Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 195 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАУРАТ
ТАУ ЕТЕНЕ (Р.: горный лён; И.: kind of asbestos; T.: asbest) и.
Йоҡа сүстәргә тарҡалыусан етен төрө. □ Горный лён (вид асбеста). Тау етененең үҙенсәлектәре. Тау етене янмай. Тауетененән мамыҡ, ҡағыҙ, ҡатырға эшләйҙәр.
ТАУИС (Р: павлин; И.: peacock; T.: tavus) и. зоол.
Сағыу сыбар төҫтәге, матур оҙон ҡойроҡло, фазандар ғаиләһенә ҡараған йылы яҡ ҡошо. □ Павлин. / Павлиний (лат. Pavo cris-tatus). Ama тауис. Тауис йомортҡаһы. Тауис балаһы һатып алыу. Тауис һүрәтен эшләу. ■ һөйөүебеҙ элек тә нәфис ине. Тауис ҡоштоң ҡаурыйына тиң ине. М. Кәрим. Тауистың бөтә ҡиммәте уның гүзәллегендә, тауистың бөтә михнәте уның гүзәллегендә. Ә. Әхмәт-Хужа.
ТАУ ЙЫУАҺЫ (Р: лук горный; И.: wild onion species; T.: bir tür soğan) и. диал.
Эре башлы йыуа. □ Лук горный (лат. Allium oreoprasum). Тау йыуаһы өлгөргән ваҡыт. Тау йыуаһы ашап үҫтем.
ТАУ КӘЛТӘҺЕ (Р: выступ горы; И.: mountain ledge; T.: dağ çıkıntısı) и. диал.
Тау һикәлтәһе. □ Выступ горы. Тау кәл-тәһендә үҫкән ағас. Тау көлтәһендә баҫып тороу.
ТАУ ҠАБЫРҒАҺЫ (Р: хребет горы; И.: mountain ridge; T: sırt) и. диал.
Тау һырты. □ Хребет горы. Тау ҡабырғаһында осрашыу. Тау ҡабырғаһында үлән һирәгерәк.
ТАУЛЫ I (Р: гористый; И.: mountainous; T: dağlı) с.
Тауҙары күп булған. □ Гористый, горный; холмистый. Таулы урман. Таулы ил. ■ Таулы ерҙә аттарҙы ҡыш сығарыу, аҙыҡ әҙерләү ҡыйынлығы тыуа. Р. Өмөтбаев.
ТАУЛЫ II (Р: горец; И.: mountain dweller; T: dağlı) и.
Тауҙа, тауҙар араһында йәшәгән кеше. □ Горец, житель гор. / Горский. Таулылар тормошо. Таулылар араһында йәшәү. ■ [Даль:] Таулылар, Василий Петрович, хәҙер нисәмә йыл инде Рәсәй менән һуғыш хәлендә йәшәй.
3. Ураҡсин.
ТАУЛЫҠ (таулығы) (Р: гористая местность; И.: mountainous terrain; T: dağlık) и.
Таулы урын. □ Гористая местность. Яҫы таулыҡ. Был тирә — таулыҡ. И Тора-бара мәҙрәсә тигәнем ҡомло сахра, таулыҡ-таш-лыҡ араһы булып сыҡты. Ш. Бабич.
ТАУЛЫҠАЙ (Р: свербига; И.: bunias; Т: çir şalgamı) и. диал. ҡар. ҡаҡы.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған йыуан һабаҡлы, киртләс япраҡлы, һары сәскәле, әскелт тәмле ашай торған үҫемлек.
□ Свербига (лат. Bunias). Таулыҡай ашау. Таулыҡай йыйыу.
ТАУ МАЯҒЫ (Р: вершина горы; И.: mountain top; T: dağ tepesi) и. диал.
Тау түбәһе. □ Вершина горы. Тау маяғы бик алыҫ. Тау маяғында флаг ҡуйылған. Тау маяғында ҡар ята.
ТАУ МОРОНО (Р: острая вершина горы; И.: pointed mountain top; T: dağ burnu) и. диал.
Тау сусағы. □ Острая вершина горы. Tay мороно болот араһынан күренә. Тау моронона бөркөт ҡунған.
ТАУНХАУС [ингл. townhouse} (Р: таунхаус; И.: townhouse; T: şehir evi) и.
Ҡалаларҙа һәм ҡала ситендә айырым инеү урыны булған аҙ ҡатлы, бөтә уңайлыҡтары булған күп фатирлы торлаҡ. □ Таунхаус (жилой комплекс, обеспеченный всеми удобствами). ■ Нагаево, Жилино, Зинино, Йылҡыбай һәм Федоровка ҡасабалары эргәһендә лә бихисап таунхаус төҙөләсәк. «Йәшлек», 12 июнь 2008.
ТАУ ӨЙӨ (Р: пещера; И.: cavern; T: mağara) и. диал. ҡар. мәмерйә.
Ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ; тау тишеге. □ Пещера. Тау өйөндә һыуыҡ. Тау өйө эстән ҡараңғы. Тау өйөнән шишмә урғылып сыға.
ТАУРАТ [ғәр. sljjj] (Р: Ветхий Завет; И.: Old Testament; T: Tevrat) и. дини.
(баш хәреф менән) Йәһүдтәрҙә Муса пәйғәмбәрҙең төп тәғлимәте аңлатылған китап.
□ Ветхий Завет. Таурат менән танышыу. ■ Таураттан һуң ингән Забур вә Инжилдә лә олуғ бер пәйғәмбәр киләсәге, уның бәғзе
7*
195