ТАУ
татыу. Донъяның әсеһен-сөсөһөн татыу. Рәхәтлек татыу. Үҙ елкәңдә татыу. ■ Илле йәш — ул ирҙең тормош татып, ныҡ сынығып еткән бер сағы. Б. Вәлид. Бар ҡайғыһын, бар шатлығын татып китәм был ерҙең. Р. Ғарипов.
ТАТЫУ II (таты-) (Р.: добавлять для вкуса; И.: add flavours; T.: tat için katmak) ҡ.
Тәм өсөн асы, татлы нәмә ҡушыу. □ Добавлять для вкуса. ■ Шәкәр булмағанда, [әсәйем] ҡорот, йөҙөм кеүек нәмә татып ҡына сәй эсә. Ғ. Дәүләтшин.
ТАТЫУ III (таты-) (Р: отдавать чем-л., иметь какой-л. привкус; И.: taste (of); T.: tatmak) ҡ.
Ниндәйҙер бер тәм булыу, нимәнеңдер тәме килеү. □ Отдавать чем-л., иметь ка-кой-л. привкус. ■ Балтырған төбө бал татыр, көпшә генә төбө көл татыр. Халыҡ йырынан.
ТАТЫУ IV (таты-) ҡ. һөйл. ҡар. тарыу II. Ауыр хәлгә татыу. Бәләгә татыныҡ.
ТАТЫУ V (Р: дружный; И.: amicable, harmonious; T.: iyi geçinen) c.
Үҙ-ара талаш-тартышһыҙ, яҡшы мөнәсәбәттә булған. □ Дружный, согласный. Татыу ғаилә. Татыу күршеләр.
ТАТЫУ VI (Р: молодёжная игра на вечеринках; И.: kind of youth game; T.: gençler oyunu) и. этн.
Йәштәр уйыны (уйнаусылар ҡушлап ултыра; алып барыусы һәр парҙан татыулыҡтарын һорай; татыу булмағаны үҙенә кемдеңдер ҡушын һората; теге ебәрмәһә, уға бер төрлө яза бирелә; язаға түҙмәгән кеше ҡушын биреп ебәрә). □ Молодёжная игра на вечеринках. Татыу уйнау.
ТАТЫУЛАШТЫРЫУ (татыулаштыр-) (Р: мирить; И.: reconcile; T.: barıştırmak) ҡ.
Ике араны татыулыҡҡа килтереү; татыуға әйләндереү, татыу итеү. □ Мирить, приводить к согласию, умиротворять. Ҡыҙҙарҙы татыулаштырыу. Төркөмдө татыулаштырҙылар.
ТАТЫУЛАШЫУ (татыулаш-) (Р: мириться, примиряться с кем', И.: reconcile (with); T.: barışmak) ҡ.
Үҙ-ара татыулыҡҡа килеү; татыуға әйләнеү, татыу булыу. □ Мириться, примиряться с кем. Балалар татыулашты. Ғаилә татыулашты. ■ Ыҙғышып, илашып алабыҙ, тағы татыулашабыҙ. М. Кәрим.
ТАТЫУЛЫҠ I (татыулығы) (Р: мир;
И.: peace, concord; T.: barış) и.
Үҙ-ара татыу булған хәл. □ Мир, дружба, согласие. Татыулыҡ китте. Татыулыҡ кәрәк. ■ Сажиҙә әбей килендәренең татыулығына шатланып, уларға әле бер, әле икенсе йомошто ҡушты. Я. Хамматов.
ТАТЫУЛЫҠ II (татыулығы) и. ҡар. татыу VI. Татыулыҡ уйнау.
ТАТЫУ-ТАТЛЫ (Р: по-хорошему; И.: in an amicable way; T.: tatlılıkla) р.
һәйбәтләп. □ По-хорошему. Татыу-татлы һөйләшәйек.
ТАТЫЯН БАҘАРЫ (Р: вторник; И.: Tuesday; T: Sah) и. диал. ҡар. шишәмбе.
Аҙнаның икенсе көнө. □ Вторник. Татыян баҙары көндө. Татыян баҙары еткәс ҡайтырмын.
ТАТЫЯН ИТӘК (итәге) (Р: татьянка (юбка); И.: kind of skirt; T: farbalalı etek) и. диал.
Ваҡ бөрөмлө итәк. □ Татьянка (юбка). Татыян итәк тегеү. Татыян итәкле кейем.
ТАУ (Р: гора; И.: mount(ain); T: dağ) и.
1. Бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән айырылып торған ҡалҡыу урын. □ Гора. Бейек тау. Осло тау. Сусаҡ тау. Һөҙәк тау. Тау башы. Тау бите. Тау итәге. Тау һырты. Тау теҙеме. ■ Тауҙар артынан сығып килеүсе ҡояштың тәүге нурҙары иң элек ете ҡая башына төшә, шунан аҡрынлап бөтә донъяны яҡтырта. И. Абдуллин. Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ, Уралҡайҙы һөймәҫ йән булмаҫ. Халыҡ йырынан.
2. Шул урында булғанды йәки үҫкәнде, йәшәгәнде белдерә. □ Гора. / Горный. Тау йылғаһы. Тау йыуаһы. Тау мүге. Тау халҡы. ■ Оҙаҡ ҡарап торҙом һоҡланып мин хыялымдан матур тау ҡыҙын. X. Ҡунаҡбай. Беҙҙең һылыу Ҡариҙел — тау йылғаһы. Яр. Вәлиев.
3. Бер урынға йыйылған, күп, бейек итеп өйөлгән нәмә. □ Гора, куча, груда. Ҡом
7 - 1.0037.16
193