ТАТАУЛАУ
һыбайлылары ҡапыл һөжум итте. Ғ. Хөсәйенов.
3. тар. Борон Себерҙә, Монголия, Мань-чжурияла йәшәгән ҡайһы бер ҡәбиләләр исеме. □ Татары. Татарҙар тарихы. Татар ғәскәре.
ТАТАРА (Р.: солерос; И.: saltwort; T.: bir tür bitki) и. бот. ҡар. һимеҙут.
Татырлы ерҙәге үлән. □ Солерос (лат. Salicomia). Татара тамыры. Татара япрағы.
ТАТАРҒАУ (татарға-) ҡ. һөйл. ҡар. татаурау. Алыҫ юлда татарғаным. Эҫенән татарғау. Арып татарғау.
ТАТАР ДЕГӘНӘГЕ (Р.: липучий вьюнок; И.: bindweed species; T: çit sarmaşığı) и. диал. ҡар. сырмалсыҡ.
Сырмалып үҫкән оҙон һабаҡлы үлән. □ Липучий вьюнок (лат. Convolvulus). Баҡсаны татар дегәнәге баҫҡан. Татар дегәнәге аяғыма уралды. Татар дегәнәген тамырынан йолҡорға кәрәк.
ТАТАР ҠАҠЫҺЫ (Р: порезник; И.: perennial grass species; T.: bir tür bitki) u. бот. ҡар. ҡырлы ҡурай.
Сатыр сәскәле, ҡыйғас япраҡлы, көпшә һабаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Порезник (лат. Plantago). Татар ҡаҡыһы уҫкән урын. Баҡсаны татар ҡаҡыһы баҫҡан.
ТАТАРЛАШ (Р: смешанный (с татарами)} И.: intermixed with Tatars; T: Tatarlarla karışık) c.
Татар ҡатыш. □ Смешанный (с татарами). Татарлаш ауылдар. Татарлаш ғаиләләр.
ТАТАРЛАШЫУ (татарлаш-) (Р: татари-зоваться; И.: become Tatarized; T.: Tatarlaş-mak) к.
Теле, ғөрөф-ғәҙәте менән татарға әйләнеү. □ Отатариваться. Татарлашҡан кеше. Холҡо татарлашып бара. ■ Ә болғарҙарҙың Иҙел буйында ҡалған өлөшө һуңыраҡ, Алтын Урҙа татарҙары тәьҫиренә эләгеп, татарлашып бөткән һәм «болғар» атамаһын бөтөнләй юғалтҡан. «Йәшлек», 27 апрель
2010.
ТАТАРСА (Р: на татарском языке; И.: in Tatar; T: Tatarca) p.
1. Татар телендә. □ На татарском языке, по-татарски. Татарса һөйләшеу. М Шулай
бер көн дозорҙа торғанда Мөхәмәтша, ике һалдаттың татарса әңгәмәләшеуен ишетеп, ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалды. М. Хужин.
2. Татар халҡына хас рәүештә. □ По-татарски. Татарса кейенеу. ■ Мин татарса милли кисәләргә һис тә бармайым. Ш. Бабич.
ТАТАРСАЛАУ (татарсала-) (Р: сказать на татарском; И.: converse in Tatar; T: Tatarca konuşmak) ҡ.
Татарса әйтеү, һөйләү. □ Сказать на татарском. Татарсалап әйтте. Татарсалап һөйләп ебәрҙе. ■ «Кейенегеҙ, Зәки әфәнде», — тине мыйыҡлы офицер татарсалап. Р. Байымов. Ә Тимербай шиғырҙы татарсалап арыу уҡ шыма итеп, көйләй биреп уҡый ине.
3. Биишева.
ТАТАРСАЛАШТЫРЫУ (татарсалаштыр-) (Р: татаризовать; И.: render in Tatar; T: Tatarcaya çevirmek) ҡ.
Татар теленә хас итеү, татарсаға әйлән-дереү. □ Татаризовать. Татарсалаштырып һөйләу. Татарсалаштырып аңлатыу. ■ Шул бер-ике ауыҙ һуҙҙе тылмас татарсалаштырып оҙон телмәргә өйләндерҙе. Б. Рафиҡов.
ТА-ТА-ТА (Р: та-та-та; И.: puff-puff; Т: pat pat) оҡш.
Тиҙ-тиҙ ҡабатланған өҙөк-өҙөк ҡаты тауышты белдергән һүҙ (мәҫәлән, пулемёт тауышы). □ Та-та-та. ■ Ҡышлаҡты уратып алған полк баҫмасыларға пулемёттар менән яуап бирҙе: «Та-та-та...» Б. Хәсән.
ТАТАТЫУ (татат-) ҡ. йөкм. ҡар. татау I. понуд. от татау I. Тирене тататыу.
ТАТАУ I (тата-) (Р: растягивать; И.: strut; T: germek) ҡ. һөйл.
Ике яҡҡа эттереп, кирҙереп терәү. □ Растягивать. Ҡарындыҡты татау. Тирене татау.
ТАТАУ II (Р: распорка; И.: brace; chock; T: destek, direk) и.
1. Ике яҡҡа эттереп, кирҙереп ҡуйған терәк. □ Распорка, подпорка. Татау һуғыу.
2. һөйл. Тәҙрә тирәсе; рам. □ Рама. Тәҙрә татауы.
3. диал. ҡар. тағара. Солоҡ татауы.
ТАТАУЛАУ (татаула-) ҡ. ҡар. татау I.
Тирене татаулау.
189