ТАҪМАЛАНЫУ
ләктәренә полицай таҫмалары бәйләгән Желедко менән Светлин көтөп тора ине. И. Абдуллин. Ҡунаҡ егеттең күңелен күрергә теләгән хужа малайҙары — урта мәктәп уҡыусылары — магнитофон таҫмаларын әйләндереп, һуңғы ваҡытта күңелдәрен арбай барған көслө ритмлы музыканы яңғыраттылар һәм дәртле көйҙәргә, икеһе ике яҡтан төшөп, бейергә лә керештеләр. М. Садиҡова.
3. Магнитофондарҙа, видеомагнитофон-дарҙа һ.б. магнитлы яҙыу өсөн ҡулланылған мәғлүмәт йөрөтөүсе яйланма. □ Лента (магнитофона, видеомагнитофона и т.д.). Видеомагнитофон таҫмаһы. ■ Магнит таҫмаһынан музыка ағыла. Ғ. Хисамов. Заман ритмдарын ул [Резеда] фортепьянола уйнап түгел, ә магнитофон таҫмаһынан тыңлауҙы ҡулайыраҡ күрә. М. Садиҡова.
4. Буй булып ятҡан һыҙат. □ Полоса. ■ Зәңгәр таҫма кеүек, ул юлдарым туҡылған тик өмөт, шәфҡәттән. Р. Бикбаев. Ҡара таҫма булып юл һуҙыла, юл ситтәре — кипкән ҡаҙаяҡ. Г. Әхмәтҡужина.
♦ Таҫма тел теле менән бик оҫта йыуып, алдай торған. □ Краснобай; пустозвон. Ш [Гуҡтабикә:] Бына ниндәй булып сыҡты ул, таҫма тел! Йыуаш булып ҡылана, эсендә юха йылан ята икән. М. Кәрим. Сынтимер был һалҡынлыҡҡа үҙе сәбәпсе булғанын яҡшы аңлаһа ла, таҫма тел үргән ялған битлекте оҙаҡҡа ҡалдырмай, бик ваҡытлы йыртҡанына үкенмәне. Ш. Янбаев.
ТАҪМАЛАНЫУ (таҫмалан-) (Р.: извиваться; И.: meander; T.: kıvrılmak) ҡ.
Таҫма кеүек һуҙылыу. □ Извиваться. Йылға таҫмаланып аға. ■ Сана табаны сыйылдай, көрт өҫтөндә таҫмаланып ҡалған эҙҙәрҙе шул минутында уҡ ел юйып ташлай, ҡар-кершән менән һылап ҡуя. Ш. Янбаев. Улар [Саръян менән Дания] фонтандағы буй-буй булып таҫмаланып үргә ынтылған йүгерек ағымдарҙы һәм шул ағымдар янында ҡояшта емелдәгән кескәй генә йәйғорҙо бирелеп күҙәттеләр. Ә. Байрамов.
ТАҪМАЛАТЫУ ( таҫмалат-) ҡ. йөкм. ҡар. таҫмалау, понуд. от таҫмалау. Сәсен таҫмалатып үрҙерҙе.
ТАҪМАЛАУ (таҫмала-) (Р: вплетать, завязывать ленту; отделывать лентой; И.: trim with ribbons; T.: şeritle süslemek) ҡ.
1. Таҫма ҡуйыу, таҫмалы итеү. □ Вплетать, завязывать ленту; отделывать лентой или тесьмой. Сәсте таҫмалап үреү. Күлдәктең еңен таҫмалап тегеү.
2. Таҫма рәүешле итеү, таҫма-таҫма итеү.
□ Разрезать; придавать вид полоски, ленты чему. // Разрезание на полоски, тесьмы, ленты. ■ [Георгий] үҙенең эске күлдәген таҫмалап йыртты. Ш. Янбаев.
ТАҪМАЛЫ (Р: с лентой; И.: ribboned; T: şeritli) с.
Таҫма тағылған, таҫма ҡуйылған. □ С лентой. М Хәтерендә, [Гөлбаныуҙың] әсәһе һандыҡтан таҫмалы күлдәк, уҡалы елән, ҡыҙыл итектәр сығарып алдына ҡуйҙы. Т. Ғарипова.
ТАҪМАРЛАУ (таҫмарла-) ҡ. диал. ҡар. тоҫмаллау. Килеүеңде таҫмарланым. Нимәнеңдер буласағын таҫмарлау.
ТАҪМА-ТАҪМА (Р: лентами; И.: ribbonlike; T: şerit gibi) с.
Таҫмаларға оҡшашлы, буй-буй булған.
□ Лентами, тесьмами, полосками. ■ Йәйге ҡояш үҙенең һуңғы нурҙарын таҫма-таҫма итеп баҡса өҫтөнә һуҙа-һуҙа офоҡҡа инеп бара. 3. Биишева. Ҡояштың йылы нурҙары тәҙрә селтәре аша таҫма-таҫма булып иҙәнгә һуҙылған. Р. Ханнанов.
ТАҪМАУ и. диал. ҡар. арҡатау. Таҫмау менән тартыу.
ТАҪМИҘЕҮ и. диал. ҡар. түшелдерек.
Таҫмиҙеү тегеү. Таҫмиҙеү кейеү.
ТАҪ ӨЙРӘК (өйрәге) и. диал. ҡар. ҡаш-ҡабаш. Таҫ өйрәктәр күлгә төшкән. Таҫ өйрәк бәпкәһе.
ТАҪРАЙТЫУ (таҫрайт-) (Р: таращить; И.: goggle; T: gözlerini fal taşı gibi açmak) ҡ.
Ҙур итеп асыу, аҡшайтыу (күҙҙе). □ Таращить, пучить, выпучивать. Күҙен таҫрайтып асҡан. Я Сабир, нәфрәт осҡондары менән балҡыған асыулы күҙҙәрен таҫрайтып, Хәбибулла торған яҡҡа әйләнеп ҡараны. Я. Хамматов.
ТАҪРАЙЫУ (таҫрай-, таҫрая) (Р: таращиться; И.: goggle at; T: gözleri fal taşı gibi açılmak) ҡ.
186