Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 187 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҪТАР
Ҙур булып асылыу, аҡшайыу (күҙгә ҡарата). □ Таращиться, вытаращиваться, выпучиваться (о глазах). ■ Ҡурҡыуынан шыртлай төшкән Радмир, уны [Йәмилде] ебәрмәҫкә теләгәндәй, һүгенә-һүгенә артынан сыҡты һәм ҡапҡа төбөндә таҫрайып ҡарап тороп ҡалды. Р. Байбулатов. Оҙон мыйыҡлы кеше Тәғзимәгә таҫрайып ҡарап алды. В. Исхаҡов.
ТАҪРЫҠ (Р.: пучеглазый; И.: lobstereyed; T: fırlak gözlü) с. диал.
ҘУР күҙле, аҡыш. □ Пучеглазый. Таҫрыҡ күҙле.
ТАҪТАҠ (таҫтағы) (Р: подставка; И.: stand, prop; T.: altlık) и.
Төбө ергә теймәһен йәки ҡоламай ултырһын өсөн төрлө нәмәнең аҫтына ҡуя торған ҡулайлама. □ Подставка. Таҫтаҡҡа ултыртыу. Гөл һауыты таҫтағы. Йәшникте таҫтаҡҡа ҡуйыу.
ТАҪТАЛАҠАЙ р. диал. ҡар. тас IV, 1. Таҫталаҡай атаһы.
ТАҪТАМАЛ [фарс. (Р: полотенце; И.: towel; T: havlu) и.
1. Бит, ҡул йәки һауыт-һабаны йыуғас һөртә торған махсус туҡыма әйбер. □ Полотенце. Аҡ таҫтамал. Буй таҫтамал. Йөнтәҫ таҫтамал. Сигеүле таҫтамал. Киндер таҫтамал. Я Ҡолғалағы таҫтамалдар байраҡ кеүек уйнай елдә. Р. Байымов. Ҡулын һөртөргә таҫтамалға үрелгәс, Әйүп көҙгөләге үҙ күҙҙәре менән осрашты. Т. Ғарипова. Болдорҙа — сигеүле оҙон таҫтамал менән ҡабарып бешкән икмәк тотҡан сибәр ҡыҙ, уның ике яғында — һомғол егеттәр. Ә. Әминев.
2. этн. Йолалар менән бәйле ритуаллаш-ҡан предмет. □ Полотенце (ритуализированный предмет).
ТАҪТАМАЛ БИРЕШЕҮ (Р: одаривание друг друга полотенцем; И.: ritual exchanging of presents; T: düğün geleneği) и. этн.
Башҡорт йолаларында таҫтамал бүләк итешеү йолаһы. □ Одаривание друг друга полотенцем (в различных обрядах башкир). Таҫтамал бирешеүҙә ҡатнашыу.
ТАҪТАМАЛ ТАРАТЫУ (Р: раздача полотенец; И.: kind of Bashkir family ritual; T.: bir gelenek) и. этн.
Ғаилә йолаларында таҫтамал өләшеү. □ Раздача полотенец (в семейных обрядах). ■ Туйҙа ҡоҙаларға таҫтамал таратыу йолаһы бар. Башҡорт фольклорынан.
ТАҪТАМАЛ ҺАЛЫУ (таҫтамал һал-) (Р: одаривать полотенцем; И.: kind of wedding present; T.: düğün geleneği) ҡ. этн.
1. Ҡыҙҙы бирергә ризалыҡ белдереп, яусыға бүләк биреү. □ Одаривать полотенцем (свата в знак согласия выдать девушку). Таҫтамал һалыу йолаһы.
2. Кейәү йорто алдында килендең үҙенә тәғәйенләнгән мал өҫтөнә таҫтамал ҡуйыуы. □ Класть полотенце (на скотину, на которую опирается невеста). Я Таянсыҡ малға килен таҫтамал һалып керә. Йола фольклорынан.
ТАҪТАР [фарс. (Р: платок с вышитым концом, повязанный в виде чалмы, который носили пожилые женщины; И.: kind of Bashkir female headgear; T.: yaşlı kadınların başörtüsü) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ башына урай торған бер осо сигеүле оҙон аҡ митҡал. □ Платок с вышитым концом, повязанный в виде чалмы. Таҫтарлыҡ тауар. Таҫтар башы сигеү. Таҫтар урау. Я Әбей йәштәрҙең ойпалауынан һүтелеп киткән таҫтарын йүнәтеп, осон эйәк аҫтына ҡыҫтырып, көлә-көлә ҡыуанды. һ. Дәүләтшина.
2. этн. Ҡыҙҙы ҡушҡан еңгәгә кейәү биргән бүләк (яулыҡ, таҫтамал Һ.6.). □ Подарок, который давали снохе невестки в день бракосочетания. Я Ҡыҙ ҡушҡанда таҫтар бирелә торғайны, тип, былар таҫтар һорай башланы. М. Буранғолов.
3. этн. Туй ваҡытында ҡыҙ яғынан ҡайны йортона бүләккә килтерелгән һөлгө, таҫтамал. □ Вышитое полотенце, подаренное невестой родителям жениха. • Хәстәрле ҡыҙ таҫтарлы. Мәҡәл.
4. этн. Кендек ҡырҡҡан әбейгә баланың атаһы тарафынан бирелә торған бүләк. □ Подарок повивальной бабке от отца ребёнка (символизирует плату за ребёнка, обмен). Кендек таҫтарына күлдәклек биреү.
5. диал. Бәпесте биләгәс урап ҡуйыр өсөн бер нисә ҡат итеп тегеп эшләнгән бәй.
187