ТАУЫҠ ҠАНЫ
ТАУЫҠ ҠАНЫ (Р.: кровь курицы; И.: hen blood; T.: tavuk kanı) и. миф.
Осоҡ эйәһенән ҡотолоу өсөн ҡулланылған мифлаштырылған матдә. □ Кровь курицы (мифологизированное вещество, используемое в магическом избавлении от порчи). ■ Осоҡ булһа, ауырыу ҙың күлдәген тауыҡ ҡанына буяп далаға ташлағандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАУЫҠ ҠАРАУСЫ (Р: птицевод; И.: poultry farmer; T.: tavukçu) и.
Тауыҡтар үрсетеүсе һәм тәрбиәләүсе кеше. □ Птицевод. Тауыҡ ҡараусы булып эшләу.
ТАУЫҠ ҠУНАҠЛАУ (тауыҡ ҡунаҡла-) (Р: садиться на насест для ночёвки; И.: roost, perch; T.: tüneğe konmak) ҡ. диал. ҡар. төнәү.
Төнгө йоҡоға ултырыу (ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Садиться на насест для ночёвки (о птицах). Тауыҡ ҡунаҡлау ваҡыты. Тауыҡтың ҡунаҡларға ултырыуы.
ТАУЫҠ ОСОҒО (Р: болезнь от нечистой силы; И.: malady caused by evil forces; T: cin musallatı ) и. миф.
Яман көстәр тәьҫиренән ауырыу. □ Болезнь от нечистой силы. ■ Тауыҡ осоғо булһа, тауыҡты тотоп, тере көйө ауырыуҙың баш-куҙенән өс тапҡыр өйләндереп берәй әбейгә биргәндәр хәйер итеп. «Башҡорт мифологияһынан.
ТАУЫҠ ОЯҺЫ (Р: гнездо для кур-несушек; И.: hen’s nest; brood; T.: tavuk yuvası) и.
Тауыҡтарға йомортҡа һалыу өсөн махсус эшләнгән оя. □ Гнездо для кур-несушек. Тауыҡ ояһынан йомортҡалар йыйып алдым. ■ Үҙ ғүмерен тал сыбығынан ҡаҙ, тауыҡ оялары, муйыл сыбығынан йөк ситәндәре үреп үткәргән ҡарт [Ғәләү бабай]яр башында мурҙа яһап ултыра ине. И. Ғиззәтуллин.
ТАУЫҠ ҮЛӘТЕ (Р: ядовитое растение; И.: noxious plants; T.: zehirli bitki) и. диал.
Ағыулы үлән. □ Ядовитое растение. Тауыҡ үләте үҫкән урын.
ТАУЫҠСЫЛЫҠ (тауыҡсылығы) (Р: птицеводство; И.: poultry farming; T.: tavukçuluk) и.
Тауыҡ аҫрау, тауыҡ үрсетеү эше. □ Птицеводство. Тауыҡсылыҡ фермаһы. Тауыҡсылыҡ эшен асыу.
ТАУЫҠ СӘСКӘҺЕ (Р: гусиная лапчатка; И.: Argentina anserina; T: beşparmakotu) и. диал. ҡар. ҡаҙ үләне.
Роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, төк менән ҡапланған төҙ һабаҡлы, өсәрле йәки ҡанат һымаҡ япраҡлы, һары сәскәле, дымлы болондарҙа, йылға, күл ярҙарында, урамдарҙа, йорт тирәһендә үҫеүсе ике йәки бер йыллыҡ үлән. □ Гусиная лапчатка (лат. Potentilla anserina). Тауыҡ сәскәһен йыйыу.
ТАУЫҠ ТӨНӘҮЕ и. диал. ҡар. тауыҡ һуҡыры. Тауыҡ төнәүе булыу.
ТАУЫҠ УЛТЫРТЫУ (Р: магический способ лечения болезней от испуга; И.: magical way to treat a phobia; T: korkudan büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Ҡурҡҡан кешене магик дауалау ысулы. □ Магический способ лечения болезней от испуга. ■ Кеше ныҡ ҡурҡһа, тауыҡ ултырталар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАУЫҠ ҺУҠЫРЫ (Р: куриная слепота; И.: night blindness; T: tavukkarası) и. диал.
Ҡараңғы төшкәс күрмәй торған күҙ сире; тауыҡ күҙ. □ Куриная слепота. Тауыҡ һуҡыры менән яфаланыу. Тауыҡ һуҡырынан дауаланыу.
ТАУЫҠ ЭСӘГЕ (Р: детская игра с мячом; И.: sort of children’s game; T.: çocuk oyunu) и. диал.
Балалар өсөн туп уйыны. □ Детская игра с мячом. Тауыҡ эсәге уйнау. Тауыҡ эсәге өсөн туп һатып алыу.
ТАУЫҠ ЯБАЛАҒЫ и. диал. ҡар. төйлөгән. Тауыҡ ябалағы күреү. Тауыҡ ябалағы һөжүмен күҙәтеү.
ТАУ ЫҪМАЛАҺЫ и. ҡар. мумиё II. Тау ыҫмалаһы эсеү.
ТАУЫШ (Р: голос; И.: voice; T.: ses) и.
1. Тамаҡ ярылары тирбәлеүенән сыға торған өндәр (барлыҡ йән эйәләренә ҡарата). □ Голос. Бала тауышы. Көлгән тауыш. Калын тауыш. Нәҙек тауыш. Көш тауышы. Мал тауышы. Тауыштан таныу. ■ Урамда эт тауыштары, көтөүҙән ҡайтҡан һыйыр,
198