Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 191 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАТЫЛЫУ
тора. Ф. Хисамитдинова. Тат, татран, татран, татран тигән һин булһаң, Иҙел кискән мин булам. Арбауҙан. Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты, татран ҡолаҡ, һин дә ҡайт, — тип ҡысҡыралар. Халыҡ ижадынан.
ТАТРАН II (Р.: птица татран; И.: sort of mythic bird; T.: mitolojik bir kuş) и. миф.
Мифик ҡош. □ Птица татран (по представлениям башкир, облик птицы татран принимает дух болезни уха). В Татран тигән татлы ҡош, өйөң ҡайҙа? «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАТРАН ҠЫСҠЫРЫУ (Р: знахарский способ лечения воспаления среднего уха путём заговора; И.: ear condition charm; T.: büyü ile kulak iltihabını tedavi etme) и. миф.
Ҡолаҡ шешеүен һамаҡлап имләү. □ Знахарский способ лечения воспаления среднего уха путём заговора.
ТАТРАН ЭЙӘҺЕ (Р: дух болезни уха; И.: spirit of ear disease; T: kulak iltihabı hastalığının iyesi) и. миф.
Ҡолаҡ ауырыуы эйәһе. □ Дух болезни уха. В Татран эйәһе селәүсен рәүешендә ҡолаҡтан ағас ҡабығы аҫтына, соҡорға төшөп юғала. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТАТРАН ӘПСЕНЕ (Р: заговор от отита; И.: spell against otitis; T.: kulak iltihabı için büyü sözleri) и. миф.
Татран ауырыуына ҡаршы әпсен. □ Заговор от отита. В Иләксенең ике ҡыҙы — айыу кеүек көслө ҡыҙ, бейә кеүек һөтлө ҡыҙ, дөйә кеүек көслө ҡыҙ, татран, күс, — тип татран әпсене әйтәләр. «Башҡорт мифоло-гияһы»нан.
ТАТТЫ ТАМЫР (Р: корни валерианы; И.: valerian roots; T.: kedi otunun kökleri) и. диал.
Бесәй үләненең тамыры. □ Корни валерианы. Татты тамырын йыйыу. Татты тамырынан ҡайнатма.
ТАТУ [ингл. tattoo < полинез.] (Р.: тату; И.: tattoo; T.: dövme) и.
Тәнгә иремәй торған буяу матдәнең ине-үенән (йәки индереүҙән) барлыҡҡа килгән һүрәт. □ Тату. В Бөгөн тату бер ҙур сәнғәт төрөнә өйләнгән, уның да үҙенең оҫталары
һәм уға өҫтөнлөк биреүселәр бар. «Башҡортостан», 27 февраль 2015.
ТАТУАЖ [фр. tatouage < tatouer] (Р: татуаж; И.: tattoo; T.: dövme yapma) и.
1. Биттәге ҡайһы бер кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн ҡулланылған перманентлы макияж. □ Татуаж. ■ Косметологияла ла татуаж эшләүҙе әүҙем ҡуллана башланылар. «Башҡортостан», 27 февраль 2015.
2. Оҙаҡ юйылмай торған махсус буяуҙар ярҙамында ирен, күҙ тирәһенә контур һыҙыу □ Татуаж. Ирен татуажы.
ТАТУИРОВКА [рус.] (Р: татуировка; И.: tatooing; T.: dövme) и.
Буяулы энә менән сәнскеләп, тәнгә төшөргән яҙыу һәм һүрәт. □ Татуировка. Татуировка яһау. Татуировка эшләтеү. Татуировкаһы бар. В Шура Мансурҙы юллап өс-дүрт мәртәбә төҙөлөшкә килгән һөмһөҙ ҡиәфәтле, ҡул һырттары татуировка менән сыбарланып бөткән бер егет хаҡында һөйләп алып китте. X. Зарипов.
ТАТҺЫҘ (Р: невкусный; И.: tasteless; T.: tatsız) с.
Таты, тәме насар. □ Невкусный. Татһыҙ аҙыҡ. Тәме татһыҙ булды. В Һалам, силос, комбикорма... Шуға һуғымдары ла татһыҙ һымаҡ, ҡыҙғылт итле. С. Шәрипов.
ТАТЫЛДАУ (татылда-) (Р: татакать; И.: imitate machine-gun sound; T.: pat pat etmek) ҡ.
1. Туҡтауһыҙ атҡан пулемётҡа ҡарата әйтелә. □ Татакать (о непрерывно стреляющем пулемёте). Татылдап тик торҙо. Татылдай ғына. В Алыҫта туптар гөрһөлдәй, пуле-мёттар татылдап ала. А. Таһиров.
2. Өҙмәй теҙеп һөйләү. □ Болтать, тараторить. Татылдай башланы. Татылдап тора. В [Низам — Мәрйәмгә:] Татылдама, мин бит әле һиңә ир, ниңә ул тиклем һикеренәһең? М. Тажи.
ТАТЫЛДЫҠ (Р: болтливый; И.: talkative; T.: geveze) с. һөйл.
Күп һөйләүсән. □ Болтливый. Татылдыҡ бала. Татылдыҡ телле.
ТАТЫЛЫУ (татыл-) ҡ. төш. ҡар. татыу I, 1-2. страд, от татыу I, 1-2. В Тынмаусылар [күҙе алдынан] Соколов баярының күрһәт-
191