Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 197 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАУЫҠ КҮҘЛЕ
ТАУШАЛДЫРЫУ (таушалдыр-) (Р.: помять; И.: rumple (slightly); T.: buruşturmak) ҡ.
1. Ойпалап күркен бөтөрөү, бәҫен ебәреү.
□ Помять. Кулдәкте таушалдырыу. Китапты таушалдырыу.
2. кусм. Һаулыҡты, сәләмәтлекте алыу, йонсотоу. □ Изнурять, утомлять. Йәш саҡтан йөрәкте таушалдырыу.
3. эйһ. ф. таушалыу, безл. от таушалыу. Ауыр эш таушалдырған.
ТАУ ШАЛҠАНЫ (Р: горная репа; И.: kind of edible root; T.: yem şalgamı) и. диал.
Тарау, ваҡ аҡ сәскәле, тамыры ашауға яраҡлы үҫемлек. □ Горная репа (лат. Brassica гара). Тау шалҡаны ашау. Тау шалҡанын эҙләп табыу.
ТАУШАЛЫУ (таушал-) (Р: мяться; И.: be crumpled; T: buruşmak) ҡ.
1. Бөтәрләнеп күркһеҙ төҫ алыу; ойпала-ныу. □ Мяться. Таушалған кулдәк. Таушалған дәфтәр. ■ Ҡыҙҙың кейем-һалымы таушалып, лыҫтырап бөткән. Шуға ул донъяға сыға алмай ултыра, ти. Әкиәттән.
2. кусм. Ауыр тормоштан йәки эштән йонсоп, төҫ ташлау; бирешеү. □ Дряхлеть, стариться. Таушалып китеу. Бабай таушалып бөткән.
3. кусм. Күп егеттәр менән йөрөү, сыуалыу (ҡыҙҙар тураһында). □ Истрепаться, пасть (нравственно) (о легкомысленных девушках). Таушалып бөткән ҡыҙ.
ТАУШАУ (тауша-) (Р: мять; И.: rumple; T.: buruşturmak) ҡ. диал. ҡар. таушалдырыу.
1. Бөтәрләп, йомарлап күркен бөтөрөү.
□ Мять. Кейемде таушау. Кағыҙ таушау.
2. кусм. Әрһеҙләү, ҡәҙерһеҙләү. □ Потрепать. Куңелде таушау. ■ Ниңә ҡай саҡ изге хыялдарҙы буш һуҙҙәргә бутап таушаным? Р. Бикбаев.
3. кусм. Ауыр тормош йәки эш менән йонсотоу; таушалдырыу. □ Обессилить; утомлять, потрепать. Тормош уларҙы байтаҡ таушаны.
ТАУЫҠ (тауығы) (Р: курица; И.: hen, chicken; T.: tavuk) и. зоол.
1. Ҡауырһыны төрлө төҫтә булған, ҡыҙыл кикрекле, типке тырнаҡлы, йомортҡа һа
лыусы йорт ҡоштарының иң таралған төрө (ите һәм йомортҡаһы өсөн аҫрала). □ Курица (лат. Gallus gallus domesticus). Баҫҡан тауыҡ. Супайлы тауыҡ. Тауыҡ себеше. Тауыҡ кетәге. Тауыҡ фермаһы. ■ Нәфисә иң ҙур ҡарт тауыҡты тотоп, аяҡтарын бәйләне лә Нуриәхмәт ҡарттан салдырып алып ҡайтты. Ф. Әсәнов.
2. миф. Мифлаштырылған ҡош. □ Курица (мифологизированная птица, участвует в обрядах умилостивления духов природы, болезней). ■ Кеше, ҡурҡып, йөрәге ауыртһа, кукрәгенә тере тауыҡ ултыртып имләйҙәр ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Күшеккән тауыҡ меҫкен генә булып ебеп торған кешегә әйтелә. □ Мокрая курица. Кушеккән тауыҡҡа оҡшап ҡалыу. Кушеккән тауыҡ хәленә ҡалыу. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ {йәки бөтөрлөк түгел) күп, ваҡ эшкә ҡарата әйтелә. □ Очень много, множество, уйма (обычно о делах, хлопотах). Өйҙә ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ суп-ләһә лә бөтөрлөк тугел.
ТАУЫҠ БИПЕЙЕ и. диал. ҡар. себеш. Тауыҡ бипейен ашатып йөрөйөм. Тауыҡ би-пейҙәре йугерешә. Көҙгө тауыҡ бипейе.
ТАУЫҠ ИМЕ (Р: магический способ избавления от духов болезней; И.: wizardly way of healing; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Ауырыу эйәләренән магик ҡотолоу ысулы. □ Магический способ избавления от духов болезней. ■ Йөрәк ауырыуын тауыҡ име менән имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ТАУЫҠ ЙЫЛЫ (Р: год курицы (петуха); И.: year of the Rooster; T.: Tavuk yılı) и.
Мөсәл йыл иҫәбендә унынсы йыл. □ Год петуха (курицы), десятый год по животному календарю. Тауыҡ йылында тыуыу. Тауыҡ йылын ҡаршылау. М Тауыҡ йылы уңышлы, мул йыл була. Халыҡ ижадынан.
ТАУЫҠ КҮҘЛЕ (Р: близорукий; И.: myopic; T.: miyop) с. диал.
Күрәш, күҙе алыҫтан күрмәй, яҡындан ғына күреүгә һәләтле (кеше). □ Близорукий. Тауыҡ куҙле әбей. Тауыҡ куҙле бабай гәзитте куҙенә бик яҡын килтереп уҡый.
197