлы ялтыр һандыҡ өҫтөнә таҫлап өйөп ҡуйҙы. һ. Дәүләтшина.
ТАҪМА (Р: лента; И.: ribbon; T.: şerit) и.
1. Тар ғына итеп һуғылған махсус туҡыма (сәс уреу, кейем биҙәу өсөн ҡулланыла). □ Лента, ленточка, тесьма. / Ленточный; тесёмочный. Ебәк таҫма. Тар таҫма. Яҫы таҫма. Сәс таҫмаһы. Таҫма баҫыу. ■ Сәхнәгә ҡара бәрхәт кулдәк кейгән, биленә тиклем төшөп торған ҡуйы сәс толомдарын ал таҫма менән ургән зифа буйлы, алһыу йөҙлө Нәфисә сығып баҫты. Ф. Әсәнов.
2. Шул рәүештә эшләнгән, киҫелгән төрлө оҙон йоҡа тар нәмәләр. □ Лента, ленточка, повязка. / Ленточный. Изоляция таҫмаһы. Ҡағыҙ таҫма. ■ Подолда, Почта майҙаны янында, уны [Фәтиховты] бе
185