Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 188 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҪТЫМАЛ
□ Свивальник (длинная лента поверх пелёнки, помогающая зафиксировать в одном положении ручки и ножки младенца). Таҫтар менән бәйләү.
ТАҪТЫМАЛ и. диал. ҡар. таҫтамал. Таҫтымал урау. ■ Зөләйхә инәй, миңә һис тә күтәрелеп ҡарамай, алдыбыҙға киндер таҫтымал йәйҙе. Й. Солтанов.
ТАҪТЫМАЛ Б АШ (Р.: вышитый край полотенца; И.: embroidered end of a towel; T.: nakışlı havlu kenarı) и. диал.
Һөлгөнөң сигелгән өлөшө. □ Вышитый край полотенца. Таҫтымалбаш биҙәге.
ТАҪТЫМАЛ ҺАБАҒЫ (Р.: невышитая часть полотенца; И.: middle part of an embroidered towel; T.: havlunun nakışsız kısmı) и. диал.
Сигеүле башлы һөлгөнөң уртаһы, сигелмәгән өлөшө. □ Невышитая часть полотенца. Таҫтымал һабағына ҡул һөртөү.
ТАҪЫЛ и. ҡар. таһыл. ■ Эй кешеләр! Ниндәй уцғандар һеҙ, ниндәй таҫыл, ниндәй мәргәндәр! Р. Байымов.
ТАҪЫЛЛЫ с. ҡар. таһыллы. ■ Таҫыллы йәш егет Төлкөбай Бөркөтбай менән алыша башлай, әммә бөтә таҫыллығын, көсөн һалып ҡараһа ла, ецелеп сығып китә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ТАҪЫЛЫУ (таҫыл-) (Р: рваться (по шву)\ И.: tear, burst; T.: yırtılmak) ҡ. һөйл.
Йөй буйлап бүҫелеп йыртылыу. □ Рваться (по шву). Таҫылып сығыу.
ТАҪЫР (Р: лупоглазый; И.: goggling; T.: fırlak gözlü) с.
Тупайып торған ҙур, аҡыш (күҙгә ҡарата). □ Лупоглазый, пучеглазый, Бала, өй эсендәге ҡазаны һиҙгән һымаҡ, унһыҙ ҙа таҫыр күҙҙәрен ҙур асып өндәшмәй ултырған кешеләргә ҡарап сыҡты. Ж. Кейекбаев.
ТАҪЫРҒАЛАНЫУ (таҫырғалан-) ҡ. диал. ҡар. ярһыу I. ■ [Алһыуҙыц] йөрәге та-ҫырғаланып дөпөлдәй башланы. Ғ. Ибраһимов.
ТАҪЫРЛАУ (таҫырла-) ҡ. ҡар. таһырлау. Таҫырлап барып төшөү. Таҫырлап китеп бара.
ТАҪЫРЫҠ с. диал. ҡар. таҫыр. Таҫырыҡ күҙ. Таҫырыҡ күҙле бала. Таҫырыҡ күҙле егет.
TAT I (Р: тат; И.: Tat; T: Tat) и. этн.
Әзербайжан Республикаһында, Дағстан-да һәм Иранда йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (иран телдәренец береһендә һөйләшә). □ Тат. / Татский. Тат халҡы. Тат ҡатыны. Тат теле.
TAT II (Р: сладость; И.: sweetness; Т: tatlı) и.
1. Бал-шәкәр тәме; шәрбәт. □ Сладость. Бал таты. Шәкәр таты. ■ Артыҡ сөрөшмәй генә кипкән ер еләгенең әскелтем татын оҙаҡҡараҡ һуҙыр өсөн, [Фәрит] кәнфитте ҡәҙерләп имгән бала төҫлө, теле өҫтөндә һурҙы. Ш. Янбаев.
2. күсм. ҡар. тәм II. Тормош таты. ■ Шатлығыңдың татын тәмләп өлгөрмәйһең, [тормош] әремен килтереп тә ҡаптыра. Г. Яҡупова. • Талымһыҙҙың таты юҡ. Мәҡәл.
ТАТА и. диал. ҡар. татау II, 1. Тата һуғыу.
ТАТАЛАУ I (татала-) ҡ. диал. ҡар. татау I. Тирене таталау.
ТАТАЛАУ II (татала-) (Р: поставить подпорки; И.: put props; T: altlık koymak) ҡ.
Терәү ҡуйыу. □ Поставить подпорки. Кәртәне таталау.
ТАТАР (Р: татарин; И.: Tatar; Т: Tatar) и. этн.
1. Татарстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәренең береһендә һөйләшә). □ Татарин, татарка. / Татарский. Татар әҙәбиәте. Татар теле. М Гәүһәрҙең атаһы зәңгәр күҙле, һап-һары сәсле татар булған, ә әсәһе — Ырымбур яғы башҡорто. И. Абдуллин. «Һеҙгә, татарҙарғамы ни, ғәжәпләнергә?» — ти һалды ниңәлер көлөмһөрәп Әлихан Бүкәйхан. Р. Байымов. [Йәләлетдин-дең ҡатынының] аяғында боронғо татар журналдарының тышына реклама рәүешендә төшөрөп ҡуйыла торған бейек күтәрмәле, сәмсәле ситек. С. Агиш.
2. Себерҙә, Ҡырымда, ҡайһы бер Европа илдәрендә йәшәгән ҡайһы бер халыҡтарҙың атамаһы. □ Татары. Себер татарҙары. Ҡырым татарҙары. Әстрхан татарҙары. Румын татарҙары. М Атлылар һәм йәйәүлеләр лагерына .. Ҡырым татарҙарының
188