Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 190 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАТАУРАУ
ТАТАУРАУ (татаура-) (Р.: утомляться; И.: become exhausted; T.: halsiz düşmek) ҡ. һөйл.
Арып, йонсоп, ҡуҙғала алмаҫ хәлгә килеү. □ Утомляться. Эҫенән татаураным. Юлдан татаурап ҡайтыу. ■ Янбайҙың аты татаураған, тауҙы саҡ барып сыҡҡан. «Ҡуңыр буға».
ТАТЛАНЫУ (татлан-) (Р: становиться сладким, приобретать сладковатый вкус; И.: become sweetish; T.: tatlanmak) ҡ. һөйл.
Татлыға әйләнеү, татлы булыу. □ Становиться сладким, приобретать сладковатый вкус. Еләк бешкән, татланған. ■ Аһ-зар менән гөжләп иҫкән елдәр таң еленә ҡушылып татланды. Д. Юлтый.
ТАТЛЫ (Р: сладкий; И.: sweet; T.: tatlı) с.
1. Шәкәр, бал тәме булған; шәрбәтле. □ Сладкий. Татлы аҙыҡ. ■ Тәүҙә улар [Зиннәтулла менән Асия] бәләкәс кенә сынаяҡтарҙан ҡара кофе эстеләр, унан коктейль һорап алдылар һәм, биҙәкле оҙонса быяла бокалдағы татлы эсемлекте пластмасса көпшә аша әкрен генә һурып, һөйләшеп ултырҙылар. М. Садиҡова. Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән, йыуасаһы баллы икән, ышанмаһаң, ашап ҡара, шәкәрҙән дә татлы икән. Халыҡ йырынан.
2. Тәме яҡшы; тәмле. □ Вкусный. М Ҡунаҡ алдына ҡуялар һыйҙарҙың иң татлыһын. М. Кәрим. Сәскә еҫтәре менән тулышҡан йылы, татлы һауа күкрәкте киңәйтеп, йәнде ярһытып күккә осора, һине йәшәүҙең ләззәтен тәрән татырға, уйланырға, уфтанырға һәләтле яһай. 3. Биишева. Ҡунаҡтар илсене ҡарағалпаҡтың үҙ татлы аш-һыуы — тандырҙа бешкән наны, ҡыуырҙаҡ балығы, турама ите, әскелтем шубаты менән һыйланылар. Ғ. Хөсәйенов. • Аш эйәһе менән татлы. Әйтем. Донъя баҫһа, тоҙ ҙа татлыға әйләнә. Мәҡәл.
3. күсм. Рәхәтлек биргән, ләззәтле. □ Сладкий, приятный. Татлы өмөт. Татлы хыял. Татлы хәтирә. ■ Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы булды бөгөн төн. С. Юлаев. Һин дә шулай һәр шиғырың тыуғас, иң-иң татлы хистә янаһың. Р. Ғарипов. Бер ҡайғыһыҙ ке
ше ятып йоҡлай, беҙҙең татлы йоҡо ҡайҙа икән. Халыҡ йырынан. Татлы уйҙар менән онотолоп үткән йәйге ҡыҫҡа төн артынан яңы көн тыуҙы. Ә. Байрамов.
4. Күңелде иретерлек; йылы, яҡшы. □ Приятный, сладкий. Татлы һүҙ.
♦ Татлы тамаҡ тәмле-татлы аҙыҡ ашарға яратҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Сладкоежка, сластёна. М Хәҙер инде, ун алты йәше тулғас, Әлмира, татлы тамаҡ бәләкәй ҡыҙҙар һымаҡ, атаһы менән әсәһенә эйәреп, тегендә-бында ҡунаҡҡа йөрөүҙән тартына башланы. Р. Байбулатов. Татлы тел<ле> 1) йомшаҡ, матур телле. □ Сладкоречивый. ■ Минең алма һымаҡ түңәрәк йөҙлө, тал-дай зифа буйлы, өҙөлөп торған нескә билле, һандуғастай татлы телле һецлем бар. М. Садиҡова; 2) ярарға тырышып, юхаланып, яҡшатланып йөрөгән; ярамһаҡ. □ Угодник, подхалим. ■ [Урманов] тура һүҙле иҫәрҙәргә ул миһырбанлыраҡ ҡарай, ә бына татлы телле ҡуштандарҙы ене һөймәй. М. Кәрим.
ТАТЛЫҠАЙ (Р: лакричник; И.: liquorice; T.: meyankökü) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, селек япрағына оҡшаш япраҡлы, оҙон татлы тамырлы үлән; тәмлекәй. □ Лакричник, солодка (лат. Glycyrrhiiza glabra). Татлыҡай тамырын ҡаҙыу. Татлыҡай япрағы. Татлыҡай сәскәһе.
ТАТЛЫ ТАМЫР и. ҡар. сөгөлдөр. ■ Татлы тамыр үҫкән ер үтеп йөрөй алмаҫлыҡ тотош бер батҡаҡҡа әйләнде. М. Ғиләжев. Былтыр көҙ шундай тракторҙар килде: тағылма ҡулайламалары татлы тамырҙарҙы күтәртеп кенә ҡалмай, ә бер ыңғайҙа яртылаш таҙартып, өйөп тә китә. Г. Яҡупова.
ТАТРАН I (Р: воспаление среднего уха; И.: otitis; T.: kulak iltihabı) и. мед.
1. Ҡолаҡтың эстән эренләп шешеүе. □ Воспаление среднего уха, средний отит. Татран булыу. ■ «Ҡолағығыҙҙы татран бөрҙөмө?» — тип, ғәҙәтенсә ҡыҫымланы тегеләрҙе [Фазыл]. Ә. Хәкимов.
2. миф. Ҡолаҡ сире эйәһе. □ Дух болезни уха. ■ Татран ҡыуыу бер нисә өлөштән
190